«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ҠАЙҺЫ ҺЫЙЫР ҺӨТЛӨРӘК?



07.12.2012 ҠАЙҺЫ ҺЫЙЫР ҺӨТЛӨРӘК?

Һыйырҙың һөтлөһөн һайлап алыу еңелдән түгел. Малдың хужалыҡҡа файҙа килтерәсәген тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап та күҙалларға мөмкин. Мәҫәлән, һөтлө һыйырҙың башы әллә ни ҙур түгел һәм арҡаһы тура була. Шулай уҡ малдың тиреһенә лә иғтибар итергә кәрәк – ул йылҡылдап ҡына торһа, шәберәк, ныҡ ҡалын тиреле һыйыр ҙа һөттө аҙ бирә. Аяғы тураһында ла онотмайыҡ, һыйыр модель түгел, шуға ла уларҙың ҡыҫҡараҡ аяҡлыһын һайларға кәрәк. Яҡшы малдың артҡы аяҡтары ике яҡҡа тырпайып тора. Әлбиттә, һыйыр һайлағанда уның елененә лә ныҡ иғтибар итергә кәрәк – ҙур, әммә тулышып торған, һәлберәмәгән еленле мал һөттө күп биреүсән була. Уларҙың формаһы сынаяҡ йәки ваннаны хәтерләтә.
Һыйыр һайлағанда хаталанмаҫ өсөн малды махсус тоҡомсолоҡ фермаларынан алыуҙан да уңышлырағы юҡ. Ләкин был мөмкинлек бөтәбеҙгә лә бирелмәгән. Шуға ла Башҡортостанға яраҡлашҡан то­ҡомло малдарҙы үҙегеҙ өйрәнеп, һайлап алыуҙан башҡа сара юҡ. Атап әйткәндә, беҙҙең яҡта аҡлы-ҡаралы һыйырҙарҙы аҫрау отошлораҡ тип билдәләнә. Был малдар төрлө климатҡа ла һәйбәт яраҡлаша белеүе менән ылыҡтыра. Уларҙы яҡшы ҡараған хужалар һыйырҙан бер йылда 5 – 6 мең литр һөт һауып ала. Әлеге мал тоҡомоноң русса атамаһы – “черно-пестрая”. һыйыр­ҙарҙың ауырлығы 450 – 500 килограмм тарта.
Республиканың ҡайһы бер райондарында “красная степная порода” тип аталған тоҡомло малдар бар. Улар әллә ни күп һөт бирмәй-биреүен, әммә климатҡа яраҡлашыуы, ныҡлы сәләмәтлеге, быҙауҙарҙы йыл һайын һәм сәләмәт тыуҙырыуы менән ҡиммәтле.
Электән ныҡ таралған холмогор һәм ярос­лав тоҡомдары тураһында ла онотмайыҡ. Улар ҙа һөттө бик яҡшы бирә. Тап ошо тоҡомға ҡараған һыйырҙар араһында һөттө күп биреүе менән рекорд ҡуйыусылар бар.
Әлбиттә, хәҙер яҡшы тоҡомло малдарҙы сит илдән, диңгеҙҙәр аръяғынан да алып ҡайтып аҫрайҙар. Моғайын, был дөрөҫтөр ҙә, затлы малдарҙы аҫрау өсөн бик күп сығымдар түгелеүе үҙен аҡлайҙыр. Әммә был эш ҙур һәм ҡеүәтле ҡорамалдары булған фермаларҙа аҫралыусы малдарға ғына ярарлыҡ. Шәхси хужалыҡтарҙа беҙҙә ныҡлап тикшерелмәгән, өйрәнелмәгән малдарҙы аҫрауҙың һөҙөмтәһен алдан күҙаллауы ла ҡыйын. Шуға ла юҡ менән булышмаҫҡа ғына кәңәш бирергә мөмкин.
Малдың яҡшы тоҡомлоһон алыу бер эш булһа, уны дөрөҫ итеп ҡарау – икенсе мәсьәлә. Йәй көндәрендә яҡшы ғына көтөүлектәрҙә йөрөгән малдар менән әллә ни проблемалар юҡ. Ә бына ҡышын уларҙы ҡарау өсөн тырышырға тура килә. ҡыш сығыр өсөн бер баш эре малға 25 центнер самаһы бесән йәки һалам кәрәк, улары әҙерләнеп, һарай башында ята инде. Шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Аныҡ билдәләп әйткәндә, бер литр һауыл­ған һөткә 100 – 150 грамм ҡатнаш аҙыҡ бирелә. Тимәк, кем эшләмәй – шул ашамай булып сыға инде – һыйыр һөттө ни тиклем күберәк бирһә, шул тиклем күберәк ашай. Эле­герәк гә­зиттәрҙә рекордсмен һауын­сылар тураһында йыш яҙыла торғайны. Һауынсы апай­ҙарҙың һәр бе­реһе һыйыр күп һөт бирһен өсөн уларҙы яратырға, наҙларға кәрәклеге тураһында һөйләгәнен иҫләйем. Был, ысынлап та, шулай. Мал яратмаған хужа бер ваҡытта ла һөттө мул һауып ала алмаясаҡ, уның һарайына ҡот ҡунмаясаҡ. Мал да тере йән эйәһе, уны дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ кеүек күреү һәйбәтерәк.

Ат ҡына түгел,
тана ла өйрәтелә

Тана күп һөт бирһен өсөн уны алдан уҡ өйрәтергә кәрәк. Малды дөрөҫ һауа башлау уны мастит сиренән дә ҡотҡара, юҡһа һуңғы ваҡытта был сир бик күп малды йонсота.
Тана һөттө күберәк бирһен өсөн уның еленен алдан уҡ массажлау талап ителә. Ә инде тананы дөрөҫ туҡландырыу уңыштың 90 проценты тип әйтергә кәрәк.
Быҙауларға йөрөгән тананы яҡшы ашатырға кәрәк. Был ваҡытта ул витаминдарға, минераль матдәләргә мохтаж. Микроэлементтарҙың аҙайыуы быҙауҙың сәләмәтлегенә лә, һөттөң сифатына ла ҙур йоғонто яһай. Шуға ла мал аҙығына айырым һатып алынған минераль матдәләр, витаминдар ҡушыу мотлаҡ кәрәк.
Һыйыр быҙаулап, бер аҙна үткәндән һуң уны көндән-көн күберәк ашата башлау талап ителә. Аҙыҡтың күләмен аҡрынлап ҡына арттыралар. Был ваҡытта һөттөң нисек артыуына иғтибар итегеҙ – аҙыҡты арттыраһығыҙ, ә инде һөт кимәле артмай икән – тимәк, һыйырға ошо аҙыҡ етә тигән һүҙ. Тағы ла күберәк ашатыу талап ителмәй.
Тананы һауыр алдынан эшләнгән массаж кәмендә ике минут дауам итергә тейеш. Еленен йыуыу ҙа мотлаҡ, был мастит сиренән профилактикалау өсөн дә, һөт таҙа булһын өсөн дә кәрәк. Йылы һыу тананы тынысландыра, уның еленен йомшарта һәм һөттө күберәк бирҙертә.
Яңы быҙаулаған тана йылылыҡҡа ла, яҡтылыҡҡа ла мохтаж. Шулай уҡ саф һауала йөрөгән малдарҙың һөтө ҡуйы булғанлығы раҫланған фәнни факт. Шу­лай ҙа һауа температураһы 20 гра­дус һы­уыҡта мал­­дарҙы һа­рай­ҙан сығармаҫҡа кәрәк.
Һыйыр мулыраҡ һөт бирһен өсөн уны күберәк һәм витаминлы ашатыуҙан тыш, йышыраҡ туҡландырыу ҙа шарт. Көнөнә дүрт тапҡыр ашатыл­ған мал һөттө күп бирә.
Һутлы аҙыҡтар тураһында онотмағыҙ, сөгөлдөр, картуф, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр малдар өсөн бик кәрәк. уларҙы ваҡлау талап ителә. Силостан да ҡурҡырға ярамай, дөрөҫ һаҡланған был аҙыҡ һөткә тәмһеҙ еҫ бирмәй.
Һыйырҙар теләгән ваҡытта һыу эсергә тейеш.
Һалам тураһында айырым әйтке килә. Һоло һәм арпа һаламы туҡлыҡлылығы буйынса бесәндән саҡ ҡына ҡалыша. Ярауайҙыҡы насарыраҡ. Һаламды малға тоҙло һыу һибеберәк биреү яҡшы. Шулай уҡ һалам ғына ашатҡанда ҡатнаш аҙыҡты күберәк ҡулланырға була. Һаламдың өҫтөнә ҡайнар һыу һалып, ҡаплап тороу бик шәп – һалам йомшара һәм микробтарҙан арына.

ҡыҙыҡлы факттар
Һыйыр еленендә 11-ҙән 23 литрға тиклем һөт була.
Кәзә һөтө фета, каприно һәм рокамадур кеүек сортлы сырҙарҙы етештереү өсөн йышыраҡ ҡулланыла.
Францияла ғына түгел, борон илебеҙҙә лә һөт әсемәһен өсөн көршәктәргә тере баҡа төшөрөлгән. Тура килһә, был ысулды әле лә ҡулланырға мөмкин, ерәнергә кәрәкмәй – баҡалар көршәккә һалыр алдынан таҙа һыуҙа йыуындырыла.
Һыйыр көнөнә 90 стакан тирәһе һөт бирә. Уртаса йәшәгән һыйыр ғүмер буйына биргән һөт тултырылған стакандарҙың һаны 200 меңгә барып етә.
Һөт 85 – 95 процент һыуҙан тора. ҡалған өлөшө – витаминдар, аҡһым, май һәм углеводтар. Ләкин ошо ғына өлөш файҙалы матдәләр ҙә һөттә һәйбәт комплекс барлыҡҡа килтереп, уны һәр кем өсөн бик файҙалы эсемлеккә әйләндерә.
Һыйыр һауыу аппаратын уйлап сығарғанға тиклем уңған һауынсылар сәғәтенә алтышар һыйыр һауып өлгөрә ине. Хәҙер ҡорамалдар ярҙамында бер сәғәт эсендә йөҙҙән артыҡ һыйыр һауырға мөмкин.
Дөйә һөтө әсемәй. Был малдың һөтөндә С витамины бик күп, шуға ла уны һыйыр һөтөнә аллергия булған кешеләр ҙә рәхәтләнеп эсә. Дөйә һөтө Сомали халҡы һәм ҡом сүллектәрендә йәшәүселәр өсөн төп аҙыҡ булып тора.
Борон халҡыбыҙ һөт-ҡатыҡты сәс йыуыу йәки башҡа нәмәләрҙе таҙартыу өсөн ҡулланыуҙы гонаһ тип һанаған. Шулай ҙа һөттөң һөрөм ултырған ерҙәрҙе таҙартыу өсөн алмаштыр­ғыһыҙ икәнлеге билдәле.
Кеше организмы һөттө махсус фермент ярҙамында ғына үҙләштерә. Тәүҙә был фермент сабыйҙарҙа ғына булған, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә “дефект” булып, ғүмере буйы ла ошо ферментты йөрөтә башлаған. Тора-бара организмы һыйыр һөтөн үҙләштерә алған кешеләр артҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ – Америка, Австралия, һәм Көнсығыш Африка аборигендарында, ҡытайҙарҙа, Себерҙең аҫаба халҡында был ген һаман барлыҡҡа килмәгән тип әйтерлек. ҡытайҙар балаларына һөт эсергә өйрәтеү өсөн төрлө программалар ҙа уйлап сығара-сығарыуын, тик унда һөт продукцияһы сифатһыҙ, тәмһеҙ, ассортимент бик ярлы тип билдәләнә. Был бөгөн дә шулай. ҡытайҙарҙың буйға бәләкәй булыуында тап һөттө аҙ эсеү сәбәпсе тип билдәләнә, шуға ла улар был кәмселектәрен бөтөрөү өсөн һөт менән дуҫлашырға тырыша. Әммә өйрәнеп кенә китә алмайҙар.
Иң майлы һәм ҡуйы һөт – тюлендеке. Иң шыйыҡ һөттө ишәк бирә.
Тренажерҙар залында шөғөлләнгән ваҡытта көс алыу өсөн ике стакан һөт эсеү файҙалы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға