«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Фәнил Күзбәков: «Илдә батыр бармы?..»



30.11.2012 Фәнил Күзбәков: «Илдә батыр бармы?..»

Фәнил Күзбәков: «Илдә батыр бармы?..»
Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, шағир Фәнил Тимерйән улы Күзбәковты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы ойошторолғандан алып унда белем биргән уҡытыусыбыҙ Башҡортостан матбуғаты, радио-телевидениеһы өсөн бер нисә быуын журналистарын әҙерләп сығарҙы. Шиғри күңелле, ижади шәхес булған Фәнил Тимерйән улы тәнҡит өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй.
Талапсан һәм ғәҙел мөғәллим, абруйлы ғаилә башлығы, башҡорт әҙәбиәтендә әүҙем эшләгән тәнҡитсе, билдәле фән эшмәкәре булған юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшендә бәрәкәт, ижадында ҡомарлы сәм, фән офоҡтарына артылғанда яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, күңелегеҙ һәр ваҡыт йәш булып ҡалһын!
ҡотлау менән бөтөн уҡыусыларығыҙ исеменән – «Йәшлек»тәр.

* * *
Әкиәт йәшәй күңелдә,
Мөғжизәгә бар өмөт.
Улар ташлап китә ҡалһа,
Атыр таң атмаҫ кеүек.

* * *
Кемгәлер лавр япрағы,
ҡайындыҡы кемгәлер.
Кемгә нимә тәғәйенде
Кем генә һуң беләлер?!.

Таш

Ысҡынды ҡаяһынан таш −
Туҡтатып ҡара!
Ырғый-саба туп-тураға
Юл ярып бара.

* * *
Күккә баҡтым..
Ваҡлыҡтарҙан
Күңелем өшөп-туңып.
Телһеҙ ҡалдым:
йондоҙ аға,
Тотош бер йылға булып...

Төш

Төшөмдә мин,
ҡулды ҡанат итеп,
Еңел генә осам.
Ерҙең тартыу көсөн еңеп,
Болоттарҙы ҡосам.

Болоттарҙы ҡосам...
Ә өнөмдә
Һаман күктә...
Осам!..

* * *
Яҙҙы көткән былбыл кеүек,
Шиғырҙы көтәм.
Юҡ!
Көтмәйем, −
ҡаршы сығам,
ҡанатты өтәм.
ҡанат нимә?!.
Йөрәгемде
Яҙҙарға илтәм.

* * *
Кешесә йәшәү хоҡуғын
Яуҙа яуланым.
Намыҫ яланынан ситтә
ҡала алманым.

Хушлашыу

Әйтеп бөтмәнем ниҙелер,
Эшләнмәй ҡалды ниҙер...
Әйтеп, эшләп бөтмәй китеү −
Бәлки, иң кәрәгелер?!.

ҡайтыуыңды көтөрҙәр, −
«Кәрәк ине!..» − тиерҙәр.

ҡалҡан менән

«ҡалҡан менән, йә ҡалҡанда»
(спартанка Горгоның улын яуға
оҙатҡандағы теләге).

«ҡалҡан менән, йә ҡалҡанда!» −
Юҡ!
Булмаһын башҡаса!
Һөңгө осҡан, ҡылыс һынған,
ҡалҡан ҡалған...
Айҡаша!..

Салауат һәйкәле янында

− Илдә батыр бармы?!.
Оса күбек
Аҫау айғыр ауыҙлығынан.
Батырҙарҙың баҡыр хәлгенәһе
Батшаларҙың бахырлығынан...
Ергә ҡайтмаҫ борон

Барыбыҙ ҙа ергә ҡайтасаҡбыҙ
(инаныуҙан).
Килер быуындарҙы ашлар өсөн
Ергә батмаҫ борон;
Үткән быуындарҙы аңлар өсөн
Ергә ятмаҫ борон
Ынтыламын Күккә...
Ергә ҡайтмаҫ борон.

Ғәжәпләнмә

ҡояш төшлөгөнән уҙғас,
Һағышһыҙ булмайҙыр ул.
Таң ҡоштары эңер төшкәс
Һайрарға ҡунмайҙыр ул.

Әкиәти һарайҙарҙың
Иң күркәм залдарында,
Йондоҙло тантаналарҙың
Аҡбуҙатлы сағында
Ғәжәпләнмә!
Һағыш күреп
Уйсан күҙҙәрҙә минең.

... ҡыҙыл шәфәҡ ут ит(ә)алмаҫ
Ял-тулҡынын диңгеҙҙең.

Ғәйеп

Сәпкә тоҫҡап
Кирҙем йәйә −
Яҙа осто
Уғым...
Ғәйеп миндә, −
Күҙҙәремдә,
ҡалтыранды
ҡулым.

Бер кемде лә
Ғәйепләмәм
Яугир була
Тороп.
Һайлам уҡтар
Юныр өсөн
Үтәм шырлыҡ
Йырып.
Сәпкә генә
Тейһен тиһәң
Һәр бер атҡан
Уғың, −
ҡулға, күҙгә
Торош итер
Ғәййәр йөрәк
Булһын!

Өндәшмәйем

Һеҙгә −
Шиғыр-йырҙы
Белмәгәндәргә,
Ысыҡлы йәшел үләнде
Кисмәгәндәргә,
Таң ҡыҙылын
төшөндә лә
Күрмәгәндәргә,
Былбыл моңон
йөрәгенә
Үрмәгәндәргә −
Өндәшмәнем,
Өндәшмәйем!..

* * *
Илаһи мәл үтеп бара:
ҡул иҙәнем −
күрмәне.
Дауыл ҡупты...
Ел баҫылды...
Эргәмдәге һиҙмәне.
Әлегеһе ҡыйралыштың
Осмотон да белмәне...

* * *
Эй-й Илаһым!
Әгәр Һин булмаһаң,
Кемгә генә,
кемгә һығынырмын?!.
Бәғерҙәрҙе сәмреғоштар
суҡығанда,
Бары Һиңә,
Һиңә генә
һыйынырмын...

Ғорур булдыҡ

Беҙ ярлылыҡ менән ғорур
булдыҡ…
Юҡҡа микән?
Әйтмә киҫә генә!
Тик ярлыны байраҡ итеп күптәр
Әйләнде бит тамуҡ киҫәүенә.

Ярлы икән, тимәк, ышаныслы!
Ә ярлылыҡ уға ҡыуанысмы?
Байҙың байлыҡтарын
бүлешкәндәр
Хаҡлы булғандармы,
ҡыҙғанысмы?
Барҙы бүлеү еңел...
Үрҙәгеләр
Бүлеү менән мәшғүл әле һаман.
ҡабатлана тарих?
Күптәребеҙ
Рухи яҡтан нығ(ы)раҡ
ярлыланған.
Рухи яҡтан фәҡир
байлыҡ өсөн
Бизмәндәргә бөтәһен дә һалыр.
Әммә байлыҡтары артҡан һайын
Рухи яҡтан ярлылана барыр.

Беҙ ярлылыҡ менән ғорур
булдыҡ…
Хыялдарға ҡанат ҡуйғанғалыр.
ҡанаттарҙы тупаҫ ҡайырғастар −
Яраларҙы ялап, һыҙланабыҙ.
Ярлы булһаҡ та, беҙ ғорур
булдыҡ.

О, ҡатын-ҡыҙ!

О, ҡатын-ҡыҙ! Һине тәү күреүҙән
Телһеҙ Әҙәм өндәр
сығарғаңдыр...
Был өндәрҙә
Бөйөк Мөғжизәгә
Бөйөк Ғәжәпләнеү
сағылғандыр.
Был өндәрҙән аҙаҡ,
Һүҙҙәр тыуып,
Һөйөү шиғырҙары яралғандыр;
Һәм был өндәр,
Моңға әүерелеп,
Илаһи йыр булып ағылғандыр…

О, ҡатын-ҡыҙ!
Һине тәү күргәндәй,
Телле генә көйө телһеҙ ҡалам.
Бар Мөғжизәләрҙең
Мөғжизәһен
Илаһ ҡулы йөрәгемә яҙған.

* * *
Мөхәббәт гел алға әйҙәй,
Гел күтәрә бейеккә.
ҡайтаһы юлды ҡайғыртмай,
Кире төшөрҙө уйламай −
Тик ынтыла иреккә,
Тик ынтыла киңлеккә.





* * *
ҡайнар тының,
ҡайнар иренең...
Иренем мин,
тамам иренем.
Һине күргәндә мин
малай инем, −
Һине белгәндән һуң
ир инем!

Бит алмаң соҡорҙарында

Бит алмаңдағы соҡорҙо
Суп итеп үпкәйнем бит.
Күҙең йомоп, онотолоп,
«Йәнә!» − тип, көткәйнең бит.

Күктәрҙең ете ҡатына
Мин шул саҡ еткәйнем бит.
Йондоҙҙар тиреп биргәнде
Һин Ерҙә көткәйнең бит.

Ете тауҙар, ете диңгеҙ,
Һин тип, мин кискәйнем бит.
Сабырлығың һис юймайса
Һин ярҙа көткәйнең бит.

Бит алмаң соҡорҙарында
Ғинуар ҡары ирене.
Ылыҫтанмы, әллә күктән
Аҡыҡ, ынйы түгелде.

Бит алмаң соҡорҙарында
Таптым йондоҙ балҡышын,
Һайлап алған яҙмышым һин,
Хыялдағы табышым...

* * *
Т-ҒА

Күҙҙәреңдә − йондоҙ яҡтыһы,
ҡарашыңда − йәшен сатҡыһы.
Тура ҡарай күрмә −
Яралар…
Был яранан ниндәй дауа бар?!
Үҙең теләп алған яралыр −
Үҙе дауа, үҙе язалыр…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға