«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Журналистика йондоҙҙары байрамы



25.12.2012 Журналистика йондоҙҙары байрамы

Журналистика йондоҙҙары байрамы
Өфөнөң иң матур клубтарының береһендә Матбуғат балы үтте. Республика, ҡала, район гәзиттәре, телерадиокомпаниялары журналистары һәм баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында уҙған ҡыҙыҡлы сараны БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов асты. Уның билдәләүенсә, быйылғы байрам “Йондоҙҙар ваҡыты” тигән девиз аҫтында ойошторолған һәм, әлбиттә, бындай девиз юҡтан ғына һайланмаған. Етәксе әйтеүенсә, республикала журналистар етерлек, әммә уларҙың барыһын да, үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы, тип әйтеп булмай. Шуға ла яҡшы журналистарҙы билдәләү, улар өсөн матур байрамдар ойошторорға онотмау артыҡ булмаясаҡ.
Республика журналистары өсөн ойошторолған Матбуғат балын ошо тармаҡтың йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау сараһы тип тә атап була. Ни тиһәң дә, унда төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүселәр бүләкләнә.
Коллегаларыбыҙҙы ҡотлап, еңеүселәрҙең исемдәрен атап үтке килә: “Республика Башкортостан” гәзите хеҙмәткәре Леонид Пахомов “Иҡтисад һәм финанс” номинацияһында иң шәп мәҡәләләр яҙыусы тип табылды. “Социаль өлкә һәм мәғариф” номинацияһы “Аскинская новь” гәзите хәбәрсеһе Альбина Мусинаға бирелде. “Туймазы хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе Свет­лана Хари­сова сәләмәт тормош темаһын иң яҡшы яҡтыртыу­сы булып танылды.
Энергетика темаһын йыл буйы һәйбәт яҡтыртҡаны өсөн “Вечерняя Уфа” гәзитенең йәш журналисы Арина Астафьева еңеүсе дипломын алды. “Сәнәғәт һәм инвестициялар” номинацияһында “Баймакский вестник” гәзите хәбәрсеһе Зөлфиә Сафина иң оҫта ҡәләм эйәһе булараҡ билдәләнде.
Балда шулай уҡ республика предприятиелары, ойошмаларҙың матбуғат хеҙмәттәре араһында ла “иң-иң”дәр баһаланды. Коммерция пред­приятиелары араһында иң яҡшыһы булараҡ “Баш­нефть” акционерҙар нефть компанияһы хеҙмәткәрҙәре табылһа, БР Йәштәр сәйәсәте һәм һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте дәүләт учреждениелары араһында еңеп сыҡты. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре Рөстәм Зарафетдинов “Сәйә­сәт һәм йәмғиәт” номинацияһында еңде.
“Матбуғат йөҙҙәре” номинацияһында “Башҡортостан матбуғаты мисы” һәм “Башҡортостандың мистер журналисы” исемдәрен биреү сараның төп биҙәге булды. Был исемгә “Уча­линская газета”нан Эльза Скрипченко һәм “Һаҡмар” гәзитенән Айбулат Ишна­заров лайыҡ булды.
Еңеүселәргә бүләктәрҙе БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һәм башҡа билдәле кешеләр тапшырҙы.
Еңеүсе коллегаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! ҡәләмдәрегеҙ һәр ваҡыт шулай үткер булһын!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға