«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ә һеҙ “Яҡташтар” проектына ҡушылдығыҙмы?



14.12.2012 Ә һеҙ “Яҡташтар” проектына ҡушылдығыҙмы?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының республикабыҙҙағы төбәк бүлексәһенең яңы идеяһы – “Яҡташтар” проекты йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырҙы. Әле төрлө район-ҡалаларҙа арҙаҡлы шәхестәр хаҡында мәғлүмәт туплау ҡыҙа.

Зөһрә ГОРДИЕНКО, Учалы муниципаль районы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
– Был проект учалыларҙың йөрәгенә юл тапты. Уға бөтә ойошма-предприятиелар ҙа әүҙем ҡушылды. Тиҙ арала бик ҙур исемлек булдырылды. Улар араһында фиҙакәр эшләгән колхозсылар күп, халыҡ үҙҙәренең ата-әсәһенән башлап етәкселәргә тиклем тәҡдим итте.
Бөгөнгә өс тарихи шәхес һәм өс замандашыбыҙ билдәләнде. Хәҙер проекттың арта­бан­ғы этабын көтәбеҙ.

Рауза ЙӘҺҮҘИНА, Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– “Берҙәм Рәсәй” партияһының ошо проект хаҡындағы махсус гәзите килеп етте, ул халыҡҡа еткерелде. Беҙҙә әле мәғлүмәт туплана, төрлө һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар бара. Белеүебеҙсә, проекттың икенсе этабы ғинуарҙа була. Почтальондар һәр өйгә анкета тарата, агитаторҙар ҙа үҙ эшен башлай.
Беҙҙең яҡ данлыҡлы шәхестәргә бик бай. Мәҫәлән, Үтәгән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “ҡыҙыл Байраҡ” ордены кавалеры Хәбрахман Абдулла улы Фәхрисламов йәшәй. Ул, яуҙан ҡайтҡас, ауыл-колхозды тергеҙеүгә күп көс һалған кеше. Шулай уҡ ул һуғыш ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш атҡарҙы, китап та сығар­ҙы. Уның кеүек кешеләр хаҡында йәш быуын онотмаҫҡа тейеш. “Яҡташтар” проекты изге йоланы тергеҙергә булышлыҡ итер, тип уйлайым. Маҡсатлы эш ватансылыҡ тәрбиәһе биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

Динар ӘХМӘДРИСЛАМОВ, Әлшәй муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр эше буйынса баш белгесе, сәйәси технолог:
– Әлшәй районында ла арҙаҡлы шәхестәр бик күп. Әммә беҙгә тиклем йәшәгән, эргәбеҙҙә йәшәүсе һәм ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ тураһында бик аҙ беләбеҙ. “Яҡташтар” проекты – ул төбәк үҫешенә өлөш индергән кешеләргә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү. Проект билдәле кешеләр исемлегенә кемдәр инергә тейешлеге тураһында халыҡҡа үҙ фекерен белдереү, баһа биреү мөмкинлеге бирә. Волонтерҙар махсус гәзитте һәм анкетаны таратып сыҡты. Халыҡҡа был проект оҡшай, яуаптар килә лә башланы. Шуныһы яҡшы – бында рейтинг билдәләү юҡ, ни бары һәр кемдең тауышы иҫәпкә алына.

Ләйлә РӘҒИМОВА, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Белорет районындағы урындағы башҡарма комитеты етәксеһе:
– Көндәлек мәшәҡәттәр арҡаһында тормошобоҙҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләр йәшәгәнен һәм эшләгәнен йыш ҡына күрмәйбеҙ, белһәк тә, өндәшмәйбеҙ. “Яҡташтар” проекты – тыуған тарихты яҙыу ул.
Районда һәм ҡалала агитация эше яҡшы бара. ҡайһылар төбәк һәм урындағы гәзиттәр­ҙе алдырмай бит, шуға һәр кемгә махсус гәзитте тапшырырға тырыштыҡ. Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, социаль объекттарҙа махсус ҡумталар, гәзиттәр ҡуйылды. Бөгөн беҙгә күпләп яуаптар килә башланы. Шуны әйтергә кәрәк, күптәр һайлаған шәхестәр тап килә.

Гүзәл БИКМӘТОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға