«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хоҡуҡтарыбыҙ һанланамы?



23.11.2012 Хоҡуҡтарыбыҙ һанланамы?

Хоҡуҡи ҡиммәттәр һанланған, демократия принциптары хөкөм һөргән дәүләттә йәшәйбеҙ. Әммә граждандарҙың Конституция тарафынан билдәләнгән мәнфәғәте яҡланмауы, закондарҙың тупаҫ боҙолоуы һағайта.
Һеҙ үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай беләһегеҙме?

Әлфирә ХӨСНУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы:
– Өфөнөң үҙәгендә шәхси йортта йәшәйбеҙ. Яңыраҡ беҙҙең йорттар эргәһендә бер дәүләт ойошмаһына элиталы йорттар һала башланылар. Торлаҡ ойошмаһы ошо урында йәшәүселәр менән кәңәшләшеп тә торманы, бер ниндәй документын да күрһәтмәй, Өфө ҡала хакимиәтенән был урында торлаҡ төҙөргә беҙҙең рөхсәт бар тип, беҙҙең ер участкаларын тартып алды ла, үҙ эшен башланы. Хәҙер бәҙрәфкә йөрөүе лә ҡурҡыныс, баш өҫтөндә крандар йөрөй, тәҙрә төбөнән тиерлек гөрөлдәп төҙөлөш техникаһы үтеп китә, тауыш. Нигеҙ һалыу өсөн свай­ҙар ҡаға башлағайнылар, иҫке йорттоң емерелеү ҡурҡынысы тыуҙы. Аптырап, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап, БР Дәүләт төҙөлөштө күҙәтеү инспекцияһына һәм Дәүләт торлаҡ инспекцияһына мөрәжәғәт иттек. Улар ҡала хакимиәтенең ер бүлгәндә, экспертиза үткәргәндә әллә күпме етешһеҙлеген, документтарҙа дөрөҫ күрһәтелмәгән факттар булыуын асыҡланы. Әле был турала прокуратураға ғариза яҙҙыҡ. Йорт төҙөтөүсе үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта, төҙөлөш ойошмаһы Өфөләге иң ҡиммәт торған ерҙәрҙе яулап алып, үҙ кеҫәһенә аҡса эшләй, ғүмер буйы ошо бер уңайлығы ла булмаған йорттарҙа йәшәп, ҡасандыр бер йорттоң һүтелеренә өмөт итеп йәшәгән ябай халыҡ интегә бирә. Әгәр ҙә йортто төҙөтөүселәргә ҡаршы үҙебеҙҙең юридик хоҡуҡтарыбыҙҙы даулаһаҡ, бар урам менән берҙәм булып ҡаршы сыҡһаҡ, суд аша тартып алынған ер участкаларына компенсация булһа ла түләттереп ала алыр инек, моғайын.

Рәсимә САТТАРОВА, Өфө ҡалаһы:
– Банкынан ипотекаға фатир алғайныҡ. Тәүге иғәнәне „әсәлек капиталы” менән түләнем. Бер көндө миңә банкынан, һеҙҙең бурысығыҙ бар, килеп түләп китегеҙ, тип шылтыраталар. Барып асыҡлай башлағайным, Пенсия фонды идаралығы банкыға күсерелергә тейешле аҡсаны һеҙҙең йорт төҙөүсегә яңылыш күсергән, имеш, тиҙәр. Быны ниндәй документтар менән раҫлай алаһығыҙ, тип төпсөнә башлағас, бурысығыҙҙы түләмәһәгеҙ, пеняғыҙ арта, тип, миңә һүҙ ҙә әйттермәй, психологик баҫым яһай башланылар. ҡул ҡуйырға ғариза бирҙеләр. Уны ентекләп уҡый башлағайным, документта бәләкәй генә хәрефтәр менән, минең иҫәптәге аҡсанан алырға рөхсәт бирәм, тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым. Банкының мутлашыуын һиҙеп ҡалғас, йорт төҙөгән ойошманың юрисына мөрәжәғәт итергә тура килде. Ул, банк хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеп, минән ни өсөн аҡса түләттерергә теләүҙәрен асыҡланы. Баҡтиһәң, уларҙың үҙ-ара килешеүенә ярашлы, клиенттарҙан комиссия алырға тейеш түгелдәр икән. Өҫтәүенә, „әсәлек капиталы” аҡсаһы күскәнен миңә хәбәр итергә тейеш булғандар. Һөйләшеүҙәр алып бара торғас, хатта минең шәхси иҫәптәге проценттар йыйылып ятыуҙан улар үҙҙәре миңә бурыслы булып сыҡты. Граждандарҙың юридик яҡтан белемһеҙ булыуынан файҙалана улар.
Статистика күрһәтеүенсә, 100 кешенең 70-е банк хеҙмәткәрҙәре нимә ҡуша, шулай кәрәк икән тип, уларҙың әйткәнен үтәй. Шуға берәй документҡа ҡул ҡуйҙыралар икән, ентекләп танышып сығығыҙ, икеләнеү тыуған икән, таныштарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ, юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ябай кеше үҙенең хаҡлы булыуын аңлатып, банкыны еңә алмай. Улар халыҡты алдап алған комиссия иҫәбенә генә лә байый. Хәҙер кредит ойошмаларынан аҡса алыусылар күбәйгәс, ябай халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәткән йәмәғәт башланғысындағы ойошмалар ҙа бар. Уларҙы табып, ҡыйыу мөрәжәғәт итегеҙ. Кредит түләүсенең һәр тине иҫәптә. Етди сәбәптәр тыуып, кредитын түләй алмаған кеше пенялары артмаһын өсөн банк етәксеһенә кредит түләүҙәрен кисектереп тороу тураһында ғариза яҙырға кәрәклеген дә белмәй бит хатта.

Гөлфинә САФУАНОВА, юрист:
− Әгәр ҙә алданаһығыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы белмәйһегеҙ икән, тәжрибәле юрисҡа мөрәжәғәт итергә аҡсағыҙҙы ла, ваҡытығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ. Хәҙер күп урында бушлай юридик консультациялар ҙа үткәрелә. Үҙегеҙҙең законлы хоҡуҡтарығыҙҙы ваҡытында файҙаланмай, күп нәмәне ҡулдан ысҡындыраһығыҙ. Судҡа тәжрибәле юристан дәғүә ғаризаһы яҙҙырыуы ла түләүле хеҙмәт.
Беҙҙең граждандарҙың күбеһе хатта мираҫҡа, милеккә хоҡуғын да белмәй. Шунлыҡтан туғандар араһында ла күп аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Хоҡуҡтарығыҙ тупаҫ боҙола икән, власть органдарына ла мөрәжәғәт итегеҙ. Эш судҡа киткәнсе, уларҙың да ярҙамы тейеүе ихтимал. Закон буйынса мөрәжәғәттәр 30 көн эсендә ҡаралырға тейеш.

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға