14.12.2012 Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта
Гәзитебеҙҙең үткән һанында ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының почта хеҙмәткәрҙәрен редакцияға саҡырыуыбыҙ тураһында яҙғайныҡ. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Иглин һәм Нуриман райондары почтальондары булды.
Көн һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, улар беҙгә дәртләнеп килеп етте. Осрашып, уртаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләшеп алыу барыбыҙға ла кәрәк бит. Сөнки эшебеҙ, маҡсатыбыҙ асылда уртаҡ – уҡыусыға ваҡытында гәзитте еткереү.
Әммә баш ҡалабыҙға саҡырғас, почта хеҙмәткәрҙәрен Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныштырып сыҡмау яҙыҡ булыр ине. Шуға күрә лә ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бәләкәй генә экскурсия ойошторорға булдыҡ. Почтальондарыбыҙ менән бергә республика Хәрби дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарын күрҙек, “Ләлә” мәсетенә инеп сыҡтыҡ. Музейҙа ҡунаҡтарҙың әлегә булғаны юҡ икән. Улай тиһәң, Өфөлә йәшәүселәр үҙҙәре лә унда инеп сығырға ваҡыт тапмай. Ә күпме тарихи ҡомартҡы, хәтер хазинаһы һаҡлана унда. Өҫтәүенә, экспонаттар көндән-көн байып, тулыланып тора. Шуға күрә лә музейға барыу үҙебеҙ өсөн дә асыш булды, күңелдә һаҡланған ҡәҙер-хөрмәт яңырып, хистәр нескәреп ҡалғандай тойолдо. Кисен ҡунаҡтарыбыҙ “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына концертҡа барып, Стәрлетамаҡ драма театры артистарының сығышын күреп ҡайтты.
Гәзиттең халыҡҡа ваҡытында килеп етеүе мөһим. Әммә йыш ҡына баҫма уҡыусы ҡулына һуңлап ҡына барып етә. Бындай хәл бигерәк тә һуңғы осорҙа ҡырҡыулашып китте. Шундай осраҡта беҙ, ғәҙәттә, почтальондарға ғәйеп ташларға ашығабыҙ. Әммә, тәрәнерәк уйлап ҡарағанда, ябай почта хеҙмәткәрҙәренең бер ғәйебе лә юҡ. Барыһы ла әлеге лә баяғы илдәге иҡтисади үҙгәрештәргә, оптималләштереүгә бәйле. ҡулайлаштырыу еле почта һәм элемтә өлкәһенә лә килеп етте. Хәҙер күп кенә райондарҙа почта бүлексәләре берләштерелә, хеҙмәткәрҙәрҙең байтағы эштән бушатыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, почтальондар үҙ эшен яуаплы итеп башҡарырға тырыша. Иглин, Нуриман райондарында ла эш күбәйһә лә, ырамлы бара. “Мин дүрт ауылды хеҙмәтләндерәм, − ти Нуриман почтальоны Фидалиә Мөхәмәтйәнова. – Бәләкәй Теңкәш менән Ҙур Теңкәш ауылдарын бер көндә урап сығам, Һарығаяз менән ҡушкүлде аҙна дауамында хеҙмәтләндерәм. Ауылдар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. 14 саҡрым арауыҡта ятҡан ауылдар ҙа бар. Уларҙы йәйәү йөрөп сығырға тура килә. Транспортта йөрөйөм тиһәң, уныһын үҙең хәстәрләргә бурыслыһың”.
Почтальондар эш планын да үтәргә бурыслы. Эш хаҡы, гәзиткә яҙҙыртыу планынан тыш, тауар һатыу күләменә лә бәйле. Халыҡ гәзит менән бергә йөкмәп йөрөгән тауарыңды алмаһа, хеҙмәтең, түккән көсөң дә бушҡа буласаҡ, тимәк. “Конверт, открыткалар ғына түгел, аҙыҡ-түлек, хатта йорт йыһазы ла һатырға тура килә, − ти Иглин почта бүлексәһенең страховка участкаһы начальнигы Гөлнара Ғөбәйҙуллина. – Эш ауыр булғанға күрә кадрҙар мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Күбеһе оҙаҡ эшләмәй, Өфөгә китеүҙе хуп күрә”. Нуриман районында ла шул хәл. Байгилде почта бүлексәһенә 11 ауыл тура килә, уларҙы дүрт кенә почтальон хеҙмәтләндерә.
“Йәшлек” гәзитен Нуриманда, ғәҙәттә, ике йөҙгә яҡын дана алдырһалар, Иглинда − йөҙ тирәһе. Һуңғы осорҙа унда ла гәзит алдырыусылар һанын арттырыу ҡыйынға тура килә. Күбеһе аҡса етмәүенә зарлана. Йөкмәткеле гәзит-журналдарҙы уҡыусылар кәмей. Үкенескә күрә, йәштәр баҫмаларын бында әҙ алдыралар. – Халыҡ нишләптер ҡайһы осраҡта рекламалар баҫтырған гәзиттәрҙе генә һорай. Барыһын да донъя проблемалары баҫҡанмы әллә, тип уйлап ҡуяһың, − тип фекерҙәре менән уртаҡлаша ҡыҙылъяр ауылы почтальоны Ираида ҡобағошова.
− Ғөмүмән, башҡорт матбуғатын алдырыусылар күп түгел. Ғәҙәттә, башҡорт теле уҡытыусылары даими алдырып тора. Яҙылыуға район хакимиәте булышлыҡ итә. Был йәһәттән эште йәнләндереп ебәрергә кәрәк, әлбиттә, − тип һүҙгә ҡушыла Байгилде почта бүлексәһе начальнигы Рәйхана Хәбибуллина.
Баш мөхәрриребеҙ бүлмәһендә сәй табыны артында йәнле аралашыу һә тигәнсе тамамланды. Иглин һәм Нуриман райондарынан килгән хат ташыусыларға гәзитебеҙҙең киләһе йылға төҫлө календарын, логотиплы көрөшкә бүләк иткәндән һуң, үҙҙәре менән тағы ла осрашырға яҙыуын теләп, улар менән йылы хушлаштыҡ...
“Йәшлек” гәзите төрлө райондарҙа эшләп йөрөгән почта хеҙмәткәрҙәрен редакциябыҙға ҡунаҡҡа саҡырыуҙы дауам итәсәк. Был акция барышында ҡунаҡтарыбыҙ Өфөлә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашасаҡ, баш ҡаланың үҙенсәлекле урындары менән танышасаҡ. Башланғысыбыҙ почта менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе йәнләндереүгә, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың артыуына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
М. ИҡСАНОВ.