«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы йыл байрамына күп ҡалманы



23.11.2012 Яңы йыл байрамына күп ҡалманы

Яңы йыл − халыҡтың иң яратҡан байрамы. һәр кем туғандарына, яҡындарына алдан уҡ бүләк әҙерләй башлай. Балалар тәмле-татлы һый, ҡыш бабай менән ҡарһылыу ҡатнашлығындағы байрам тураһында хыялланһа, ата-әсәләр кескәйҙәрен, ниндәй костюм, бүләк менән һөйөндөрөргә икән, тип баш вата. Ойошмалар корпоратив байрам планын төҙөһә, хеҙмәткәрҙәр матур күлдәк-костюмдарын әҙерләй. Бөтә һорауҙарҙы ваҡытында хәл итергә теләһәгеҙ, Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ “Байрам индустрияһы – Яңы йыл” һигеҙенсе махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһенә барығыҙ. Ул 28 ноябрҙән 1 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Күргәҙмәлә һәр кем үҙенә һәм яҡындарына матур бүләктәр – ватандаштарыбыҙ етештергән эксклюзив тәмлекәстәр, сувенирҙар һәм йорт өсөн кәрәк-яраҡ, косметика һәм биҙәүес әйберҙәре һатып ала алыр. Күңелегеҙгә ятҡан Яңы йыл атрибуттары (шыршы уйынсыҡтары, гирляндалар, пиротехника, яһалма шыршы һ.б.), корпоратив байрам өсөн киске күлдәктәр, бал-маскарад костюмдары, ювелир изделиелары табыр­һығыҙ.
Ошонда уҡ “Аrt-шыршы” дизайнер­ҙар конкурсы менән танышырға мөмкин буласаҡ. Был сара ижади кешеләргә фантазияларын сағылдырыу мөмкинлеге ул. Әйткәндәй, унда ҡатнашырға теләүселәр 27 ноябргә тиклем эштәрен тапшырырға тейеш. Конкурс шарттары менән http://bvkexpo.ru/compi15.html адресы буйынса танышырға була. Йомғаҡтар 30 ноябрҙә сәғәт 4-тә яһаласаҡ.
Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға байрам кәйефе бүләк итегеҙ, күргәҙмәнән ситтә ҡалмағыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға