23.11.2012 Тау күтәреп ҡайттыҡ иңдәрҙә
Жалал-Абадта күңелде илатҡан да, йыуатҡан да күренеште лә иҫкә алып үтәйем. Уңышлы концерттан һуң киске табынды һикелә (топчанда) әҙерләнеләр. Аяҡтарҙы һуҙып, арҡаға мендәр терәп, Көнсығыш байҙары кеүек рәхәтләнеп сәй һемерәбеҙ. Был яҡта ғәҙәт шулай: иң тәүҙә табынға ҙур-ҙур сәйнүктәр менән йә ҡара, йә күк (беҙҙеңсә – йәшел) сәй ҡуялар ҙа, һай ғына кәсәлә һемерә бирәһең. Сәй осһоҙ тора, күпме теләйһең, шул тиклем тәҡдим итәләр. Ул һөтһөҙ һәм шәкәрһеҙ. Беҙҙеңсә әйткәндә, ҡоро сәй инде. Беҙ, башҡорттар, сәйхур икәнбеҙ, күп эсәбеҙ һәм, шуныһы ҡыҙыҡ, һыуһыныбыҙҙы ҡандыра алмайбыҙ. Әйткәндәй, юлда һәр өйҙә, һәр ихатала тигәндәй һике бар. Килеп туҡтау менән сәй һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итә һалалар. Сер генә итеп әйтәм, Наил атлы бейеүсе менән һуңғараҡ Ташкентта ғына сәйгә туйҙыҡ шикелле. Урынлашҡан ҡунаҡханабыҙҙың кафеһына төшөп, хужабикәнән ҙур-ҙур бокалдарҙа һөт ҡушып тороп сәй яһаттыҡ та, шәкәр һалып һемерҙек. Маңлайҙан тирҙәр бәреп сыҡты-ы...
ҡырғыҙҙарҙың самса, шорпо, батта, лагман, бишбармаҡ (кульчетай тип тә атайҙар) һәм башҡа милли ризыҡтарын ихлас ҡабул иттек. Бейеүгә килер алдынан Илья Песков ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән, ҡытай кафеларында ла эшләп алған. Ул белә инде ризыҡ тәмен, тип:
– Нисек, Илья, ашарға барырҙаймы? – тип шаяртһаҡ, һәр һүҙен тәмләп һөйләргә яратҡан егетебеҙ:
– Берҙән, мин Илья түгел, Ислам хәҙер, икенсенән, өс ҡалаҡ ҡаптым, һаман теремен бит, алдығыҙҙа ултырам. Дөрөҫөн әйткәндә, был халыҡ ит ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә. Күп физик энергия сарыф итеүсе һөнәр эйәһе булараҡ, ҡуй ите бейеүселәр тарафынан еңел үҙләштерелә, йәшелсә-емеш үҙебеҙҙе тонуста тоторға ярҙам итә. Һорауҙарығыҙ бармы? Ғөмүмән, алдығыҙға нимә ҡуялар, иркәләнмәй генә ашағыҙ ҙа ултырығыҙ.
– Дөрөҫ, сөнки юлсы иртәгә ни булырын белмәҫкә лә мөмкин, – тип уны йөпләп ҡуя ветеран Руслан һәм ҡулына баянын ала. Уның күпте күргән баяны беҙҙең егерме икенсе юлдаш булды, тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ.
Әлеге табында ла, бер аҙ ултырғас, баян тауышы яңғырап китте. Йырҙар ҙа һуҙҙыҡ. Артист булмаған мин дә ҡушылам хатта. Сөнки тирә-яҡтағы халыҡ шуны ғына көтөп торған икән, йыйылып китеп ихлас тыңлайҙар. Киске Жалал-Абад өҫтөнә башҡорт моңо ағылды.
Шул саҡ бер оло йәштәге инәй, һуңғараҡ белеүебеҙсә, Линара Рәшит ҡыҙының әсәһе Рима Дәүләт ҡыҙы булып сыҡты:
– «Ауыл көйө»н беләһегеҙҙер? – тип һорап ҡуйҙы.
Беләбеҙ, әлбиттә. Тик кемдер, әйҙәгеҙ, һеҙҙе лә ишетәйек әле, тигән тәҡдим индергәс, сал сәсле инәйҙең йөҙө балҡып китте. Иңәлтмәне. Баян тауышына ҡушыла һалды:
«Болондағы сәскәләрҙе
Тапамам тигән инем.
Тыуып үҫкән ауылымды
Ташламам тигән инем».
Шундай мәл була икән: моңһоҙ килеш тә йөрәкте телеп үтә икән ҡайсаҡ йыр. Инәйҙең бик тауышы ла юҡ, һүҙҙәрҙе лә акцент менән әйтә, шулай ҙа төптән килгән зәғиф кенә бер моң һуҙылған һайын көсәйә, һағыштарға һалып, күңелде арбай бара. Еңел генә көйгә мәғәнәле йөк һалына барғанын инәйҙең һәр тын алышында тоябыҙ.
«Болондағы сәскәләрҙе
Тапарға тура килде.
Тыуып үҫкән ауылымды
Ташларға...»
Инәй йырлап бөтөрә алманы: түгелеп илап ебәрҙе, һағышына ирек бирҙе. Тик йөрәктәргә үтерлек моң аҙашманы, уны артистарыбыҙ күтәреп алды, йәш аша йылмайған инәй тағы йырға ҡушылды.
Иртәгәһенә таң менән Ош ҡалаһына юлланырға торғанда беҙҙең менән хушлашырға ул да килгәйне. Шунда:
– Кисә бигерәк һағышҡа бирелеп киттегеҙ, тыуған илегеҙҙе һағындығыҙмы? – тип һорамайынса түҙмәнем.
– Атайым һағышы шулай миндә үҙен белдерә.
– Нисек?
– Тарихы оҙон инде уның. Атайым Дәүләт Ырымбур өлкәһенең Үрге Бәхтийәр ауылынан булған. Шуға беҙҙең затыбыҙ Бәхтийәровтар. Ун бер бала булалар. ҡанлы «раскулачивание» арҡаһында барыһы ла үлеп бөтә, атайым менән ҡартәсәһе генә иҫән ҡала. Улар ҙа Үзбәкстанға ҡасып ҡына ҡотола. Ошонда үтте бар ғүмерҙәре.
Инәй үҙе ҡырғыҙ, башҡорт, рус һүҙҙәрен ҡушып һөйләй.
– «Ауыл көйө»н кем өйрәтте?
– Әлбиттә, атайымдан оттом. «Сәрмән буйҡайҙары» тигәнен бик йыш һуҙыр ине. Үҙе йырлап, үҙе илап ултыра торғайны. Ана, шул яҡтарҙа ҡалды минең тыуған илем, тип төртөп күрһәтә лә... Ныҡ һағынды, тик ҡайта алманы.
Инәй үҙе лә бер ҙә Башҡортостанда, атаһының тыуған ерендә булғаны юҡ икән. Теләге бик ҙур ҙа, кем белә, бәлки, юлы ла төшөр.
– Бик күргем килә. Барып, тыуған тупрағына аяҡ баҫһам, мәрхүм атайымдың да рухы һөйөнөр ине.
Ә уйлаһаң, мөғжизә бит: һағыш та быуындан-быуынға күсә икән. Атаһының ҡасандыр һалған һағышы шулай балаһы аша моң, күҙ йәше булып аҡтымы?..
Ош
Ош ҡалаһы бигерәк тә Сөләймән тауы менән данлыҡлы. ҡалаға килеп ингәс тә күҙҙең яуын алып ҡаршы ала ул. Бик тә изге тау, унда ике тапҡыр менеү хажға тиң, тип тә әйтәләр. Был тау тураһында һуңғараҡ ентекләберәк һөйләрбеҙ.
ҡанлы 2010 йылдың йәйендә бар донъяға билдәле булды, буғай, шулай ҙа Ош. Ғөмүмән, ҡырғыҙ илендә властың алмашынып тороуы, үҙ-ара һуғышы халыҡтың көн-күрешендә ныҡ сағылыш тапҡан. Тик Оштағы ул саҡтағы ҡыйралыш бар донъяны шаулатҡайны. ҡырғыҙҙар менән үзбәктәрҙең үҙ-ара ҡан ҡойошо арҡаһында ҡаланың 70 процент тигәндәй өлөшө яна, емерелә.
Ул саҡтағы ил Президенты ҡорбанбәк Баҡыевты Ош нисектер ҡабул да итмәгән. «Уның беренсе визиты Наурыз байрамына тура килде, – тип һөйләгәйне бындағы башҡорт-татар диаспораһы етәксеһе Рәүилә Мөҙәрис ҡыҙы Әхмәрова. – Беҙҙең өсөн изге байрамда ғүмерҙә булмағанса мамыҡ-мамыҡ ҡар яуҙы. Бындай мөғжизә булғаны юҡ ине. Хатта тәбиғәт шулай ҡаршылашҡас, бик изгегә булмаҫ был ил етәксеһенең талаша-тартыша власҡа килеүе, тип уйланыҡ». Ысынлап та, Асҡар Аҡаевтан власты тартып алған Баҡыевтың, күп тә үтмәй, үҙен дә тәхетенән ҡолатып, иленән ҡыуҙылар. Үзбәк менән ҡырғыҙ бер-береһен атып үлтереү генә түгел, был тирәләге ауыл-ҡалаларҙы яндыралар ул осорҙа. Затлы-затлы йорттар, театрҙар, башҡа күркәм урындар емерелә. Юҡҡа сығарылған 900-гә яҡын объекттың 700-ҙән ашыуы − кешеләр йәшәгән йорттар. Был фажиғәләрҙең хәҙер эҙе лә юҡ тиерлек. Кешеләр ҙә уны иҫкә алмаҫҡа тырыша.
Мулланур Хәсәншин атлы ағайҙан был турала ентекләберәк һораштым. Ул да был ваҡиғаларҙы теләр-теләмәҫ кенә иҫкә алды. Бындай насар хәтирәләрҙе иҫкә алмағыҙ ҙа, хәҙер бит ҡала ҡәҙимге тормошона ҡайтты, тине ул.
Яңыраҡ ҡала көнө үткәргәндәр. Шул көндө генә яңы төҙөлгән утыҙға яҡын объект асылған. Дүрт-биш мәктәп, яңы юлдар, дауахана...
Мулланур ағай үҙе бында үҫкән. Бөгөлмә яҡтарынан булған атаһы 1932 йылда, шул баяғы кулак булараҡ, иленән ҡасҡан. Бик тә дини кеше булған ул.
– Атайым менән бер тапҡыр мәсеткә барған өсөн өсөнсөлә уҡығанда мине пионерға алманылар. Эй, ҡыйын булды. ҡалай дингә нәфрәт уятырға белгәндәр тиң, ә?
Хәҙер ағай үҙе лә дини кеше. Исем ататырға ла, йыназаға ла уны саҡыралар. Ә һөнәре буйынса водитель, оҙон юлдарҙа йөрөгән.
Теге осорҙо иҫкә алып, былай тип һөйләне:
– Үзбәктәр менән ҡырғыҙҙар бер-береһен аямай атты. Ул июнь кисендә оҙон юлдан ҡайтып килә инек. Улым үҙ машинаһында арттараҡ ҡалды. 300 метр тирәһе ара. Шылтырата был, атай, үлтерәләр, тип. Машинаны туҡтаттым да йүгерҙем янына. Бер үзбәк быға автомат терәгән, ҡырғыҙ булһаң, атам, ти. Паспортты күрһәттем, минең улым ул, татар беҙ, тип ныҡлап аңлатҡас ҡына ебәрҙеләр.
Үҙебеҙ йәшәгән йорттарға, ҡапҡаларға, бында башҡорт йә татар йәшәй, тип яҙып ҡуя инек. Ул саҡта ҡырғыҙҙар ҙа, үзбәктәр ҙә инмәй ҙә, атмай ҙа. Башҡа милләт кешеләренә теймәҫкә, тигән ҡағиҙәгә бик тоғро ине был баш күтәреүсе башкиҫәрҙәр.
Изге Сөләймән тауы аҫтында шундай ҡан ҡойоштоң булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Хәҙер тыныс, шуға һөйөнөп йәшәй халыҡ.
Тәүҙә юлыбыҙ концерт үтәсәк Бобур исемендәге үзбәк музыка-драма театрына төштө. Уның алмаштырғыһыҙ директоры, ҡырғыҙстандың ил (беҙҙеңсә, халыҡтыр инде) артисы Бәхтийәр Әхмәд улы Тухтамаров беҙҙе һөйөнөп ҡаршы алды. 2010 йылғы хәлдәрҙән һуң һеҙ беҙгә килгән икенсе коллектив, тине. Беренсеһе, алдан әйтеүемсә, Мәскәүҙән Рәсәй Эске эштәр министрлығы ансамбле.
– Һеҙҙе мин тыныслыҡ, именлек, туғанлыҡ илселәре тип атар инем, – тине ул, ихлас йылмайып. – Башҡорттар беҙгә бик алыҫ та, бик яҡын да. ҡәрҙәштәр бит беҙ.
Бәхтийәр ағай был тарафтарҙа бик тә абруйлы шәхес. Уның һәр һүҙен сәнғәт кешеләре генә түгел, башҡалар ҙа аҡһаҡал һүҙе кеүек ҡабул итә. Был театрға уның атаһы нигеҙ һалған, етәкләгән. Хәҙер өс тиҫтә йылға яҡын улы әйҙәй театрҙы ла, Оштағы сәнғәт донъяһын да.
– 1934 йылда атайым театр менән Ленинградта була, ҡаланың беренсе секретары Киров менән осраша. Был ваҡиға эҙһеҙ үтмәй, дәүләт эшмәкәре үлгәс, уның исемен беҙҙең театрға бирәләр. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Бобур исемен ҡуштыҡ. Ул бөйөк шәхес заманында Афғанстан, Һиндостан илдәрен берләштергән дәүләтте тотҡан. Уларҙың династияһы инглиздәр килеп баҫҡанға тиклем 300 йыл буйы батшалыҡ итә. Ә беҙҙәге Сөләймән тауында уның йорто була. Бик ҡәҙерле шәхес ул беҙгә.
Был театр ҡырғыҙҙарҙың да, үзбәктәрҙең дә әҫәрҙәрен сәхнәгә сығара, ике милләттең дә сәнғәтен донъяға таныта.
– Ике оло халыҡты тоташтырыусы күпер була алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ, – ти улар. Бөгөн бигерәк тә кәрәк, бигерәк тә ҡәҙерле ошондай күперҙәр.
– Бер мәл, аныҡ әйткәндә, 1984 йылда, мин, иҫәр, театрҙы Ленинградҡа гастролгә алып барырға булдым, – тип совет осорон иҫкә алып китте ил артисы. – Йәнәһе лә, беренсе тапҡыр унда барыуыбыҙға – 50 йыл. Үҙебеҙҙең республикалағы мәҙәниәт министрына индем. «Ленинградҡа гастролгә йыйынам», − тим. Ул, һин, нимә, дүрәкме, бындай оло гастролдәр өс-дүрт йыл элек билдәләнә, ти. Шулай ҙа бер хат ҡына эшләп бирегеҙ инде, тим. Килеп сыҡһа-сығыр, сыҡмаһа, ҡағыҙ түҙә ул, тим. СССР Мәҙәниәт министрлығының ревизия бүлеге менән бик һәйбәт дуҫым етәкселек итә ине, КРУ тип атала торғайны был бүлек ул саҡта. Тейәнеп, күстәнәстәр алып килдем Мәскәүгә. Гастролдәр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе бүлек етәксеһенең башҡорт ҡатыны икәнен һәм уның бик тә Мостай Кәрим ижадын үҙ итеүен аңғартты дуҫтар. Мин уға индем, үҙем ҡаушайым, ул саҡта директор урынбаҫары ғынамын әле. Килеүемдең маҡсатын аңлаттым. Ә ул, һеҙ нимә, күктән төштөгөҙмө, ундай гастролдәр биш йыл алдан планлаштырыла, тип ҡырыҫ ҡына һөйләшә. Мин театр тураһында һөйләй башланым, репертуар һәм башҡалар. ҡатынҡай: «Ә һеҙҙә Мостай Кәримдең берәй әҫәре бармы?» – тип һорап ҡуйҙы. Әлбиттә, бар, «Ай тотолған төндә» трагедияһына халыҡ эркелеп килә, гастролде ошо спектакль менән асырға йыйынабыҙ ҙа инде, тип ебәрҙем. Бүлек мөдире, йылмайып, баяғы хатҡа имзаһын ҡуйҙы. Беҙҙең кураторҙы саҡырҙы ла, Ленинградҡа шылтыратығыҙ, барыһын да эшләһендәр, тип бойороғон да бирҙе. Октябрь айына фатиха ла булды. Шәп үтте гастроль, шаулаттыҡ төньяҡ баш ҡаланы. Бына шулай башҡорттар миңә театр тарихында оло ваҡиға булған гастролде үткәрергә ярҙам итте ул.
Был һүҙҙәрҙе ишетеү беҙгә бер ғорурлыҡ ине. Театр икеләтә яҡын булып китте. Бында ла зал шығырым тулы булды.
Мөнир ҡУНАФИН.
ҡырғыҙстан, Үзбәкстан.
Автор фотолары.
(Дауамы. Башы 83, 85, 88-се һандарҙа)