«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Исеме есеменә тап килә



08.01.2013 Исеме есеменә тап килә

Исеме есеменә тап килә
ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла ул журналист һөнәре. “Күрә-күрә күсәм булаһың, һөйләй-һөйләй сәсән булаһың”, – ти бит халыҡ мәҡәле лә. “Киләсәк – йәштәр ҡулында” рубрикаһын алып барырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Әлбиттә, заман талаптарына яуап биргән, аҡыллы фекер йөрөткән, киләсәкте ҡайғыртыусы, юғары рухлы йәштәрҙе осратыу ҙа еңелдән түгел. Маҡсатлы, тырыш, тыйнаҡ, яғымлы Ынйы Абдуллина менән танышыуым да осраҡлы булманы. Ул Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында 9-сы класта белем ала.
Йылы, ҡояшлы көҙ айҙарында Салауат башҡорт дәүләт драма театры алдында үткән “Бейейек әле бергәләп” йәштәр дискотекаһында “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” балалар-йәштәр ойошмаһы ағзалары “Туған телемдә һөйләшәм” акцияһын үткәргәйне. Баҡтиһәң, Ынйы Салауат ҡалаһында эшләп килгән ойошманың етәксеһе икән. Сибәрлеге, серлелеге, мөләйемлеге менән күптәрҙән айырылып торған ҡыҙ менән әңгәмә ҡорорға булдым.
Халҡыбыҙҙа сабыйға исем һайлауға етди ҡараш борон-борондан йәшәгән. Һәр ата-әсә балаһына: “Исеме есеменә тап килһен, бәләкәсем бәхетле, тәүфиҡлы булһын”, – тип теләй. Бәхетле Гөлдәр һәм Тәлғәт Абдуллиндар ғаиләһендә көтөп алған ҡыҙ бала донъяға килгәс, уға Ынйы исемен бирәләр.
ҡыҙ бәләкәстән илһөйәр, белемгә ынтылыусан булып үҫә. Әхирәттәре, уҡытыусылары әйтеүенсә, мәктәп ишеген үрелеп асҡан көндән алып тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө кимәлдә үткән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 5-се кластан башлап “Урал батыр” эпосы буйынса республика конкурсында ҡатнаша, быйыл иһә республика кимәлендә I урын алыуға өлгәшә. Былтыр Әлшәй районында Розалия Солтангәрәева ойошторған “Сәсәндәрҙе йыям” конкурсында ла уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Үҙ-үҙенә талапсан булған Ынйы уҡыуындағы уңыштары, әүҙемлеге өсөн Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығының стипендияһына ла лайыҡ булды.
Ифрат яғымлы, тырыш, тыйнаҡ ҡыҙҙың һүҙҙәрендә лә тапҡырлыҡ осҡондары сағыла:
− Бөгөнгө йәштәр бер нисә төркөмгә бүленә. Мин эшләмәһәм дә эшләнер әле, тигән принцип менән йәшәгәндәр ҙә, киләсәкте ҡайғыртыусы, әҙәпле йәштәр ҙә бар. Шулай уҡ ғәмһеҙҙәр, моңһоҙҙар, йәғни бөгөнгө көн менән генә йәшәгәндәр ҙә етерлек. Хаҡ һөйөү – ул диндә булыу. Аллаһы Тәғәләгә инанып йәшәгәндәр дөрөҫ юлдан тайпылмаясаҡ. Йәштәргә оло тормош юлы сатында юғалмаҫ өсөн ваҡытын бушҡа сарыф итмәйенсә, төрлө яҡлап үҫешергә, дөрөҫ маҡсат ҡуйып, уға табан юл ярырға өйрәнергә кәрәк, тип уйлайым.
Ислам диненең бар ҡанундарын тотҡан, уҡыуында уңыштарға ғына өлгәшкән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолған Ынйыға ҡарап һоҡланыу тойғоһо артҡандан-арта. Ошондай ҡыҙҙарыбыҙ булғанда милләтебеҙҙең киләсәге өмөтлө буласағына шик юҡ.
Альбина ҡОТЛОГИЛДИНА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға