«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ПАРИЖДА БАШҠОРТОСТАН КҮРҺӘТЕЛӘСӘК



11.12.2012 ПАРИЖДА БАШҠОРТОСТАН КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда биосфера резерваты барлыҡҡа килеүе – бөтәбеҙ өсөн дә күптән көткән һәм ҡыуаныслы ваҡиға. “Башҡортостан Уралы” биорезерватын Бөтә донъя резерваттар селтәренә индереүҙе раҫлаусы сертификат Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа тапшырылды. ҡиммәтле документты Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы вәкилдәре бирҙе. Билдәле булыуынса, был делегация үткән аҙна аҙағында Башҡортостанға эш сәфәре менән килгәйне. Делегацияны ойошманың яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе етәкләне, ҡунаҡтар Өфөнөң бик күп мөһим объекттарында булды.

ЮНЕСКО-ның биосфера резерваты – халыҡ-ара кимәлдә һаҡлау статусына эйә булған тәбиғәт территорияларын билдәләү формаһы. Ул ЮНЕСКО-ның “Кеше һәм биосфера” тип аталған махсус программаһы буйынса булдырылған. ҡыҫҡаһы, кеше тәбиғәтте ҡәҙерләп һәм һаҡлап тотонорға өйрәнһен өсөн ҡабул ителгән проект. Әлеге көндә донъяның 117 илендә 610 биосфера резерваты бар. Ә Рәсәйҙә – 41. Резерваттар бигерәк тә Волга йылғаһы буйында күп билдәләнгән. “Башҡортостан Уралы” үҙенең эсенә ныҡлы һаҡланған бик күп тәбиғәт территорияһын туплаған.
Яңы төҙөлгән “Башҡортостан Уралы” комплекслы биорезерваты Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә булдырылған. Был − республиканың таулы һәм урманлы урындары. Уның составында компактлы ғына урынлашҡан, беҙҙең һәр беребеҙгә таныш һәм ҡәҙерле тәбиғәт территориялары бар. Бына улар: “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, “Алтын солоҡ” тәбиғәт зоология заказнигы һәм “Ыҡ” зоология заказнигы. Шунда уҡ Күгәрсен, Мәләүез һәм Ишембай райондарының ошо матур урындарҙы бәйләп тороусы ерҙәре лә инә. Резерваттың дөйөм майҙаны 346 мең гектарға яҡын.
Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе республика халҡын матур ваҡиға – “Башҡортостан Уралы” биорезерваты асылыуы менән ҡотланы. Уның әйтеүенсә, бындай ваҡиғаны һирәк була торғандар иҫәбенә индерергә кәрәк. Шуныһы ғына бар – Рәсәй закондары араһында һаман да “аҡ нөктәләр” табыла һәм улар һәр ваҡыт ЮНЕСКО-ның “Кеше һәм биосфера” программаһына тура килеп бөтмәй. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн әле әүҙем эш алып барыла. Беҙҙең закон­дар­ҙа “биосфера”, йә булмаһа, “резерват” тигән һүҙҙәр юҡ, шуға ла программаны тормошҡа ашырыу ауырға төшә.
Башҡортостан Республикаһының тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев биорезерват алдына киләһе йылдарға ҡуйылған маҡсаттар менән таныштырҙы. Был юҫыҡта сит илдәр­ҙә ошондай уҡ программа буйынса эшләгән белгестәр менән осрашыу-кәңәшләшеүһеҙ булмай. Тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу өсөн теоретик белемде арттырыу ҙа, халыҡтың үҙаңын үҫтереү ҙә талап ителә. Бигерәк тә “Башҡортостан Уралы” биорезерваты зонаһында йәшәүсе халыҡ араһында етди, ентекле эш алып барыласаҡ. Ә инде тәбиғәткә ял итергә барған кешеләр уны яратырға ғына түгел, һаҡларға ла бурыслы.
“Башҡортостан Уралы” зонаһында Рәсәйҙең һәм төбәгебеҙҙең ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр һәм йәнлектәр күп. Биосфера резерваты зонаһы өс өлөшкә бүленгән. Уның ҡайһы өлөшөндә туризмды үҫтерергә, ҡайһы урындарын айырыуса һаҡларға кәрәклеге аныҡ билдәләнгән.
Осрашыуҙа Башҡортостанда тағы ла бер резерват булдырыу мөмкинлеге тураһында һүҙ булды. Уның Силәбе өлкәһе менән берлектә булдырылыуы ихтимал. Һүҙ Ирәмәл тауы “Зүрәткүл” − тәбиғәт паркы тураһында бара.

Өфө – спорт ҡалаһы

2013 йылда Өфөлә Халыҡ-ара Дельфий уйындары ойошторолоуы ихтимал. Бындай ҙур уйынды тап беҙҙә үткәреү мөмкинлеге тураһында БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһы менән осрашыуы барышында һүҙ алып барылды.
Халыҡ-ара Дельфий уйындары комитеты директоры Владимир Понявин билдәләүенсә, беҙҙең замандың тәүге Дельфий уйындары 2000 йылда үткән. Шунан һуң илдә йәштәр ҡатнашлығындағы бындай уйындар 12 тапҡыр ойошторолған. Һуңғы өс йыл эсендә был уйындарҙа илебеҙҙең бөтә төбәктәренең дә йыйылма командалары ҡатнашҡан.
Беҙҙең республиканың йыйылма командаһы был сарала тәүге йылдарҙан алып ҡатнаша һәм һәр ваҡыт лидер булып тора. ҡазан ҡалаһында Универсиада башланған­ға тиклем йәки унан һуң Өфөлә милли уйындар үткәрергә мөмкин, тип күҙаллана. Дельфий уйындарын асыҡ итеп ойошторор­ға була, был хәрәкәттә 65 ил ҡатнашасаҡ.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2013 йыл былай ҙа бик әүҙем һәм ҡыҙыҡлы үтмәксе, Дельфий уйындары йыл буйы барасаҡ саралар иҫәбенә мөһим өлөш булараҡ инер ине. Шуға ла Уйындар буйынса аныҡ ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк.
Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында ла айырым билдәләп үтмәй булмай. Был мәмерйә­нең әһәмиәте һәм уникаль булыуы бөтә донъяға билдәле. 2013 йылда уны тикшереү өсөн ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҡомартҡылары комиссияһына документтар тапшырыласаҡ. Бынан һуң да эштәр бик күп әле, 2014 йылда Шүлгәнташты өйрәнеү өсөн эксперттар киләсәк. ҡомартҡыбыҙҙы бөтә донъя кимәлендә һаҡлау буйынса пландар һәм документаль эштәрҙе 2015 йылға тамамлар­ға йыйыналар.
Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһының беҙҙең республикаға сәфәре барышында мәғариф мәсьәләләрен ҡарау ҙа юғары кимәлдә ойошторолдо. Әле беҙҙә ЮНЕСКО проектында 100 ҡала һәм ауыл мәктәбе эшләй. Уларҙың 21-е ЮНЕСКО-ның ассоциа­циялан­ған мәктәбе сертификатына эйә. Был – халыҡ-ара документ һәм республика ошо мәктәптәре менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. Сәфәр барышында ЮНЕСКО делегацияһы вәкилдәре сертификатҡа эйә булған мәктәптә уҡыусылар менән танышты.
Шулай уҡ мөһим яңылыҡ – Башҡортостан социаль технологиялар институты базаһында ЮНЕСКО-ЮНЕВОК үҙәге асылды. Унда бөгөн эшләп йөрөгән белгестәрҙең квалификацияһын арттырыу курстары үткәреләсәк. Әле унда “Торлаҡ-комуналь хужалыҡ – технологиялар” тип аталған тәүге проект тормошҡа ашырылды ла инде. Унда йылылыҡ һәм электр энергияһын һаҡсыл тотоноу өсөн техника, төрлө лампалар һәм башҡа ҡорамалдар күрһәтелгәйне. Лаборатория әүҙем эшләйәсәк, унда экспресс-семинар­ҙар ҙа, оҙайлы курстар ҙа ойоштороласаҡ.
Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы делегацияһының Өфөгә сәфәре ике яҡ өсөн дә кәрәкле проекттарҙы, пландарҙы тормошҡа ашырыу ниәтендә үткәрелгән матур саралар менән тиҙ арала үтеп тә китте. Сараның һөҙөмтәләре бер көнлөк түгел. Шуға ла әлеге сәфәр барышында башҡарылған эштәрҙең дауамын күрәсәкбеҙ әле. Билдәле булыуынса, 2013 йылда ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостандың презентацияһы буласаҡ. Уны лайыҡлы кимәлдә ойоштороу ҙа – бөгөнгө көн бурысы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға