20.11.2012 Иң бай етәкселәр – дәүләт компанияларында
“Форбс” журналы үҙенең сираттағы исемлеген баҫып сығарҙы. Унда был юлы һүҙ Рәсәйҙең иң юғары хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе топ-менеджерҙары тураһында бара.
Шулай итеп, 2011 йылда иң күп эш хаҡын ВТБ төркөмө идараһы рәйесе Андрей Костин алған. Белгестәр иҫәпләүенсә, уның йыллыҡ килеме 30 миллион долларға тиң. Костин әфәнде артынса "Газпром" етәксеһе Алексей Миллер менән "Роснефть" башлығы Игорь Сечин килә. Икеһенең дә килеме 25-әр миллион доллар.
Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе Герман Греф – дүртенсе урында. “Форбс” дөрөҫ иҫәпләһә, уның килеме – 15 миллион доллар. "Мәскәү" банкы президенты Михаил Кузовлевтыҡы ла шулай уҡ.
Исемлектәге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ − "База элементы" йәмғиәтенең генераль директоры Гөлжан Молдажанова – ни бары 23-сө урында. Былтыр уның килеме дүрт миллион доллар тәшкил иткән.
Әйткәндәй, рейтингыны төҙөгәндә компанияларҙың рәсми отчеты файҙаланылған.
А. АҡБУЛАТОВА.