«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Яҡташтар” проекты һеҙҙән лайыҡлы исемдәр көтә



11.12.2012 “Яҡташтар” проекты һеҙҙән лайыҡлы исемдәр көтә

Хөрмәтле редакция, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” проекты тураһында ишеткәйнек. Һуңғы ваҡытта ошо турала күп һүҙ алып барыла. Унда һәр кем туранан-тура ҡатнаша, үҙ тәҡдимдәрен әйтә ала икән. Был ысынмы?
Сәлимйән ЗАҺИТОВ.
Стәрлетамаҡ районы.

“Яҡташтар” проекты иғлан ителгәс тә “Йәшлек”тә был турала мәғлүмәттәр булды, артабан да һеҙҙе уның менән таныштырып барасаҡбыҙ.
Эйе, был проект күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уят­ты. Уның төп маҡсаты – һәр төбәктең тарихын шәхестәргә бәйләп яҙыу. Йәғни теге йәки был район-ҡаланың иң арбуйлы, ғорурланырлыҡ, билдәле, хеҙмәтсән кешеләрен асыҡ­лау, улар аша йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү.
Был эштә һәр кем ҡатнаша алыуы ла дөрөҫ. Урындарҙа яҙма анкета тултырыу ойошторола. Бында һәр кем үҙ төбәгенең шәхесен атай ала. Улар иҫәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, спортсылар, хеҙмәт алдынғылары булыуы мөмкин. Әйткәндәй, тарихи шәхестәрҙе лә атарға була. Фекер алышыуға алты кандидатураны тәҡдим итә алаһығыҙ: өсәү тарихтан, өсәүһе – замандашыбыҙ.
Муниципалитеттарҙағы һорашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса рейтинг төҙөлә һәм киң мәғлүмәт сараларында исемлек баҫып сығарыла. Тәүге һөҙөмтәләр 2013 йылдың яҙында булыр тип көтөлә.
Шуныһы ла бар: шәхестең исемен атағанда уның түрәлеге, вазифаһы түгел, ә башҡарған эштәре менән ихтирам яулауы иҫәпкә алынырға тейеш. Бөгөндән ауылығыҙҙың, райо­нығыҙҙың “Яҡташ­тар” проекты исемлегенә инергә лайыҡлы кешеләрен барлай башлағыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” ағзалары, йә улар­ға ярҙам итергә теләк белдереүселәр һеҙҙән мотлаҡ кемде күрһәтергә теләүегеҙ хаҡында һорар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға