«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Юлдар – тормош көҙгөһө



16.10.2010 Юлдар – тормош көҙгөһө

Һуңғы осорҙа юл төҙөлөшө өлкәһендә эшҡыуарҙар ҙа үҙен ышаныслы һынай. Сөнки инфраструктураның даими үҫеше транспорт элемтәһен, атап әйткәндә, юл селтәрен модернизациялауҙы талап итә. Был йәһәттән «Дорожник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тармаҡта алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был предприятиены дәғүәселәренән отошло хеҙмәттәшлек шарттары, заказсыға индивидуаль ҡараш, ышаныслылыҡ һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар айырып тора.
Юлдар –  тормош көҙгөһөВенер Хәлил улы Ғилданов Илеш ра­йонының Бишҡурай ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында уҡый. Армияла хеҙмәт итә. Һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас, Муса Гәрәев исемендәге хужалыҡта хисапсы булып эшләй. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Диплом алыу менән «Сельхозхимия»ға баш хисапсы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан «Башдорремстрой» йәмғиәтендә баш хисапсы вазифаһын башҡара. Былтыр Венер Хәлил улын «Дорожник» йәмғиәте филиалының директоры итеп ҡуялар.
Өйләнгән. Тормош иптәше Лариса менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

Әйткәндәй, йәмғиәтте ун йыл элек Кушнаренко районында Алик Ғиләжев ойоштора. Тиҫтә йыл дауамында уңышлы ғына эшләгәндән һуң, Алик Закуан улы Илеш районында предприятиеның филиалын асырға ҡарар итә. Уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн һәләтле коллектив туплай ул. Филиалдың ойошторолоуына әле бер йыл самаһы ғына. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарғандар. Филиалға Мәскәү – һамар автотрассаһының район биләмәһе аша үткән өлөшөн төҙөү-төҙөкләндереү бурысы йөкмәтелгән. Дүртөйлө районынан башлап Татарстан сигенә ҡәҙәр һуҙылған 80 саҡрым оҙонлоғондағы трассаны улар ҡарап, тәртиптә тота. Трассала төҙөү-төҙөкләндереү эштәре алып барыу буйынса Һамар – Өфө – Силәбе автомагистрале идаралығы менән өс йылға килешеү төҙөлгән. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, федераль юл айырым иғтибар талап итә. Шуға ла унда йыл әйләнәһенә тынғыһыҙ хеҙмәт ҡайнай. Бигерәк тә көҙгө-ҡышҡы осор ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Коллектив был осорға етди әҙерләнә. Матди-техник базаны нығытып, юл участкаларына эшсе көстө тигеҙ бүлеп, яуаплылыҡты тағы ла көсәйтәләр. Ғәҙәттә, яҙын юлдарҙы төҙөкләндереүҙән башлай­ҙар. Юл өҫтөндәге соҡор-саҡырҙарҙы ­тигеҙләү, асфальтты яңыртыу, «йөйҙәр»ен тоташтырыу хәстәрлеге күрелә. Һәм бының өсөн ҙур сығымдар тотонола.
Юлдар –  тормош көҙгөһө– Быйыл Илеш районының Лаяшты ауылы эргәһендә дүрт саҡрым юлда асфальт һалдыҡ, Исәмәт менән Үрге Йәркәй ауылдары араһындағы дүрт саҡрым юл ситенә ҡырсынташ түшәнек, – тип һөйләй производство-техник бүлек етәксеһе Илнар Сәлихов. – Йәй көндәрендә байтаҡ ремонт эше башҡарҙыҡ. Тиҫтәләрсә саҡрым юлдар яңырып, транспорт хәрәкәтенә уңайлы шарттар тыуҙы.
Әлеге ваҡытта предприятие эшсәндәре ҡышҡы осорға әҙерләнә. Был уңайҙан боҙлауыҡ булған осраҡта һибеү өсөн тоҙло ҡом ҡатнашмаһын әҙерләп ҡуйғандар. Бының өсөн 2 мең тонна самаһы тоҙ алғандар. ҡатнашманы һалыу өсөн тау битләүҙәрендә тартмалар урынлаштырылған.
Предприятие коллективы сағыштырмаса йәш һәм яңылыҡҡа ынтылыусан. Быйыл улар асфальтты «йәшәртеү» ысулын һынап ҡарарға булған. Мәҫәлән, ошо маҡсатта ҡаҙандан дорсан тигән махсус материал ҡайтартҡандар.
Юлдар –  тормош көҙгөһө– Был материал асфальтта йөйҙәр барлыҡҡа килеүен тотҡарлай һәм уны эксплуатациялау ваҡытын оҙайта, – ти филиал директоры Венер Ғилданов. – Әгәр яңылыҡ үҙен аҡлаһа, беҙ уны киңерәк ҡулланасаҡбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта предприятиеның матди-техник базаһын да яңыртып торалар. Тиҙҙән филиалға предприятие етәкселеге заманса асфальт-бетон заводы һатып алыр­ға вәғәҙә иткән. Техника паркы ла йылдан-йыл ҡеүәтләнә. Әлеге ваҡытта 30 берәмектән ашыу техника бар. Кәрәкле, етерлек техника, үҙ эшен ең һыҙғанып башҡарырға ынтылған һөнәр эйәләре булғас, предприятиеның эше ырамлы бара. Ул туғыҙ айҙа 130 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Бында филиал коллективының да лайыҡлы өлөшө бар.
Предприятие эшселәре үҙҙәренең һөнәри байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Киләсәктә лә уларға уңыштар юлдаш булһын, тип әйтергә генә ҡала.

Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Илеш районы.

Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға