«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кондуктор



11.12.2012 Кондуктор

Кондуктор Бөрйән ҡыҙы Гөлсәсәк Байғусҡарова-Баймырҙина, һәр эште лә күңел биреп башҡарырға кәрәк, ти
Кешелек йәшәйешендә меңдәрсә төр һөнәр булһа ла, уларҙың ҡайһы берәү­ҙәре генә халыҡ һәм етәкселек та­ра­фынан баһалана, икенселәренә иғтибар ҙа ителмәй. Совет заманы осоронда көтөүсе, һауынсы, сөгөлдөрсө, нефтсе һөнәрҙәренә иғтибар ҙур булды. Со­циалистик Хеҙмәт Геройҙарының күпселеге улар ара­һынан ине. Бөгөн эшҡыуар-фер­мер­ҙарҙың эшмәкәрлеге матбуғат биттәрендә лә, телевизор экрандарында ла киң яҡтыртыла. Һуңғы йылдарҙа иғтибарҙан ситтәгеләр­ҙең дә һирәкләп булһа ла телгә алына башлауы ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, почтальон хеҙмәте. Ә бына пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән меңәрләгән шофер, кондуктор тураһында ләм-мим… Күҙҙә­рем­де йомоп, шулай уйланып 110-сы маршрут автобусында китеп барам. «Если по-хорошему рассчитываться не будешь, я тебя выброшу на улицу», − тигән асыулы тауыш­ҡа күҙҙәремде асһам, киң күкрәкле, зифа буйлы урта йәштәр­ҙәге кондуктор ҡатын мыҡты ғына кәүҙәле һуҡмыш пассажирҙы елкәһенән тотоп алды ла, елтерәтеп автобустан сығарып та ебәрҙе. Бындай хәл эш барышында йыш ҡына ҡабатланыр, ахырыһы. Сөнки мөләйем йөҙлө ҡатындың йөҙөндә лә, йөрөш-торошонда ла нервы тарҡаулығы һиҙелмәне, ул тиҙ арала тынысланып, ингән-сыҡҡан пассажирҙарҙы көләс йөҙ менән хеҙмәтләндереүен дауам итте. Үҙең эшләп ҡарамаған эш ғәмәлдә еңел генә башҡарылған һымаҡ тойола. Башта был мөләйем ҡатындың эше ауыр түгел, тигән фекергә килдем, ысынбарлыҡта улай түгел икән шул…
Арауығы оҙон туҡталыштар араһында үҙенә тәғәйенләнгән ултырғысҡа ултырып, күҙҙәрен йомоп йоҡомһорай ҙа, автобусҡа ике-өс кенә пассажир ингән хәлдә, ҡуҙғалмай йоҡомһорауын дауам итә. Был ныҡлап әүен баҙарына юлланды, пассажирҙар түләмәй генә сығып китә инде, тип хафаланып уйлауыма, киләһе туҡталышта кондуктор һин дә мин килеп торҙо ла, ике туҡталыш арауығында ингән кешеләрҙең береһен дә ҡалдырмай билеттар биреп сыҡты. Кондук­торҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлағым килһә лә, уның үҙенсәлекле ритм менән эшләү рәүешен боҙоп ҡуйырмын тип, баҙнат итә алмайым. Алда тығын барлыҡҡа килдеме, «ташбаҡа» тиҙлеге менән бара башланыҡ. Автобусы­быҙ ун метр самаһы алға тәгәрәй бирә лә туҡтай. Уңай мәлде файҙаланып, мөләйем йөҙлө ҡатындан үҙенең эше тураһында һөйләүен үтендем… Һүҙен ул үҙе менән таныштырыуҙан башланы. Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы ҡыҙы Гөлсәсәк Байғусҡарова-Бай­мыр­ҙина булып сыҡты ул. Йәшәйешкә аяҡ баҫыу осоро ҡәҙимге ауыл ҡыҙҙарыныҡы кеүек – 1968 йылғы Гөлсәсәк, Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлап, 1985 йылда ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала. Артабан уҡырға теләге булһа ла, ата-әсәһе йорт эштәренә яраҡһыҙ булып ҡартайыу сәбәпле, уларҙы ҡарау маҡсатында, район үҙәгендәге автозаправкаға эшкә урынлаша. Аҡ йөҙлө, һомғол зифа буйлы, зәңгәр күҙле, һөймәлекле ҡарашлы йәш ҡыҙ заправкаға килгән һәр егеттең күңел түрен тынғыһыҙлай. Гөлсәсәкте үҫтергән сағында ата-әсәһе: «ҡыҙым-ҡы­ҙым – ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше», − тип бушҡа ғына һамаҡламаған. Ниһайәт, ҡыҙға күҙе төшөп йөрөгәндәрҙең береһе сибәрҙең күңел түрен яулай. Ул тимер ауылынан Илһам Баймырҙин атлы егет була. Дыуамал шофер егет, башҡаларға ҡарағанда өлгөрлөк күрһәтеп, никахлашыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай, 1987 йылда өйләнешеп тә ҡуялар. Һөйөк­лөһөнә өс ул бүләк итә ул. 1988 йылда оло балалары Руслан, 1992 йылда − Алмас, 1995 йылда Илнур яҡты донъяға ауаз һала. Икеһенең дә даими эш урыны булғас, аҫабаланып, тыуып үҫкән ерҙәрендә мүкләнеп йәшәп кенә ятырға кәрәк ине лә бит… Юҡ шул. Кеше күп осраҡта уйламай эш иткән ҡыланыштары менән үҙенә-үҙе яфа тыуҙыра шул. Илһам да, сибәрлеге менән һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп иткән ҡатынын көнләшеп, әкренләп Гөлсәсәгенең үҙ теләге менән эштән китеүенә өлгәшә. Һөҙөмтәлә Сибай леспромхозына барып эшкә урынлашалар. Ошонда улар дүрт йыл йәшәү дәүерендә «Кеше илендә солтан булғансы үҙ илеңдә олтан бул» тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөнә инана. Һәм 1995 йылда ты­уып үҫкән районына ҡайтып, әҙерләүҙәр контораһына эшкә урынлаша Илһам. Тик, үкенескә күрә, һөйөклөһөн бәхетле итеп оҙаҡ йәшәй алмай, 2000 йылда фани донъя менән хушлаша. вафатынан алда Иҫке Мө­сәттә ҡарағайҙан йорт һалып өлгөрә. Утыҙ ике йәшендә генә өс бала менән тол ҡалған ҡатын ҡайғы-ауырлыҡтар алдында ҡаушап-баҙап ҡалмай. Мал, ҡош-ҡорт аҫрап, тыуып үҫкән ауылында алты йыл йәшәй. Әммә балалары бер-бер артлы мәктәпте тамамлап, уҡырға китә башлай. Руслан ун беренсе синыфты тамамлағас та БДУ-ның Сибай филиалына уҡырға инә. Уртансы улы бишенсе синыфты тамамлау менән артабан Өфөлә белем алырға теләк белдерә. Балаларының теләген кире ҡағып өйрәнмәгән әсә Алмасты 6-сы синыфҡа Республика башҡорт лицейына урынлаштыра. Ике улын ике ҡалаға оҙатҡан Гөлсәсәк ун бер йәшлек төпсөк улы Илнур менән генә ауылда ҡалырға теләмәй. Мал-тыуарын (өйҙән башҡаһын) һатып, Өфөгә килеп, дүртенсе автотранспорт предприятиеһына кондуктор булып эшкә урынлаша. Бөгөн 1-се АТП-ла 110-сы маршрутта Өфө − аэропорт йүнәлешендә эшләп йө­рөй. Иртәнге сәғәт биштә эш башлана һәм киске сәғәт 11-гә тиклем дауам итә. Балалары­ның киләсәге өсөн йәнен бирергә әҙер булған әсә, әрһеҙләшеп, ни­сек тә тапҡан аҡсаһын иҫәпле тотоноп, уларҙың белем алыуына мөмкинлек тыу­ҙырырға тырыша. Алты йыл буйы автотранспорт предприятиеһының дөйөм ятағында йәшәй ул. Белеүебеҙсә, АТП тото­роҡло предприятие, уның профсоюз ойошмаһы, етәкселек менән берлектә эш итеп, ошондай эшлекле тырыш хеҙмәткәрҙәренә берәй бүлмәле фатир хәстәрләһә, АТП-ның уңған кондукторы етәкселеккә мең рәхмәтле булыр ине лә бит…

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға