«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ



30.11.2012 Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ

Аҡсаң ғына булһын, йәнең теләгән нәмә бар, тип һоҡлана хәҙерге заман кешеһе. Ә теләгән әйберҙе һатып алырға һәр кемдең көсөнән киләме икән? Рәсәйҙә йәшәгән эшләүсе кеше айына уртаса 27 мең эш хаҡы ала тиҙәр, мин эшләмәйемме икән, әллә икенсе илдә йәшәйемдер, ахыры, тип аптырап яҙа ине берәү интернетта. Эйе, уртаса эш хаҡы шулай, тип иғлан иткәс тә, һәр кемдең килеме 27 мең һум тигәнде аңлатмай бит әле. Мин − 7 мең, күршем 17 мең, Себерҙә эшләгән фәлән кеше 57 мең һум ала хеҙмәте өсөн – шунан сығып өсөбөҙҙөң уртаса эш хаҡы, бая әйткәнсә, 27 мең һум килеп сыға ла инде.
Колхоздар тарҡалғандан һуң ауылда уҡытыусы, фельдшер һәм тағы бер нисә һөнәр эйәһенең генә даими эш урындары ҡалды. Шулай ҙа бирешмәй халыҡ: кемдер ҡала йәки район үҙәгенә йөрөп эшләй, кемдер вахта ысулы менән алыҫ ҡалаларға барып хеҙмәт итә, кемдер үҙ эшен асып, килем алырға тырыша.
Ә һуңғы осорҙа компьютер менән дуҫ булғандар өсөн интернет аша аҡса эшләүҙең бихисап ысулы барлыҡҡа килде. Компьютер артында ултырып аҡса эшләү көрәк менән ер ҡаҙыу йәки таш аҡтарыу түгел, әлбиттә. Ләкин аҡса эшләүҙең был төрө физик көс талап итмәһә лә, легаль рәүештә хәләл килем алам тиһәң, тәүге осорҙа әҙме-күпме финанс сығымдары һәм оҙайлы ваҡыт тырышып эшләү талап ителә.
Был ысулдарҙан башҡа «селтәрле маркетинг», «тура һатыу» компаниялары, финанс пирамидалары кеүек йүнәлештәр ҙә бар.
Ә нимә һуң ул финанс пирамидаһы? Бындай компаниялар­ҙың килеме уға яңы килеп ҡушылған кешеләр түләгән аҡса арҡаһында ғына формалаша. Яңы кешеләр килмәһә, алдан ингәндәрҙең килеме туҡтай һәм пирамида емерелә.
Финанс пирамидаһы үҙенең эшмәкәрлеген селтәрле маркетинг һ.б. төрлө ойошма исемдәре менән йәшерергә тырыша. Иң ҙур айырма уларҙың ҡулға тотоп ҡарарлыҡ ысын тауары булмауында. ҡайһы бер осраҡта исем өсөн берәй ниндәй тауары булыуын-була, ләкин уныһы файҙаһыҙ әйбер булып сыға. Финанс пирамидаларының төрҙәре күп, әммә бөтәһе лә оҡшаш схема буйынса эшләй. Мәҫәлән, һеҙгә күпмелер иғәнә аҡсаһы түләргә кәрәк буласаҡ, был аҡса пирамиданың иң өҫтә торған ағзалары араһында бүленә. Артабан һеҙ тағы бер нисә кешене йәлеп итергә тейеш булаһығыҙ. Һеҙ саҡырған кешеләр үҙҙәренең туғандарын, таныштарын йәлеп итә һәм айырым төркөм барлыҡҡа килә. Кешеләрҙе күберәк йәлеп иткән һайын һеҙҙең килемегеҙ ҙә артасаҡ. Был компанияға инеү иғәнәһе апаруҡ ҙур булғанға күрә һеҙҙе, эшләгән аҡсағыҙ яңы автомобиль йәки фатир һатып алырға ла етәсәк, тип ышандырасаҡтар. Ымһындыр­ғысмы? Әлбиттә! Уларҙың ауына кешеләр тиҙ эләгә, сөнки яңыларҙы «эшкәртеү» өсөн оҫта психологтар йәлеп ителә.
Ә шәхсән һеҙҙең өсөн финанс пирамидаһында ҡатнашыу ниндәй һөҙөмтәләргә килтерәсәк? Оҫта психолог «эшкәр­теү»енән һуң һеҙ шунда уҡ хыял диңгеҙенә сумасаҡһығыҙ, һеҙгә бит «алтын тау» вәғәҙә иттеләр. Һеҙ тиҙ арала бурысҡа йәки кредитҡа аҡса алып, үҙегеҙҙе был компанияға саҡырған танышығыҙға кәрәкле сумманы алып барып тотторорһоғоҙ. Тиҙерәк ҙур килем алыу хыялы менән һеҙ ҙә әүҙем рәүештә таныштарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы саҡыра башлаясаҡһығыҙ. Ләкин бөтә кеше лә һеҙҙең кеүек бер ҡатлы түгел икәнен, халыҡтың шикле компанияларға аҡсаһын тотторорға ашыҡмауын күреп, аптырап ҡалырһығыҙ. Һеҙҙең, иң ҡыйыны – кеше саҡырыу икәнен аңлап, эсегеҙ бошор. Ә ваҡыт тиҙ үтә, бурысҡа алған аҡсағыҙҙы түләү ваҡыты ла килеп етәсәк, шул мәлдә кеше оло үкенеү кисерә һәм вәғәҙә ителгән тиҙ килем алыу ниәтенән тамам төңөлә.
Һеҙҙең был яңылышыуығыҙ тағы ла ҡурҡынысыраҡ һөҙөмтәләргә еткереүе ихтимал. Күҙ алдына килтерегеҙ: саҡырған кешеләрҙең барыһы ла һеҙҙең кеүек бурысҡа аҡса алып, финанс пирамидаһы селтәренә тоташты ти… Улар түләгән иғәнә аҡсаһының күпмелер өлөшө һеҙгә күсә һәм һеҙ үҙ сығымдарығыҙҙың ниндәйҙер өлөшөн ҡаплаясаҡһығыҙ. Ә һеҙ ышандырып йәлеп иткән кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында яңы кешеләрҙе ылыҡтыра алмаһа, һеҙҙең арҡала ҙур бурысҡа батһа… Был осраҡта яҡын дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән арағыҙ ғүмерлеккә боҙоласаҡ.
Финанс пирамидалары төрлө ойошма исемдәре артына йәшеренеп эшмәкәрлек итә. Һуңғы арала Башҡортостан ауылдарында, ниндәйҙер һорауҙарға яуап биреп, анһат аҡса эшләп була тип, йәшерен финанс пирамидаһына саҡырыусылар күбәйҙе. Был компанияға кешеләрҙең күпләп эләгеүенең сәбәбе ниҙә, нимәһе ымһындырғыс уларҙың саҡырыуында? Халыҡ шулай ҙа бик наҙан түгел бит әле, пирамида һүҙенән күпселек уттан ҡурҡҡан кеүек ҡаса. Әммә мәкерле компания вәкилдәре үҙенең финанс пирамидаһы икәнен йәшерә. Кеше саҡырмайынса, компьютер артында һорауға яуап биреп кенә бер-ике ай эсендә финанс хәлеңде яҡшырта алыр­һың, ә теләһәң, туғандарыңды ла килтер, улар ҙа һинең кеүек һорауға яуап биреп ултырып ҡына аҡса эшләһен әйҙә, тип ҡыҙыҡтыра улар. Кешеләр был ымһындырғыс тәҡдимгә ышана. Кеше саҡырмайынса ла һорауҙарға яуап биреп аҡса эшләп була икән, шуныһы оҡшай, тип фекер йөрөтә яңы тоташыусы. Һәм ул көн һайын һорауҙарға яуап биреп, «аҡса» эшләй башлай. Компания сайтында эшләгән виртуаль аҡса күләме көндән-көн арта. Ниһайәт, эш хаҡын ҡулға алыу көнө килеп етә һәм кеше, ысынлап та, аҡсаһын ала. Бына ул ҡайҙа «бәхет»! Ке­ше­нең күңелеңдә элегерәк булған шик юғала, аҡсамды алдым, тип ат менгәндәй ҡыуана. Был бәхет бер-ике ай дауам итәсәк. Сираттағы айлыҡ эш хаҡын алам тип барған көндө һеҙгә, яңы кешеләр йәлеп ит, юғиһә аҡсаңды алмаясаҡһың, тигән шарт ҡуясаҡтар.
Ә хәҙер селтәрле маркетинг менән финанс пирамидаларын сағыштырып үтәйек. Селтәрле маркетингта килемегеҙ − компанияның тауарын күпме һатыуҙан, ә финанс пирамидаларында эш хаҡығыҙ яңы тоташыу­сыларҙың иғәнә аҡсаһынан алып түләнә. Бер туҡтауһыҙ яңынан-яңы кешеләрҙе ылыҡтырып булмай бит инде. Берәй көн был пирамида, һис шикһеҙ, емереләсәк йәки ойоштороусы барлыҡ килемде алып юҡҡа сығасаҡ. Ә селтәрле маркетингҡа инеп, ысынлап та, аҡса эшләп була, тип әйтергә була, бындай компаниялар байтаҡ йылдар эшләп килә һәм уларҙың тауарын кеше барыбер ҡуллана. Ләкин бындай компанияла уңышлы аҡса эшләү бөтә кешенең дә ҡулынан килмәй.
Ғөмүмән, интернет аша, ысынлап та, аҡса эшләргә мөмкин. Тик үҙеңдең күңелеңә ятҡанын, законға ҡаршы килмәгәнен, кешене алдамай торғанын һайлап алырға һәм эшкә тотонорға кәрәк.
Ә финанс пирамидаһы төҙөүселәрҙе күңелһеҙ яңылыҡ көтә. Яңыраҡ «Росийская газета»ла Рәсәйҙә финанс пирамидалары төҙөүселәр һәм ул компаниялар менән етәкселек иткәндәр өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған закон проекты әҙерләнеүе хаҡында хәбәр ителде.


Ирек ҡАһЫМҒОЛОВ.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға