«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Яҡташтар” аша шәхестәребеҙҙе беләсәкбеҙ”



20.11.2012 “Яҡташтар” аша шәхестәребеҙҙе беләсәкбеҙ”

“Берҙәм Рәсәй” партияһының яңы проекты старт алыуы һәм уны Башҡортостан Президенты ла хуплауы тураһында гәзитебеҙҙең үткән һанында яҙғайныҡ инде.
Партияның төбәк башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов белдереүенсә, проекттың маҡсаты – шәхес йөҙөндә район һәм республика тарихын яҙыу. Хәҙер ҡайһы шәхестәрҙең үҙ төбәге ғорурлығы булыуын асыҡларға кәрәк. “Иң-иң”дәр араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, спортсылар, ауыл хеҙмәтсәндәре, тыныс көндәрҙә батырлыҡ ҡылыусылар булыуы мөмкин.
− Был проект йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоларын көсәйтергә ынтылыш менән бәйле, − тине Альберт Мифтахов. – Беҙгә ил, үҙебеҙ өсөн ғорурлыҡ етешмәй. Беҙ бөгөн быуындар бәйләнешен юғалттыҡ кеүек.
Шуға ла республика халҡы үҙ шәхестәрен белергә тейеш. Төбәк башҡарма комитеты анкеталар үткәрәсәк, ошоноң буйынса исемлек төҙөлөп, киң мәғлүмәт саралары аша халыҡ билдәле яҡташтары менән таныштырыласаҡ. Тәүге һөҙөмтәләр 2013 йылдың яҙында барланасаҡ.
Билдәле яҡташтарҙы асыҡлау халыҡтан һорашыуҙар формаһында үтәсәк. Волонтерҙарҙы йәлеп итеү күҙаллана. Альберт Мифтахов әйтеүенсә, һорау берәү генә − һеҙҙең районығыҙ кем менән һәм ни өсөн ғорурлана? Алты кандидатураны атарға мөмкин: өсәүе − тарихи шәхес, өсәүе – замандашыбыҙ. Тауыш биреү барышы киң яҡтыртыласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең әлеге проекты сәйәси проект түгел, ә социаль, мәҙәни проект.
Иң мөһиме – бында эше менән таныл­ған шәхесте асыҡлау, ә вазифаһы менән генә түгел.
Проект старт алыу менән уны хуплауын бик күп етәксе, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре белдерҙе.
Милли-мәҙәни ойошмалар ҙа “Яҡташтар”ҙың яҡшы башланғыс икәнен таныны. Республикала эшләп килеүсе татар, мари, удмурт, мордва, сыуаш ижтимағи ойошмалары, үҙәк һәм автономиялар проектты бойомға ашырыуға ҡушыласаҡтары, лайыҡлы яҡташтарҙы асыҡлауға булышлыҡ итәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Мәҫәлән, Мордва милли-мәҙәни үҙәге етәкселеге фекеренсә, көндәлек тормошта йыш ҡына эргәбеҙҙә иле, халҡы өсөн бихисап эш эшләүсе шәхестәрҙе күрмәүебеҙ ҙә мөмкин. Ә улар беҙҙең һәр беребеҙ өсөн өлгө.
“Башҡорт халыҡ хәрәкәте” ойошмаһы ла билдәле яҡташтарҙы асыҡларға булышлыҡ итергә әҙер.
− Тыуған илгә һөйөү тураһында һөйләгәндә, иң тәү сиратта йәнтөйәгең, атай йорто, ауылың, ҡалаң тураһында һүҙ алып барыу кәрәк. Беҙгә ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ тураһында өйрәнергә, белергә ваҡыт, − ти ойошма етәкселәре.
“Маҡсат” йәштәр хәрәкәтенән Илшат Күкташев “Яҡташтар” проектын, тарихҡа яңы ҡараш, тип атай. Бында кеше үҙе ихтирам иткән шәхескә гражданлыҡ күҙлегенән сығып баһа бирә.
Республика удмурт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ренат Ғәләмшин проекттың айырыуса илһөйәрлек тойғоһо уятасағына ышана:
− Лайыҡлы кешеләр йылдар уҙған һайын һис тә кәмемәй – ғалимдар, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре бөгөн дә етерлек. Балалар мотлаҡ уларҙың һәр ҡайһыһын белергә бурыслы.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға