«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шайморатов исемен махсус отряд йөрөтәсәк



08.01.2013 Шайморатов исемен махсус отряд йөрөтәсәк

Яңы йыл алдынан данлыҡлы батырыбыҙ Миң­леғәле Шайморатовтың исе­мен мәңгеләштереү өсөн йәнә бер аҙым яһалды.
Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волга буйы төбәгендәге эске ғәскәрҙәренең “Булат” 29-сы махсус тәғәйенләнештәге (спецназ) отрядына генерал-майор Миң­леғәле Шайморатовтың исе­ме бирелеүгә арналған тантана үтте.
Рәсәй Президенты Вла­димир Путиндың указы менән лайыҡлы исем отрядҡа айырыуса батырлыҡ күрһәткәне өсөн бирелде. Әле “Булат”та ҡаһарманлыҡ орденының (орден Му­жества) 29 кавалеры, 10 “ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы, алты “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын йөрөтөүсе хеҙмәт итә. Тағы ла 30 офицер һәм һалдат Жуков, Суворов миҙалдарына лайыҡ булған.
Ысындан да илһөйәрҙәр һәм батырҙарҙан торған отрядҡа Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының исе­ме бирелеү бер ҙә юҡтан түгел. Артабан да “Булат” һынатмаҫ, яугир рухына тап төшөрмәҫ, тигән ышаныс ҙур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға