04.12.2012 Ябай ғына ҡурайҙың әле асылмаған серҙәре бик күп
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, БР Милли халыҡ инструменттары оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рәмил Ғәйзуллин Төркиәлә уҙған «Төрки телле илдәрҙең музыкаһы» һәм «Төрки халыҡтарының музыкаһы, халыҡ бейеүҙәре» I халыҡ-ара симпозиумында ҡатнашты. Рәмил Мәүлит улынан сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.
Был сарала егерменән ашыу илдән килгән делегат ҡатнаша, төрки мәҙәни донъя эшмәкәрҙәренең осрашыуы, халыҡ көйҙәре һәм ҡоралдарының проблемаларын тикшереү симпозиумдың маҡсаты була.
Симпозиумда һәр ҡатнашыусы доклад әҙерләгән һәм халыҡ ҡоралында уйнап ишеттергән. Рәмил Мәүлит улы башҡорттоң төп уйын ҡоралы – ҡурай хаҡында сығыш яһай. Докладында ул ҡурайҙың XXI быуатта үҫеш этаптарын барлай. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһында Ғата Сөләймәнов ҡурай класын ойошторғанға тиклем был инструментҡа юҡҡа сығыу хәүефе янаған була. ҡурайҙың һәм башҡа милли музыка ҡоралдарының ғүмерен оҙайтыусыларҙың береhе булған оло шәхес Ғата Сөләймәновтың тырышлығын баһалап бөткөһөҙ. Урыҫ милләтенән башҡа берәүҙе лә һанламаған дәүерҙә йөҙ һыуын түккән, күпме кәмһенеү кисергән, шулай ҙа маҡсатына ирешкән Ғата ағай алдында бөгөн ҡайһылай уңайһыҙ. Сөнки беҙҙең думбыра, ҡыл ҡумыҙ, ятаған, һорнай кеүек музыка ҡоралдары хәҙер ныҡлап үҫешә алмай. Башҡорт музыкаһы факультеты ла бар-барлыҡҡа, тик уҡытыусылар инструментҡа тейешле иғтибар бүлеп етмәйме? Әллә йәш быуындың рухи ҡиммәттәре үҙгәрә барыуҙанмы?
– Күршеләребеҙ ҙә йоҡлап ятмай, – ти Рәмил Мәүлит улы. – Татарстан вәкиле лә ҡурай тураһында доклад әҙерләгән, ҡаҙаҡтар – һыбыҙғы, ирандар нэй инструментын күрһәтте. Ә бит ҡаҙаҡтар беҙҙән башҡорт ҡурайын алып, үҙҙәрендә һыбыҙғы итеп үҫтерә. Ирандарға килгәндә, бамбуктан яһалған нэй алты тишекле, ул тап ҡурай ише уйнала. Тик уның өндәре таҙараҡ, тембры икенсе төрлө икән тип уйлаһам, иран минең һорауым буйынса башҡорт ҡурайында ла шулай уҡ уйнап ебәрмәһенме! Тимәк, ҡурайҙың әле мөмкинлектәре асылып етмәгән, башҡа төрлө көйҙәр ҙә сығарып була, уны тағы үҫтерәһе лә үҫтерәһе. Сығышымда күптән уйымда йөрөгән төрки музыка инструменттарының йыйылма оркестрын төҙөү хаҡындағы идеяны еткерҙем. Ойоштороусылар был тәҡдимде хупланы һәм үҙ сиратында, төрки музыкаһы консерваторияһын булдырыу кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе. Төрлө илдәрҙән педагогтар йәлеп итеп, консерваторияла теоретик һәм практик базалар булдырыу бик күп музыканттар өсөн өр-яңы мәҙәни донъя, стажировкалар үтеү өсөн дә уңайлы булыр ине.
Рәмил Ғәйзуллиндың ғилми хеҙмәтендә Башҡортостанда башҡорт инструменттарының оло үҫеше тип 2001 йылда БР Милли халыҡ инструменттары оркестрының ойошторолоуы, 2012 йылда халыҡ инструменттары оркестрҙары һәм ансамблдәренең «Урал ауазы» I халыҡ-ара конкурс-фестивале уҙғарылыуы әйтелә. Был фестивалдең изге башланғысында Р. Ғәйзуллин үҙе тора һәм, киләсәктә сараны матур йолаға әйләндереү өсөн барлыҡ көсөмдө һаласаҡмын, тырышасаҡмын, ти.
Был симпозиум өс көн дауамында бара. Музыканттар үҙ-ара ноталар менән алмаша, Рәмил Мәүлит улына ғағауз, төрөк музыканттары партитураларын бүләк итә. Дирижер әйтеүенсә, тиҙҙән төбәктә уҙасаҡ саммиттарға әҙерлек барышында башҡа илдәрҙең ноталары кәрәк буласаҡ.
– Минең өсөн бик файҙалы сәфәр булды, үҙемә күп яңылыҡ астым, – тип һөйләй ул. – Оркестрҙы башҡа илдәрҙеке менән сағыштырып, эс бошоп та ҡуйҙы. Мәҫәлән, эш хаҡы яғынан беҙҙең музыканттар күпкә артта ҡалған. Төркиәнең дәүләт оркестрында музыканттар 2 – 3 мең доллар ала. Улар виртуоз булғанлыҡтан шулай яҡшы баһалана тип әйтмәйем, ҡәҙимге музыканттар. Үҙемдең ҡул аҫтындағыларға күңелем әрней, аҡса еткерә алмай бер нисә урында эшләргә мәжбүрҙәр. Эйе, дөрөҫ, Рәсәй ҡалаларында оркестрҙар төрлө эш хаҡы ала. Өфөлә лә ике Милли – халыҡ инструменттары һәм симфония оркестрҙары музыканттарының килеме үҙ-ара айырыла. Статусыбыҙ бер үк булһа ла, ниңәлер беҙҙең эш хаҡы түбәнерәк. Европа стилендә уйнаған симфония оркестрынан ҡайһы еребеҙ кәм? ҡараштарҙың тигеҙ булмауы арҡаһында, халыҡ инструменттары оркестрынан симфония оркестрына күсеүҙе хуп күрәләр, музыканттар Испания, Канада илдәренә, Татарстанға, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына ла китә. Таланттарыбыҙҙы ҡәҙер итә белмәйбеҙ шул, тейешле иғтибар бүлмәйенсә ситкә тибәбеҙ.
Сәнғәт кешеһе ирек һөйөүсән. Ә нисек теләйһең, шулай сығыш яһау беҙгә һирәк эләгә. Юғарыла ултырған белгестәрҙең күп кенә мәҙәни сараларҙа үҙҙәренсә ҡыланыуы теңкәгә тейә. Әйтәйек, музыканттар ҡурайҙа уйнай, ә артҡы фонда Мәскәү сәйәсмәндәренең ҡунаҡҡа килгән мәлен күрһәтәләр. Тамашасы концерт ҡараһынмы, әллә киномы? Кемгәлер ярарға тырышыуҙан ҡайһы саҡта кисәләр бөтөнләй зауығын юғалта.
Һәләтле музыканттың Башҡортостанда оркестр музыкаһын үҫтереү буйынса хыялдары бик күп. Шуларҙың береһе – «Дирижерҙар парады» проекты. Төрлө тарафтарҙан килгән егермеләгән дирижер бер-бер артлы оркестрға етәкселек итә. Шәпме? Шәп! Киләсәктә был тамашаны күрергә яҙһын.
Күптән түгел Милли халыҡ инструменттары оркестры үҙ көсө менән сираттағы компакт-дискыһын да сығарҙы.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.