«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Гастарбайтерҙарға – 17 ҡунаҡхана



30.11.2012 Гастарбайтерҙарға – 17 ҡунаҡхана

2016 йылға Мәскәүҙә сит ил кешеләре, ваҡытлыса йәшәүселәр өсөн 11 ҡунаҡхана һәм 2025 йылға тиклем йәнә алты отель төҙөү күҙаллана. Был объекттарҙың 65 проценты өс һәм унан да әҙерәк йондоҙло төркөмөнә индереләсәк. Ябай тел менән әйткәндә, гастарбайтерҙарға ятаҡ була инде. Номерҙар, йәғни бүлмәләр алты кешегә иҫәпләнә.
“Рәсәй властары миграция тәртибен ҡәтғиләштерә бара, шул уҡ ваҡытта биргән вәғәҙәләрен үтәмәй. Лужков мэр булғанда уҡ арзан ятаҡ төҙөргә вәғәҙә иткәйне”, – ти “Миграция һәм хоҡуҡ” үҙәге етәксеһе Гәүһәр Джураева.
Федераль миграция хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Рәсәйҙә туғыҙ миллиондан ашыу мигрант бар, шулар­ҙың арыу ғына өлөшө – Мәскәүҙә. Етмәһә, 200 меңләбе унда законһыҙ йәшәй. Билдәле, торлаҡтары күбеһенсә эшләгән ерҙәрендә. Мәскәүҙең әле теге мөйөшөндә, әле быныһында гастарбайтерҙарҙың землянкаларын, торлаҡҡа әҙерәк кенә оҡшаш йәшәү урындарын асыҡлап, үҙҙәрен ҡыуып торалар, улар икенсе районда үҫә тора.
Шул һорау борсой – ул арзан ятаҡтар үҙебеҙҙекеләргә лә кәрәкмәйме икән?

Vz.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға