08.01.2013 Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
«Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», – тип бик дөрөҫ әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Был бигерәк тә беҙгә, гәзит сығарыусыларға, ҡағыла. Төрлө йәштәге уҡыусыларыбыҙҙың рухи зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй баҫма сығарыу өсөн үҙебеҙҙең генә тырышлыҡ етмәй, әүҙем авторҙарыбыҙҙың ярҙамы ла ярап ҡала. Шөкөр, был йәһәттән ысынлап маҡтана алабыҙ. Редакцияға республикабыҙҙың ҡайһы ғына төбәгенән яҙмайҙар. Һәр йыл һуңында күптән килгән матур ғәҙәт буйынса мөхәрририәт ошо күп һанлы авторҙар, гәзит журналистары араһында «иң-иң»дәрҙе асыҡлай. Шулай итеп, йыл буйына төрлө темаларға яҙылған актуаль мәҡәләләре өсөн гәзитебеҙҙең Учалы, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән зонаһы буйынса үҙ хәбәрсеһе Баныу ҡАҺАРМАНОВА;
– ижтимағи-сәйәси темаларға яҙылған төплө аналитик мәҡәләләре өсөн Мәхмүт ХУЖИН;
– «Йәшлек»те әүҙем пропагандалаусы, ҡыҙыҡлы сканворд-кроссвордтар төҙөп ебәреүсе Фәрит РӘМОВ 2012 йыл лауреаттары тип бер тауыштан билдәләнде.
Лауреаттарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлап, яңынан-яңы ижади табыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Башҡа авторҙарыбыҙҙы ла әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булырға саҡырабыҙ. Осло ҡәләм эйәләре беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.