20.11.2012 Асыҡ ишек бәләһе
Коммуналь фатирҙа йәшәүсе ғаилә (ирле-ҡатынлы һәм ике бәләкәй бала) төшкө аштан һуң татлы йоҡоға тала. Ишекте бикләп тормайҙар, көпә-көндөҙ кем йөрөһөн, тип уйлай улар. Ошо мәлдә уларҙың күршеһенә быға тиклем закон менән проблемалары булған 31 йәшлек ир килә. Ул үҙе менән 29 йәшлек өйҙәшен дә эйәрткән. Таныштары өйҙә булмай, улар китергә торғанда күршеләге бүлмә ишегенең бер аҙ асыҡ торғанына иғтибар итә. Ир һаҡ ҡына баҫып үтә лә, өҫтәлдә ятҡан кеҫә телефонын һәм биш мең һум аҡсаны сәлдерә. Тағы ла ноутбукты алырға була, әммә шул саҡ йорт хужаһы уянып китә. ҡараҡ, бүлмәләрҙе бутағанмын икән, тип шундуҡ сығып китеү яғын ҡарай. Ул киткәс тә хужалар аҡса һәм телефондың юҡлығын күрә.
Анһат ҡына байыған ир менән ҡатын урамда осраған бер ҡатынға осһоҙ хаҡҡа телефонды һата. Йәшәү мәғәнәһен тик эскелектә күргән был икәү күп итеп аҙыҡ-түлек, спиртлы эсемлек һатып ала ла өйҙәренә ҡайта. Уларға оҙаҡ шатланырға тура килмәй – полиция килеп тә етә. Ир менән ҡатындың алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Урланған телефонды һатып алыусы ҡатын-ҡыҙ ҙа полиция иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ул телефонһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалды. Етмәһә, белә тороп урланған әйберҙе һатып алғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ, ике йылға төрмәгә оҙатыласаҡ.