23.11.2012 14 йәшлек әсәй, 32 йәшлек өләсәй
Һарытау өлкәһенең Аткарск районындағы бер ҡасабала 14 йәшлек ҡыҙ бала таба. Һәм… сабыйҙың атаһы кем икәнен аныҡ ҡына белмәгәнлектән, ДНК экспертизаһы үткәреп, атай кешенең әлеге йәш әсә Люда уҡыған мәктәптең 24 йәшлек математика уҡытыусыһы булыуы асыҡлана. Ә шик аҫтында мәктәп директорының ошо уҡ мәктәптә эшләгән 22 йәшлек улы ла була. Бына һиңә мә! Ярай әле теге 14 йәшлек әсәнең 32 йәшлек әсәһе ҡыҙын аңлай һәм: “Сабыйҙы бергә үҫтерербеҙ әле нисек тә”, − тигән кеүегерәк һүҙҙәр менән балаһын йыуата.
Ошо хәлде аҙна башында ғына “Рәсәй −1” каналының ”Тура эфир” программаһында тикшерҙеләр. Мәктәп директоры, мине эштән бушатыу өсөн (ә уны эштән ҡыуғандар) ғаиләмде ҡыҫтырҙылар, тип яу һалһа, уның улы, йәш әсә менән бер ниндәй ҙә бәйләнештә булманым, ти, ә математика уҡытыусыһы йәш әсәй менән өләсәйҙе бөтөнләй фәхишәләр тип үк ебәрҙе. Ни өсөн экспертиза тап уны атай тип билдәләгән һуң, улайһа?
Ғәйеп кемдә һуң? Сабыйҙың әсәһе менән өләсәһендәме? Бәлки, анауы 22 һәм 24 йәшлек педофилдарҙалыр? Мәктәптең дә ғәйебе юҡ түгелдер? Әле тикшереү бара…
“Рәсәй − 1” каналында
Михаил Зеленский алып барған
“Тура эфир” материалдары буйынса Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.