«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Күмәк булғас, йәшәү күңелле»



23.11.2012 «Күмәк булғас, йәшәү күңелле»

«Күмәк булғас, йәшәү күңелле»
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хәсәновтар ғаиләһе йыйылһа, аш бүлмәһендә күңелле, күтәренке мөхит урынлаша. Игеҙәктәр Илнур һәм Илназ әсәләре Мәҙинә менән бергә көн буйы балалар баҡсаһында йөрөгән булһа, өлкәндәре Ғайсар − сәнғәт колледжында, уртансылары Иҙел һәм Гөлкәй мәктәптә белем ала. Ғаилә башлығы Сабир эш мәшәҡәттәре менән тыуған яҡтары Бөрйәндән яңыраҡ ҡына ҡайтып төшкән. Татыу ғаиләләге балалар: «Әсәйебеҙ яһаған сәй тәмле. Беҙ уны яратабыҙ, атайыбыҙ менән ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Ул булғанға өйөбөҙ яҡты, матур. Һеҙ ҙә әсәйҙәрегеҙҙе ҡурсалап тороғоҙ», − ти.
Илшат ҡАНСУРИН фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға