30.11.2012 Йәштәр торлаҡлы буласаҡ
Башҡортостан йыл аҙағынаса «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә аҡса аласаҡ 19 төбәк иҫәбенә инде.
«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһына ярашлы торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәрҙе ҡушма финанслауға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына 2012 йылда федераль бюджеттан субсидиялар бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар ҡабул ителде.
Төбәктәр үҫеше министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 18 субъект алдан билдәләнгән сығымдар күләмен кәметеүҙе һораған (субсидия был сығымдарҙы ҡаплауға бирелә). Шулай итеп, федераль бюджеттан ҡушма финанслау күләме улар өсөн кәметелә.
Артып ҡалған аҡса (378,4 миллион һум) торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр биреү буйынса үҙ өҫтөнә өҫтәмә бурыс алған 19 субъект араһында бүленә.
Башҡортостан менән бер рәттән, өҫтәмә аҡсаны Владимир, Воронеж, Иваново, Калуга, Кострома, Липецк, Новосибирск, Тамбов, Тула, Архангельск, Амур, Нижегородка өлкәләре, Карелия, Адыгея, Сыуашстан, Саха (Яҡут), ҡарасәй-Черкес Республикалары һәм Красноярск крайы аласаҡ.
Ярҙамсы программа буйынса бүленгән аҡсаға быйыл йәмғеһе 28722 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу планлаштырыла.