«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡарауыл! Финанс пирамидаһы!..



30.11.2012 Ҡарауыл! Финанс пирамидаһы!..

Исмаһам, ялымда йоҡомдо туйҙырайым тип, мендәр ҡосаҡлап ятҡанда, телефон шылтыраны. Телевидениела эшләүсе таныш коллегам икән.
— Ялыңды мәғлүмәти яҡтан файҙалы итеп үткәрергә теләһәң, әйҙә, ике сәғәттән осрашайыҡ, — ти был.
Берәй эксклюзив мәғлүмәтме әллә, тип һикереп килеп торҙом. Баҡһаң, ул өҫтәмә килем тураһында ғына икән. Мәйтәм, һин дә шул финанс пирамидаһында йөрөп ятаһың, ахыры.
— Ә финанс пирамидаһын һин нисек аңлайһың? Мин тәҡдим итәсәк бизнес бөтөнләй башҡа төрлө, бер эш хаҡына ғына бил бөгөү ялҡытманымы ни, кил, үкенмәҫһең! — ҡыҫҡаһы, ирҙең ауыҙынан бал да май тама, уға эйәр­һәм, мин тиҙҙән бик бай кешегә әүереләсәкмен, бер сәбәпһеҙ көн дә тигәндәй кеҫәмә аҡса тамып торасаҡ һәм башҡаһы.
Ошондай уҡ һүҙҙәрҙе бер нисә көн элек дуҫымдың уҡытыусы булып эшләгән апаһы һөйләгәйне. Алтын тауҙар, сит ил автомобиле вәғәҙә итеп, үҙе артынан эйәрергә, 8 мең һум аҡса түләп яңы селтәрле маркетингка инергә өгөтләне. Ә унан алда актер танышым, 12 мең һумға көрәп аҡса эшләү мөмкинлеген тәҡдим итеп, үҙе йөрөгән финанс пирамидаһына ҡушылырға күндерә яҙҙы.
Кәм тигәндә, айына дүрт-биш кешенән – туғандар, дуҫтар, таныштарҙан ошондай ныҡышмалы саҡырыуҙар ҡабул итәм. Һәр кем үҙенең «бизнес»ын ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай. Хет: «ҡарауыл! Финанс пирамидаһына инергә мәжбүр итәләр!» − тип һөрән һал...
Бөтөн донъя еңел аҡса эшләү тураһында вәғәҙәләргә ышана, ахыры.
Ауыл ерендә лә киң таралған күренеш ул селтәрле маркетинг. Бер ҡоҙасам былай тип һөйләй: «Беҙҙең балалар баҡсаһы мөдире косметика һата. Коллективта һәр саҡ ҡиммәтле хушбуй-кершәндәрҙе һатып алырға теләүселәр булып тормай. Ләкин, аҡса юҡ, тигән һылтауҙарға ыжламай ҙа «апай»ыбыҙ, ай һайын барыһына ла көсләп косметикаһын тоттора. Һәм эш хаҡы алған көндә бурыстарыбыҙҙы тотоп алып ҡала (эш хаҡын да ул тарата бит). ҡәтғи итеп баш тарта ла алмайбыҙ, юҡ, тиеүеңә яуап итеп мөдир һине премияһыҙ ҡалдырасаҡ». Бик яҡшы «ҡулланыусылар баҙары» уйлап тапҡан үҙенә был ханым. Тауарыңды тәҡдим итеп кемгәлер инәләһе түгел, бойороҡ тонында талап итәһең дә ҡуяһың – бынау мең ярым һумлыҡ кремды һатып ал, юғиһә эшһеҙ ҡалдырырға ла күп һорамам... Селтәрле маркетинг (беҙҙең Рәсәйҙә күберәген парфюмерия, косметика һатыу юлы менән тарал­ған) һәр саҡ үҙенә яңы консультанттар эҙләй. Сөнки «баш»тағыларҙың кеҫәһенә аҡса йылға булып аҡһын өсөн «аҫ»тағы ахмаҡтар армияһының яңынан-яңы сафтары талап ителә. Бәхәс юҡ, йүгерекләп йөрөгән консультанттар бындай һатыу менән үҙенә күпмелер килем ала. Тик ул бер-ике тәңкәлек табышына шатланһа, «баш»тар ошо ахмаҡтар арҡаһында миллион һумлап аҡса эшләй.
Cелтәрле маркетинг финанс пирамидаһынан нимәһе менән айырыла һуң? Уйлап ҡараһаң, уларҙың әллә ни айырмаһы юҡ – ике осраҡта ла тик өҫтәгеләр генә көрәп аҡса эшләй. Ә аҫтағы «конструкция» тинлек килемгә риза була, йә бөтөнләй һемәйеп ҡала.
Һәр селтәрле маркетинг – ул аҡса пирамидаһы, ә ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған тауарҙары дөрөҫлөктө йәшереү өсөн генә.
Бер уҡыусы баланың ауыҙынан: «Бер уҡытыу­сыбыҙ дәрескә килеп инеү менән парталарға каталогтар таратып сыға. Уларҙы дәрес буйына ҡарап ултырһаң да була, апай бер һүҙ әйтмәй. ҡыңғырау шылтырағас, заказ яһарға теләүселәр булһа, яныма килегеҙ, тип өндәшә. Кем күберәк заказдар яһай, ул яҡшыраҡ билдәләр ала». Билдәле, был фәндән насар өлгәшеүселәр косметика һатып алырға, нисек тә булһа уҡытыусыларына ярарға тырыша. Ғөмүмән, ауыл мәктәптәрендә селтәрле маркетинг көндән-көн сәскә ата. Уҡытыусылар өлкән класс уҡыусыларына, атай-әсәйҙәргә, ауыл халҡына үҙҙәренең аҫтына теркәлергә тәҡдим итә, ә педагогтың абруйы бар, шуға ла һүҙен йыҡмайҙар.
Төптән уйлап ҡараһаң, пирамидаларҙы уйлап табыусылар ифрат аҡыллы, һәләтле кешеләр, тик талантын дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтмәгәндәр. Мәҫәлән, ҡайһы бер компаниялар икенсе берәүҙең халыҡҡа бушлай тәҡдим иткән тауарын һата. Алдаҡсылар беҙҙе, интернет программаларын һатабыҙ, тип ышандыра. Улар интернетта аралашыусыларға әңгәмәне йәнләндерер өсөн бер юлы 25 мең кешегә ебәрә торғандай видеохаттар менән алышырға тәҡдим итә. Һуңғы айҙарҙа был компания бигерәк хаттин ашты – ютубта бушлай ҡулланыуҙа булған программаға 250 долларға (!) лицензия һатып алыр­ға өндәй. Был лицензияға «эйә» булғас, ике дуҫыңды, танышыңды һатып алырға күндерергә тейешһең. Артыңдан күберәк кешене эйәртергә самалайһың икән – ойоштороусылар кеҫәһенә 750 долларыңды йәлләмә инде, туған! Һулар һауаны һатып алған кеүек килеп сыға был килешеү.
Мин дә, ике аҙна буйына көн дә шылтыратып, «Контактта» яҙып саҡырыусы танышымдың һүҙен йыға алмай, киттем ул саҡырған семинар­ға. Халыҡтың күбеһе йәштәр (аңлап тораһығыҙҙыр, олораҡтар компьютерҙы йүнләп белеп етмәй, улар араһында интернет тауар­ҙы рекламалау файҙаһыҙ). Йәш кенә, ыҡсым буйлы егет килеп сыҡты ла: «Һаумыһығыҙ, мин Рәсәйҙең иң йәш миллионеры», – тип тәүге һүҙҙән үк йыйылыусыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Егеттең принцибы – аҡса − ул бәхет, аҡса – маҡсат, аҡса – Ер йөҙөндә иң бөйөк һәм ҡәҙерле әйбер. Уны тыңлай-тыңлай ҡайһы бер деталдәргә иғтибар иттем: интернет тауары тураһында бер нисә һөйләм генә әйтте, был турала тәфсирләп семинар аҙағында ныҡлап һөйләйәсәкмен, тип вәғәҙәләне. Ә һуңынан тейешле ваҡыттың «үтеп» тә китеүе асыҡланды. ҡыҫҡаһы, егет баштан-аяҡ бары тик үҙе, нисек анһат аҡса эшләүе, машиналар алмаштырыуы хаҡында «йөрәген асты». Белемһеҙ ҡулланыу­сыларға тәғәйенләнгән «ахмаҡтрон» икәнен мин аңланым да ул, ә бына күптәрҙә ҡыл да ҡыбырлатмайынса миллионер булыу теләге дөрләп тоҡанғайны. Ни тиклем тиҙерәк теркәлеп ҡалһағыҙ, артығыҙҙан күберәк кеше килтерһәгеҙ, килемегеҙ ҙә шул тиклем ҙурыраҡ буласаҡ, тип өмөтләндерҙе йәш «олигарх». Был тирәнән тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарағанда, артымдан теге танышым ҡыуып етте. Ул күҙ йәштәрен түгә яҙып, минең уға партнер булып, үҙ бизнесымды төҙөүемде (йәғни әлеге пирамидаға уның аҫтында инеүемде) үтенде. Мин ризалашманым һәм уға дошман булып ҡалдым.
Көндән-көн финанс пирамидалары ҡармағына ҡабыусылар һаны ишәйә. Сөнки бындай компаниялар һаны ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек арта. Тағы бер эп-эсвежий компания үҙенең хеҙмәткәрҙәренә бушлай автомобиль «тәҡдим» итә башланы. Бындай «оло бүләк» хаҡында ишетеп, күптәр йән-фарман уларға ашыҡты. Ысынында иһә был компания машина асҡысын автокредит шарттары менән тапшыра икән.
Тирә-йүндә сайҡалып торған, тотороҡһоҙ пирамидалар тормошо ҡайнай. Беҙ уға инәбеҙ, алданабыҙ, яҡындарыбыҙҙы көсләп артыбыҙҙан һөйрәйбеҙ, һәм улар ҙа алдана. Күптәрҙе еңел аҡса көҫәү ярыҡ ялғашҡа ултырта. Китап уҡыу, үҙебеҙҙең тауарҙы һатып, ысын бизнес булдырыу, көслө милләт булыу тураһында уйланырға кәрәк, ә Сэм бабайҙың «супер» тауарҙарын һатырға түгел! Көнбайыш сәйәсәтенә бирелеп, Даллес планын уңышлы атҡарабыҙ. Аллы-гөллө каталогтар тәҡдим иткән косметика һис тә уникаль түгел, сифаты ҡәҙимгесә, витаминдары үлемдән ҡотҡармай, биологик актив ҡушылмалары ябыҡтырмай – тауар маҡсат түгел был аферала, ә күберәк яңы ағзалар йәлеп итеү мөһим. Сөнки ҡаймағы ойоштороусыларға ғына тәтей, ә һөт күберәк булған һайын, ҡаймаҡ та майлыраҡ.
Барыһына ла ҡомһоҙлоҡ бәләһе ғәйепле. ҡомһоҙлоҡтоң иге-сиге юҡ шул. Үҙебеҙҙең Мавроди ҙа уны аҡсаға алмаштыра. Ләкин Сергей Пантелеевич, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, эшмәкәрлегенең пирамида булыуын һис йәшермәй. Дөрөҫөн белеп тә, үҙ ирке менән килеүселәрҙең аҡсаһын ҡабул иткән Мавродиҙы рәхәтләнеп һүгәбеҙ. Ысынында оп-осһоҙ тауарына йөҙәрләтә юғары хаҡ өҫтәп һатҡан, халыҡты төп башына ултыртҡан пирамидаларҙы, селтәрле маркетингты яратабыҙ һәм оло кинәнес менән уларҙың «ахмаҡтрон»ында ҡайнайбыҙ.

P.S. Күптән түгел БДУ уҡытыусыһы (мине лә уҡытты) Матбуғат йортона килеп, «француз» хушбуйҙарын, «мөғжизәле» кремдарын тәҡдим итеп йөрөнө.
– Бына ошоно һөртһәң, барлыҡ һырҙарың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ, – ал-артыбыҙға төшөп, тауарын уғата ышаныслы итеп маҡтаны ул. «Ә һеҙ «Йәшлек»те алдыраһығыҙмы?» – тип һорамаҡсы булдым да, телемде тешләнем. Кире яуап ишетһәм, был ҡатынға ҡарата бөтөнләй күңелем ҡайтыр кеүек тойолдо.
Лилиә ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға