«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » мегаполис йәштәре ни хәлдә?



23.11.2012 мегаполис йәштәре ни хәлдә?

Баш ҡалабыҙ Өфөлә бик мөһим сара ойошторорға ниәтләйҙәр. Һүҙ халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙа йәшәүсе йәш­тәр­ҙең саммиты тураһында бара. “Йәштәргә инвестиция – тотороҡло киләсәк” тип аталған сара 29 – 30 ноябрҙә үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең йәштәр сәйәсәте учреждениелары етәкселәре, балалар һәм үҫмерҙәрҙең йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылған.
Йәштәр саммитының төп маҡсаты – йәштәр сәйәсәте өлкәһендә илебеҙҙең ҙур ҡалаларының ыңғай тәжрибәһе менән танышыу һәм ошо тәжрибәне таратыу, файҙаланыу. ҡалаларҙа йәшәүсе йәштәр­ҙең көнүҙәк проблемалары быға тиклем дә төрлө саралар­ҙа төрлө кимәлдә ҡарала ине ҡаралыуын. Әммә миллиондан ашыу кешеһе булған мегапо­лис­тарҙа йәшәүсе йәштәргә генә хас мәсьәләләргә айырым иғтибар булманы. Һәр тораҡ пункттың үҙ проблемалары, тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары бар. Бөгөндән хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҙә етерлек. Яҡын киләсәктә халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙың һаны Рәсәйҙә тағы ла артасаҡ, тип көтөлә. Шуға ла миллионлы ҡалаларҙың төрлө мәғлүмәт майҙандарында (форумдарҙа, конференция һәм саммиттарҙа) осрашыуы уртаҡ мөмкинлектәр һәм проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, дөйөм үҫеш йүнәлешен билдәләү мөмкинлеге булып тора.
Саммитҡа илебеҙҙең бик күп эре ҡалаһынан вәкилдәр киләсәк. Атап әйткәндә, Түбәнге Новгород, Новоси­бирск, ҡазан, Һамар, Волгоград, Силәбе, Красно­ярск һәм башҡа ҡалалар йәштәре Өфөгә йыйыласаҡ. Рәсәй ҡалаларынан тыш, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән ҡалаларҙың вәкилдәре лә саҡырылған.
Әле был мөһим саммитҡа ҡыҙыу әҙерлек бара. Иле­беҙҙең юғары уҡыу йорттары студенттары, йәштәр менән эшләүсе ойошмалары сараның мөһим һәм яңы икәнлеген аңлап, саммит барышында үҙ тәжрибәләре менән дә уртаҡлашырға, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә һәм йәштәр сәйәсәтенә ҡағылышлы артабанғы йүнәлеште билдәләргә ниәтләй.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә тәүге тапҡыр “Йәштәргә инвестиция – тотороҡло киләсәк” тип атал­ған саммиттың үтеүе мәртәбә лә, яуаплылыҡ та.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға