08.01.2013 Әгәр донъя бөтмәһә...
Донъя бөтәсәге тураһындағы хәбәр, йәшен тиҙлегендәй таралып, һәр кемдең йөрәгенә шом, ҡурҡыу һалды. Ахыры- заманда ут, һыу бөтәсәк, тип күҙаллағандар күпләп аҙыҡ- түлек, шәм алырға ашыҡты, икенселәр, ни булһа ла булыр тигәндәй, сабыр ғына апокалипсисты көттө.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, декабрь башында йәшәүгә өмөтө һүнмәгән үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында «Әгәр донъя бөтмәһә…» тигән конкурс иғлан иткәйнек. Редакцияға килгән хаттарҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәсәкбеҙ.
Яңы йылды ҡаршылайһы бар әле
–Ну, әсәй, даешь! – татлы йоҡоһонан улым шундай һүҙҙәр менән һикереп торҙо. Ял көндө, сәғәт 12 тулмаҫ борон, мин күпме уятып та торғоҙа алмаған 21 йәшлек «сабыйыма» аптырап ҡарап торам.
– Нимә булды?
– Һин генә шулай булдыра алаһың, әсәй! Бөтә донъяла хаос, емереклек, кешеләр үкереп илай, ҡурҡыуға бирелгән. Минең әсәкәйем мал өйөнөң мейесенә яғып, боронғоса ҡаҙанда итле картуф бешереп, беҙҙең тамаҡты туйҙырҙы ла: «Йә, балалар, мине бөгөнгә башҡаса борсомағыҙ, рәхәтләнеп ятып йоҡлағыҙ», – тип үҙ бүлмәһенә инеп китте. Беҙҙән арып ял итергә ятҡанһыңдыр, тиһәм, сыра яндырып, кинәнеп үҙеңдең «Йәшлек» гәзитеңде уҡып ултыраһың! Ну, ты даешь, әсәй! Донъя бөткәндә лә кеше гәзит уҡыр икән.
Йә инде, нимә һөйләй икән балаҡайым, тиһәм, төшөндә донъя бөткәнен күргән икән.
Туйҙырҙылар бит шул бер балыҡ башын сәйнәп, ҡасандан бирле һөйләйҙәр. ҡайҙа барһаң да бер хәбәр.
Эштә коллегалар һөйләшә:
– Туңып ҡына үлербеҙ инде, мейес тә юҡ.
– Йоҡлағанда разым ғына бөтһә, үлер ҙә ҡуйыр инек, исмаһам.
Уҡыусылар ҙа хәбәр һата:
– Үҙ ҡулың да күренмәйәсәк, ти бит, апай, нимә эшләрбеҙ икән дөм ҡараңғыла?
– Һис ҡайғырмағыҙ, элек сыра яндырып, мейескә яғып та торғандар, – тим.
Эштән ҡайтып барһам, бер инәй:
– Тимур командаңды алып кил әле, ҡыҙым, өйгә күп кенә утын ташытып ҡуйырға ине, – ти.
– Һуң, апай, газ яғабыҙ бит, ул утынды ниңә ташытаһың? – тим, аптырап.
– Бәй, донъя бөткәндә ут та, газ да бөтә ти бит, мейесте көйләтеп, яғып торорбоҙ!
ҡалала ла шул хәл. Магазиндан ковролин һатып алып булышам, арттан берәү:
– Атаҡ! Донъя бөткәндә кеше ошондай нәмәгә аҡса түгәме ни, тоҙ менән шырпы алыр инең, – тине.
– Һуң, әбекәй, – мин әйтәм, – донъя бөтмәһә, ул тиклем тоҙ, шырпыны баҙарға сығарып һатаһыңмы ни?
– Яңы йылда ике майшәм алайым тиһәм, һатыусы:
– Вы что, люди коробками берут! – ти. ҡәйнәм дә, шылтыратып:
– Әле нисә тоҡ шәкәр, күпме тоҡ он алдың? Донъя бөтһә, ул балаларыңды нимә менән туйҙыраһың? – тип төпсөндө.
– Бәй, донъя бөткәс, ашарға кәрәкме ни? – тим.
– Йә ошо киленде, мәңге запас йыя белмәнең инде! Китап йыяһың да, донъяның бөтә гәзит-журналына яҙылаһың, – тип туҙынды ла, булмаҫ бынан, тигәндәй телефонын һүндерҙе.
Аптырайым был халыҡҡа! Әллә бер ҙә китап, гәзит уҡымайҙар инде! Донъя ахырының билдәләрен «Йәшлек» яҙҙы, әле береһе лә тура килмәй! Донъя бөтмәй торһон әле, һуңғы аҡсаһына халыҡ күпме «запас» йыйҙы. Уны бөтөрөргә 100 йыл йәшәһәләр ҙә етмәҫ!
Халыҡтың ҡылған гонаһтарын йыуаһы, кешеләрҙең бер-береһенә шәфҡәтле булырға өйрәнәһе, тәбиғәтте дауалайһы, бергәләп йәшәргә өйрәнәһе бар…
Ләлә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.
Элек тә беҙҙе ҡурҡыттылар
«Әгәр донъя бөтмәһә…» тигән конкурс иғлан итеүегеҙҙе күргәс, бала саҡтағы бер ваҡиға иҫкә төштө. Ул 1948 йылдың февралендә булды. Февраль − буранлы ай. Күҙ асҡыһыҙ буран, ел ҡотороп, ҡыйыҡ баштарын аҡтара, урамға сыҡһаң, аяҡтан йығып бара.
Кластар етмәү сәбәпле, беҙ, алтынсылар, төштән һуң уҡыйбыҙ. Рус әҙәбиәте дәресе бара. Берәмләп сығып, А. Пушкиндың «ҡышҡы кис» шиғырын ятлайбыҙ.
Буран ҡарҙарҙы өйөрә,
Томалап күкте ҡаплай.
Йә ул йыртҡыстай үкерә,
Йә бала төҫлө илай…
Бына ҡыңғырау шылтыраны, беҙ эркелешеп коридорҙа йүгерешәбеҙ.
Ул йылдарҙа бер йортта ла радио, телевизор юҡ. Халыҡ араһында теләһә ниндәй йөкмәткеле хаттар килеп сыҡҡылай торғайны. Беҙҙең класҡа ла шундай хаттарҙың береһе килеп эләккән. Бер малай ошо хатты тотоп, парта өҫтөнә менеп баҫты ла, уҡый башланы. Унда: «Ахырызаман етте, донъя бөтә, ҡояш һүнәсәк, был хәл шәмбе көн буласаҡ», − тип яҙылғайны.
Бөтәбеҙ шымып ҡалдыҡ. Сөнки ул көн – шәмбе. Бер кем бер һүҙ өндәшмәй, ҡайһыларыбыҙ тоҡсайын, кемеһелер ағас тартмаларын күтәреп, таралышырға булдыҡ. Хатта беҙ, ҡыҙҙар, бер-беребеҙ менән бәхилләшеп тә бөттөк. Мин баҫҡан урынымдан ҡуҙғалырға ла, яңғыҙ ҡалырға ла ҡурҡам. Шулай ҙа:
– Эй, туҡтағыҙ әле, әле кис, буран көндө көн шулай тиҙ ҡараңғылай инде ул. Ана бит, күкте ҡара болоттар ҡаплай. Әлбиттә, ҡурҡыныс. Бына буран бөтөр, ҡояш беҙгә йылмайыр әле… – тим.
Ә тегеләр:
– Эй, һин һәр ваҡыт шулай инде, нимәлер иҫбатларға тырышаһың. Беҙ ҡайтып, үҙ өйҙәребеҙҙә үләбеҙ, – тип мине әрләп, һәр береһе өйҙәренә табан йүгерҙе.
Сараһыҙҙан мин дә шулай иттем. Өйгә ҡайтып, хәлде әсәйемә һөйләп аңлаттым.
Ул нимә тиһен инде…
– Ярар, балалар, Хоҙай ни яҙһа, шул булыр. Аллаһы Тәғәләнән уҙып, бер ни ҙә ҡылып булмай. Иман менән үтергә яҙһын, – тип, ниндәйҙер доғаһын уҡыны. Ағайым менән апайым илаша башланы, ә беҙ, бәләкәйерәктәр, ҡурҡышып, бер-беребеҙгә һыйынышып ултыра бирҙек.
Ошо мәлдә кемдер ишек шаҡыны. Әсәйем әкрен генә барып ишек аша өндәште:
– Кем ул?
Тыштағы тауыш былай тине:
– Апай, ас, − Ислам ҡустың. Мин ҡайттым. Ас, тиҙ бул!
Әсәйем ишекте асып ебәрҙе, ни күрһен, «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хәбәре килгән бер туған ҡустыһы баҫып тора икән. Ағайыбыҙ әсәйемде күтәреп тигәндәй өйгә алып инде.
Ә беҙ күмәкләшеп ағайымдың ҡар баҫҡан, боҙланып бөткән шинель итәгенә барып йәбештек.
Әсәйем һушына килгәс, йүгереп сәй әҙерләне, үҙе бер туҡтауһыҙ хәбәрен һөйләй, гел йылмая.
Ағайым үҙенең башынан үткәндәрен һөйләй – нисек фашист менән алышыуы, госпиталгә эләгеүе, унда оҙаҡ ятыуы. Унан сыҡҡас, аҡса эшләп алыу ниәте менән эшкә инеүе тураһында һөйләүен тыңлап, тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеп алғас, беҙ ни, иҙрәшеп йоҡлағанбыҙ. Хатта таң атыуын да, донъя бөтәсәген дә онотҡанбыҙ.
Ә иртәнсәк тороуға буран баҫылғайны. Ел, хәлһеҙләнеп, әкрен генә ҡарҙы һеперә. Болоттар араһынан тәүге ҡояш нурҙары әленән-әле күренгеләп ҡала.
Шулай итеп, яңы көн тыуҙы, яңы тормош башланды…
Донъя бөтмәй торһон әле, беҙ, һуғыш йылы балалары, тормоштоң әсе һурпаһын күп эстек. Шул йылдарҙа күргән нужалар ҙа, ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла етерлек. Шуларҙы киләсәк быуынға еткерге килә. Тимәк, яҙаһы хәтирәләр күп әле.
Мәрйәм ВӘЛИТОВА.
Нуриман районы,
Яңы Күл ауылы.
Ахырызаман
Әйтәләр беҙгә, имеш,
Яҡынлаша ахырызаман.
Күҙ алдына килтерһәң,
Күренештәр бигерәк яман.
Хөкөм һөрөр боҙоҡлоҡ,
Емерелер намыҫ һарайы.
ҡайғырыуҙан был хәлгә
Бик күптәрҙең йөҙө ҡарайыр.
Тарҡалыр ғаиләләр,
Баҫып алғас яман ғәҙәттәр.
Йәме китер тормоштоң,
Намыҫһыҙҙар беҙҙе ғазаплар.
Илдә бөтөр татыулыҡ,
Ығы-зығы, талаш башланыр,
Йыртҡыс һымаҡ әҙәмдәр
Туғанына хатта ташланыр.
Асһа ауыҙын кеше,
Үпкәләре күренеп торор,
Эшһеҙлек, хәйерселек
ҡайһы яҡҡа тормошто борор?
«Туҡта, шағир! Әүәл дә
Булған, тиҙәр, ахырызаман,
Булған да шунан бөткән,
Тыуған һәр саҡ хәҙерге заман.
Кеше көрәшеп йәшәй,
Ниндәй заман булһа ла.
Кеше аҡылы еңә,
Ниндәй генә заман тыуһа ла.
Зәкирйән ҡОЛТАЕВ.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.
Илемә кәрәкле кеше булырға теләйем
Ахырызаман етмәһә лә, планетабыҙҙа ер тетрәү, дауылдар булып, тегендә-бында барған һуғыштарҙа ла кеше ғүмерҙәре былай ҙа күпләп өҙөлә. Ә күпме халыҡ социаль ауырыуҙарҙан, бер-береһенең бәғерһеҙлегенән ҡырыла. Ахырызамандан кәмме ни? Кемдеңдер ауыҙынан сыҡҡан буш хәбәрҙе, тикшереп тә тормай, бөтә донъяға тараталар ҙа, береһенән-береһе уҙҙырып аҙыҡ-түлек запасы йыя башлайҙар.
Ахырызаман… Ниндәй ҡот осҡос һүҙ. Ғүмеремдең сәскә атҡан осоронда ғына донъя бөтәсәге тураһында һүҙ булырға ла тейеш түгел. Сөнки миңә йәшәргә лә йәшәргә әле…
Был донъяла һәр кем үҙ урынын табырға бурыслы. «Ер йөҙөндә нисә кеше йәшәй − шунса яҙмыш, тиҙәр. Эйе, һәр кеше – шәхес. Ләкин үҙеңдең кешелегеңде юғалтмайынса ғүмерең аҙағынаса һаҡлау − һинең бурысың. Донъяла мәңге ҡалыр эш − ул яҡшылыҡ эшләү. Кеше йәшәй, үлә. Әммә унан яҡшы исем, яҡшы эш ҡала икән, ул үлемһеҙ.
Мин үҙемдең йәмғиәткә файҙалы буласағыма ышанам. Был − минең йәшәүемдең бөтә маҡсаты. Бер ниндәй ауырлыҡ та был маҡсатҡа барыуҙа мине ҡурҡытмай», − тип яҙған яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғарипов үҙенең көндәлектәрендә. Ошо һүҙҙәр тормош девизыма әүерелде.
«Бөйөк вәғәҙәләр бирмәйенсә генә бөйөк эштәр башҡар», − тигән бер аҡыл эйәһе. Шуға күрә әлегә бөйөк вәғәҙәләр бирмәйем, ә шулай ҙа киләсәктә илемә, халҡыма кәрәкле кеше булып, һәр саҡ ғәзиз телемде ҡурсаларға һүҙ бирәм. Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙҙың киләсәге − беҙҙең һәм үҫеп килгән йәштәр ҡулында.
Шулай итеп, әгәр донъя бөтмәһә, ниндәй генә һөнәргә эйә булһам да, һәр саҡ үҙ халҡыма тоғро шәхес, илемә кәрәкле кеше буласаҡмын.
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.
Бөрйән районы,
Аҫҡар ауылы.
Төшөнкөлөккә бирелдем
«Йәшлек» гәзитен яратып уҡыусыларҙың береһемен. Бына бер ваҡыт гәзит биттәрендә, донъя бөтә, тип яҙа башланылар. Тәүҙә был хәбәргә иғтибар итмәнем. Һуңынан ҡапыл эсем бошоп, үҙем дә белмәй ауырып, ҡайғырып йөрөй башланым. Бындай эс бошоуҙан нимә эшләргә лә белмәнем. Йоҡларға ятһам да, торһам да, башымды донъя бөтәсәге тураһындағы уйҙар ғына солғап алды. Кешеләргә йәнем көйә башланы, бына һеҙгә шул кәрәк, ныҡ шашып-ҡотороп киттегеҙ, тип әйткем килде. Урамда ярым шәрә йөрөйҙәр, эсәләр, зина ҡылалар, наркотик ҡулланалар, байлыҡ артынан ҡыуып, кешеләрҙе кәмһетәләр, үлтереп, йәберләйҙәр. ҡатындар балаларын ташлап китә. Ирҙәрен һанға һуҡмайҙар, улары ғаиләһенә хыянат итә. Ошо тормошмо ни?
Кешеләр донъяны, тәбиғәтте күрмәй, һаҡламай, үҙ табынына үҙе төкөрә. Бөтә нәмәгә лә хаҡ түләнә бит был донъяла. Күпме йыл тыныслыҡта йәшәп, шашып киттегеҙ, тип һөйләнеп көйәләндем.
Ахырызаман етә, тигән имеш-мимештәргә ауырлыҡта йәшәгән, нескә күңелле кешеләр тиҙерәк ышанып барыусан. Мин дә төшөнкөлөккә бирелдем.
Донъя бөтмәй, тиһәләр ҙә, эстәге ҡурҡыу һаман бөтмәй. Яңы йылда теләгем шул − донъябыҙ, еребеҙ, Рәсәйебеҙ, Башҡортостаныбыҙ имен булһын, һаулыҡта, тыныслыҡта йәшәйек! Тәбиғәтте һаҡлап, балалар һау булһын, байрамды имен-һау ҡаршыларға яҙһын, тип теләргә кәрәк икән, тигән һығымтаға килдем.
К. РӘСИМӘ.
Баймаҡ ҡалаһы.
«Йәшлек»кә ышанғандар өсөн донъя бөтмәйәсәк
Әҙәм балаһы донъяға йәшәр өсөн тыуған. Донъялағы барлыҡ тереклектең – кешеләрҙең дә, урмандағы йәнлектәрҙең дә, моңло итеп һайраған ҡоштарҙың да, йылғала йөҙгән балыҡтарҙың да ғүмерҙәре Алла ҡулында. Хоҙай беҙҙе яралтҡан. Шуға ул ни күрһәтһә, шуны күрәбеҙ.
Һуңғы көндәрҙә, донъя бөтә, тигән хәбәр таралып китте. Беҙгә телевизорға ла ышанырға түгел, урам тултырып хәбәр һатҡандарҙы ла тыңларға кәрәкмәй.
Беҙ Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе йәшәрбеҙ, Алла бирһә.
Мин шуны әйтер инем: әгәр донъя бөтмәһә, беҙгә «Йәшлек»те алдырырға, күберәк уҡырға, «Йәшлек»кә ышанырға кәрәк.
Дуҫтар, алдырайыҡ «Йәшлек»те!
Зәйтүнә ФӘЙЗЕТДИНОВА.
Стәрлетамаҡ районы,
Северный ҡасабаһы.