30.11.2012 Был аҙнала беҙҙе...
һөйөндөрҙө...
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй киң мәғлүмәт сараларын донъя бөтөүҙе яҡтыртыуҙан баш тартырға саҡыра.
Был хаҡта улар асыҡ хат әҙерләгән. Тексҡа парламенттың Фән һәм фәнни технологиялар буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Дегтярев, Фән буйынса комитет рәйесе, РФА академигы Валерий Черешнев һәм депутат-коммунист Дмитрий Новиков ҡул ҡуйған. Михаил Дегтярев әйтеүенсә, беренсенән, донъя бөтөүе тураһындағы мәғлүмәт фәнни дөрөҫлөккә тура килмәй, икенсенән, уны туҡтауһыҙ ҡабатлау ҡайһы бер граждандарҙы ғәҙәти булмаған аҙымдарға этәрә.
– Комитетыбыҙҙа академиктар, ғалимдар эшләй һәм беҙ тулы ышаныс менән, бер ҡасан да донъя бөтмәйәсәк, тип әйтә алабыҙ. Ғөмүмән, кем уны уйлап сығарған һәм халыҡты ышандырырға тырыша?! – ти ул. Дегтярев раҫлауынса, был теманы ҡуйыртыу кешенең физик һәм эмоциональ торошона кире йоғонто яһай.
– Донъя бөтөү тураһындағы имеш-мимеш коммерция проекты тигән фекер тыуа. Иғтибар итеп ҡараһаң, күпме мутлашыусы: ялған күрәҙәселәрҙән алып һатыусыларға тиклем ошоға һылтанып байып ҡалырға тырыша, – тигән фекер ҙә еткерә ул.
Уйландырҙы...
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев илебеҙ иҡтисадындағы хәлде «йәшен алдынан» тип баһалай.
«Коммерсант» гәзитенә биргән интервьюһында ул «Иҡтисад көрсөк хәлендә тип иҫәпләйһегеҙме?» тигән һорауға, юҡ, йәшен алдындағы хәлдә, тип яуап бирә. Уның әйтеүенсә, был уҙған ярты йылда Министрҙар Кабинеты эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай.
«Хөкүмәт Рәйесе булып эш башлағас та мин Хөкүмәт ағзаларына беҙҙең алда торған бурыстарҙы билдәләнем. Беренсенән, дәүләт программаларын раҫларға кәрәк. Икенсенән, 2013 йылға һәм алдағы өс йыллыҡҡа бюджетты раҫлау. Өсөнсөһө – социаль үҫеш мәсьәләләре, айырым категория граждандарына түләүҙәрҙе арттырыу. Дүртенсенән, дәүләт хеҙмәте реформаһы һ.б. Ошоларҙың ҡайһылары тормошҡа ашты – миңә баһаларға түгел. Тик шуны ғына әйтә алам, бөтә йүнәлештәр буйынса ла алға үҫеш бар. Алдағы Хөкүмәт ултырышын тап ошо һуңғы ярты йылда эшләнгән эштәргә бағышларға уйлайым», – тигән ул.
Аптыратты...
Елена Скрынник үҙен «Рәсәй − 1» телеканалында Аркадий Мамонтов программаһында миллиард һумлап аҡса урлауға ҡатнашлығы булыуҙа ғәйепләүҙе, яла яғыу, тип белдергән.
«Рәсәй − 1» телеканалы күрһәткән фильм тулыһынса ялғанға ҡоролған. 39 млрд һум зыян килтерелгән, тип әйтеүҙәре был һандарҙы яңғыратыусының компетентһыҙлығынан килә. «Росагролизинг»та мин 2008 йылдың аҙағында эшләүҙән туҡтаным, ә 2009 йылдың башында Иҫәп палатаһының отчеты булды», – тигән ул «Комсомольская правда» гәзитенә биргән интервьюһында.
Элекке ауыл хужалығы министры әйтеүенсә, 2008 йыл йомғаҡтары буйынса, лизингыға техника алған ауыл хужалығы предприятиеларының бурысы 1 млрд һум тәшкил иткән. Ә хәҙер уларҙың бурысы − 39 млрд һум. «Әгәр ҙә быны урлау тип әйтәләр икән, әйҙә, иҫбатлаһындар», – тигән фекерҙә элекке ауыл хужалығы министры.