27.11.2012 Тормош сәме бар уларҙа
Ижадҡа тотонор өсөн алтын ҡәләм дә, батша һарайы ла, сикһеҙ байлыҡ та кәрәкмәй. Аяҡ-ҡулдар тыңламаһа ла, күңел һабантуйҙағы юртаҡ аттай булһа, уны тыйырмын тимә. Йөрәкте йыртып сыҡҡан хистәр бына-бына ташып түгелер сиккә еткәндә тыуа ул әҫәр.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында халыҡ күңелле ваҡиғаға – китап туйына йыйылды. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең башҡорт, рус һәм татар телендәге шиғырҙары “Артылыш” (русса “Преодоление”, татарса “Омтылыш”) китабында донъя күрҙе.
Был изге эшкә башланғысты Фатима Ғәлиева һалған. “Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең әҫәрҙәрен йыйынтыҡ итеп баҫтырыу уйы килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондом. Ярты йыл буйы материал тупланды, эш еңел бирелде. Баҫтырыуға килгәндә, ҡаршылыҡтар тыуҙы. Китап өсөн бер аҙ аҡса йыйылды, әммә бер нисә нәшриәт мине кире бороп сығарҙы. Әҙме-күпме аҡсаны алдым да: “Йыйынтыҡты, ҡыҫҡартып булһа ла, ошо суммаға баҫтырһағыҙ ине”, − тип З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә мөрәжәғәт иттем. Оло бәхеткә, уны бушлай һәм тулы килеш баҫтырырға булдылар. “Китап” хеҙмәткәрҙәренә, йыйынтыҡты туплауға ярҙам итеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!” – тине ул. Фатима Ғәлиева ошо хаҡта һөйләгәндә сараға килеүселәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Был китаптың донъя күреүе улар өсөн бик мәртәбәле.
БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон: “Ысын сәнғәтте яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, тигән бөйөк әҙип Мостай Кәрим. Ошо залда ҡояшлы яҡта йәшәүселәр йыйылған...” − тине. Эйе, был кешеләр йөрәгендә ҡояш йылыһын йөрөтә. Ошо нур уларға йәшәүгә көс бирә.
Кисәлә Салауат районының Арҡауыл ауылынан Ғәтиәт Садиҡов, Саҡмағош районының Таҫҡаҡлы ауылынан Земфир Әхиәров, Ғафури районының Байымбәт ауылынан Рәйлә Нәҙерғолова, Күмертауҙан Виктор Уразбаев, Өфөнән Ольга Москвина, Шамил Исхаҡов һ.б. шиғырҙарын уҡыны. Уларҙың әҫәрҙәрендә тормошҡа һөйөү, эске һыҙланыу, йәмғиәткә бер аҙ үпкә, өмөт сағылды. Стәрлетамаҡ башҡорт сәнғәт колледжында белем алыусы Светлана Шәрипова, шиғырҙан тыш, йыр ҙа ижад итә икән. Гәлсәр тауышлы ҡыҙҙың моңо һәр кемгә оҡшаны.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов: “Батып барыусы һаламға йәбешә, ә һеҙ шиғриәткә тотонғанһығыҙ һәм үҙегеҙҙе, яҙмышығыҙҙы ҡотҡарғанһығыҙ. Әҙәбиәткә китмәҫкә килгәнһегеҙ.
Тотош ғәрип илдә ғәрип булмауы әҙәпһеҙ ҙә кеүек. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һауҙарға үрнәк булырҙай, уларҙың рухы көслө, сәләмәт. Быны быйыл Паралимпияла спортсылар ҙа дәлилләне. Бөгөнгө йәмғиәттә рухи ғәриптәр күберәк, шуныһы аяныслы. Ә һеҙ – бик батыр һәм тәүәккәлһегеҙ”, – тине.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте оло маҡтауға лайыҡ булған эш башҡарған. “Артылыш” йыйынтығы баҫылыуы күптәрҙең хыялын тормошҡа ашырҙы, үҙ-үҙҙәренә ышаныу тойғоһо уятты һәм ауырлыҡтарҙы еңел генә артылырлыҡ көс өҫтәне.