08.01.2013 Конституциябыҙ. Яҡларғамы, үҙгәртергәме?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында, Рәсәй һәм Башҡортостан Конституциялары ҡабул ителеү көнөнә арнап, “Рәсәй Федерацияһының дәүләт берлеген һаҡлау һәм нығытыу шарты булараҡ конституцион ҡоролоштоң ҡаҡшамаҫ нигеҙе” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Сарала юристар, ғалим, политолог, социолог, тарихсы һәм филологтар ҡатнашты.
Бөгөн Конституция буйынса йәшәйбеҙме? Уны яҡларға кәрәкме? Үҙгәртеү талап ителәме? «Түңәрәк өҫтәл»дә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнде, бәхәс ҡоролдо. Философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин белдереүенсә, социологик һорашыуҙар шуны күрһәткән: халыҡтың 43 проценты РФ Конституцияһын үҙгәртеүгә ҡаршы, 23 – 25 проценты был төп документта нимәләр яҙылғанын, дөйөм алғанда, бөтөнләй белмәй ҙә. “Беҙгә Конституцияны яҡларға кәрәк, сөнки уның ҡайһы бер принциптары бик яҡшы”, – тигән фекерҙә философия фәндәре докторы Әхтәр Боҫҡонов. Шул уҡ ваҡытта ябай халыҡҡа Конституцияны аңлатыу мөһим.
“Түңәрәк өҫтәл”дә айырыуса Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, тарихын, телен һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. ҡоролтай башҡарма комитеты сараға татар, мари һ.б. милли ойошмаларҙан да вәкилдәр саҡырғайны. Ошо тәңгәлдә икенсе бер мөһим һорау ҙа ҡуйылды – ә үҙебеҙҙең балаларыбыҙ туған телен беләме? Үкенескә күрә, бөтөнөбөҙҙөкө лә түгел. ҡоролтай ултырышында әлеге хәҡиҡәтте күптәр ҡысҡырып әйтмәне.
Осрашыуға БР Конституция суды рәйесе Люциә Ғүмәрова, тарих фәндәре докторы, профессор Марат ҡолшәрипов, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Хәлил Барлыбаев, БДУ-ның юридик йүнәлештә эшләүсе ғалимдары Фәнис Раянов һәм Таһир Исҡужин да килгәйне. Уларҙың сығышы ла йөкмәткеле булды.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар ҡабул иткән резолюцияла ил Президенты Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә гражданлыҡ йәмғиәте һәм дәүләтте нығытыу буйынса ҡуйылған маҡсаттарҙы, властың асыҡ булыуын талап итеүҙе, хуплау тураһында бәйән ителә. Шул уҡ ваҡытта милли республикаларҙы бөтөрөү тураһында ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең фекеренә, күп һанлы Рәсәй халыҡтарының ассимиляцияһын күҙаллаған берҙәм Рәсәй милләте булдырыу идеяларына протест белдерелә.
Ил Конституцияһы “Беҙ, Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡы” тигән һүҙҙәр менән башлана һәм артабан дөйөм халыҡ ирке, дәүләт берҙәмлеге, халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше принциптарын таныу сағылып, илдең төп документын ҡабул итеү хаҡында әйтелә. Һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла Конституцияны уҡып сығырға тейештер ул. Күп бәлә беҙҙең үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәүҙән дә килеп сыға, шунлыҡтан Төп Законды ғына түгел, ғөмүмән, айырым закондарҙы ла белеү, өйрәнеү, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙе яҡлай алырлыҡ белемебеҙ булыу насармы ни?
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә.