«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » 500 000 һумға – бункерға билет



14.12.2012 500 000 һумға – бункерға билет

500 000 һумға – бункерға билет21 декабрҙә заман ахырын көткән кешеләрҙең бер төркөмө, тарихта Сталин бункеры тип атал­ған урында ҡалып, имен ҡотолмаҡсы. Һы, улар, әгәр, ысынлап та, ахырызаман, йәғни ҡиәмәт көнө етһә, бер ниндәй ҙә бункер ярҙам итмәйәсәген аңламайҙыр.
Шулай, бер аҙнанан “сағыу ваҡиға” көтөүсе хыялыйҙар ана шул Мәскәүҙәге Таганкала урынлашҡан Сталин бункерына билет ала башлаған, имеш. Билеттар ете йәшкә тиклемге балалар өсөн – бушлай, өлкәндәргә – 500 мең һумдан алып. Әлбиттә, “текә”ләр өсөн дә урындар бар – ”VIP”-билеттарҙың хаҡы 1,5 миллион һум тора.
Бункер сайты хужалары вәғәҙәләүенсә, әгәр ахырызаман булмаһа, билеттарҙың ярты хаҡы кире ҡайтарыласаҡ икән. ҡалғаны – биғәйбә инде. Әле бункерға аҙыҡ-түлек тултырыла, залдар ҡулайлаштырыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда мәскәүҙәр өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыла.
Сталин бункеры (Бункер – 42) – донъя­лағы берҙән-бер 65 метр тәрәнлектә урынлашҡан бункер.
Шунда билет алыусылар күпме булыр икән?

“Вмоскве” сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға