«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Балаларымдың ҡайтыр урыны бар, тип ҡыуанам»



16.10.2010 «Балаларымдың ҡайтыр урыны бар, тип ҡыуанам»

«Балаларымдың ҡайтыр урыны бар, тип ҡыуанам»Бөгөнгө 70 – 80 йәшлек әбей-бабайҙарҙы, олатай-өләсәйҙәрҙе «һуғыш балалары» тип атайҙар халыҡ телендә. Уларға сабырлыҡ, эшсәнлек, һәүетемсә генә донъя көтөү хас, айырыуса ауылдағыларына. Һыҡтамай-зарланмай, тормошона шөкөр итә белеп, яй ғына атлай улар ғүмер һуҡмағынан. Бала саҡтары шаҡтай ҡыҫҡа булған, үҫмер генә көйө колхоз эшенә егелгән, күмәк бала баҡҡан, бөгөн килеп, әҙ генә пенсияһына ҡыуанып, уфтанмай ғына үткән ғүмеренә байҡау яһап ултырған ололарҙан фәһем дә, кәңәш тә, йүнәлеш тә алырға мөмкин. Йорттары сынъяһау ыҡсым, кәртә-ҡураһында һаман мал тауышы сыға, ҡош-ҡорто ихата тултырып йөрөй уларҙың. Баҡсаһы ла буш түгел. Эшһеҙ тора алмайым, тиер уларҙың күптәре. Эйе, шундай быуын инде улар – сыныҡҡан һәм түҙә белгән.
«Үткән ғүмеремде һағыны-ып-һағынып иҫкә алам», – ти Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәүсе Фәрҙәнә Рәхимова. Уның да «ғүмер китабы» биттәре һигеҙенсе тиҫтәһенең ҡап уртаһынаса яҙылған – тиҙҙән 75 йәшен билдәләй. Асыҡ сырайлы инәйҙең ҡаршыһында ултырам. Яулыҡ ситенән сал сәсе һыҙылып ҡына күренә, сабырлығы тауышына сыҡҡан.
Фәрҙәнә Сәләхетдин ҡыҙы әйтеүенсә, бала сағы һуғыш осорона, унан һуңғы аслыҡ- яланғаслыҡҡа тура килһә лә, ата-әсәһенең егәрлелеге балаларын асыҡтырмай. Ул киндер һуғыуҙарын, тары сәсеп, эшкәртеүҙәрен, баҡса үҫтереүҙәрен бөгөнгәсә хәтерләй. Етенсе синыфты бөткәс тә колхоз эшенә сыға. Был бик күп инәй-бабайҙар үткән юл. «Арыған саҡтарҙа сикһеҙ күренгән сөгөлдөр баҫыуҙары, күмәк баланың бер-береһен ҡарашып үҫеүе, иртә таңдан ҡара кискә саҡлы дауам иткән колхоз эше, шәл бәйләп, Ырымбурға алып барып һатыуҙар әллә ҡайҙа алыҫта тороп ҡалғандай», – тип хәтер ебен тағата инәй.
Тормош юлдашын да үҙ ауылынан һайлаған ул – Гәрәй Ғөбәйҙулла улы менән ете бала тәрбиәләп, 45 йыл бергә донъя йөгөн тарт­ҡандар. Тик, ҡыҙғаныс, ғүмере генә ҡыҫҡараҡ булған. Был турала һөйләгәндә Фәрҙәнә инәй­ҙең йөҙөнә һағыш шәүләһе ятты... Рәхимовтарҙың ете балаһы хәҙер инде һәр ҡайһыһы үҙҙәре ғаиләле, 13 ейән-ейәнсәре, бер бүләсәренә ҡарап ҡыуана өләсәй.
– Йәйҙәрен ихатағыҙ бала тауышына күмеләлер инде, балаларығыҙ атай йортона йыш ҡайтамы? – Үҙем дә күмәк балалы ғаиләлә үҫкәнмен, тик барыбыҙ ҙа ситтә йәшәп, йәнтөйәккә һағынышып ҡайтҡанға күрә был һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
– Аллаға шөкөр, балалар тыуған өйҙәренә һуҡмаҡты таҡыр ғына тота (балалары хаҡында һөйләгәндә йөҙө яҡтырып китә Фәрҙәнә инәй­ҙең). Өлкән улыбыҙ ауылда йәшәй. ҡалғандар үҫә торҙо, ҡалала һөнәр алып, эшкә урынлаша барҙы. Береһе лә ҡулын кеҫәһенә тығып йөрөмәне. ҡыҙҙарым ҡатын-ҡыҙға тейешле бөтә эш-шөғөлдө үҙләштереп үҫте, юғары белем алды. Ейән-ейәнсәрҙәр каникул башланғас та килә, гөр килеп тора ишек алды. Уларға бер шатлыҡ – ҡаршы алыу­сы бар. Август аҙаҡтарында, улар киткәс, моңһоу булып ҡала инде бына. Балалар эш тәмен белеп үҫте. Бер ҙә, шулай эшлә, былай ит, тип өйрәтеп ултырманым, әллә ҡайҙан үҙҙәре белеп эшләне. Малайҙарым да кергә тиклем йыуышты. Сөгөлдөрҙө ярышып утанылар. Ий-й, балаҡайҙарым, бөгөн уларҙан тик изгелек кенә күрәм. Һәр эш күмәк башҡарыла. Йола кеүек – бесәнде бергәләп сабалар, картуфты бергәләп ҡаҙалар, тигәндәй. Уларға хеҙмәт һөйөүсәнлек бирә алғаныбыҙға ҡыуанам. Был – һәр ата-әсәнең бурысы. Ялҡау ата-әсәнән егәрле бала тыуыр инеме ни? Беҙ, өлкәндәр, баланың киләсәгенә йүнәлеш бирергә тейешбеҙ бит.
Рәхимовтар балалары – биш улы, ике ҡыҙы – етеш тормошта йәшәһен өсөн тырыша. Баллы кеше – бай кеше, тип, умарта тоталар. ҡайны-ҡәйнәһе лә бик ярата Фәрҙәнә килендәрен. Биш малай үҫтергән өлкән Рәхимовтар килендәренән уңа. Һәр саҡ бер-береһенә ярҙамлашып йәшәйҙәр. «Әллә үҙем һәйбәт булдым, әллә ҡайны-ҡәйнәм үҙҙәре һәйбәт булды», – ти, бер аҙ шаяртып, Фәрҙәнә инәй. Тормош ҡатмарлылыҡтары, ниндәйҙер ауырлыҡтар ҙа булғандыр, Фәрҙәнә Сәләхетдин ҡыҙы әйтеүенсә, былар ғүмер ағышының һынауҙары ғына.
«Хәҙер тормош матур. ҡәҙерен генә белергә кәрәк. Зарланмаһындар, эшһеҙмен, тигәндәргә аптырайым. Аяҡ аҫтында тиерлек эш тулып ята. Ялҡауланмай ғына, бошмаҫлыҡты ситкә ҡуйып, емертеп эшләрлек мөмкинлектәр бар. Баҡса сәсеп, ҡош-ҡорт, мал аҫрап та ғаиләне туйындырып була бит. Бөгөнгө кеүек уңайлылыҡтар элек булһасы. Эшсән, эскерһеҙ кеше ҡайҙа ла уңышлы йәшәй.
Шөкөр, ауылда туғандар ҙа күп, күршеләр менән дә татыубыҙ. Балалар үҫкәндә мейескә көн аша алтышар таба икмәк һалған ваҡыттар ҙа, көн оҙоно шыжлап самауыр ҡайнап ултыр­ған саҡтар ҙа һағындыра», – инәйҙең был һүҙҙәре инде улар ғаиләһенең ишлелегенә лә, ҡунаҡсыллығына ла берҙәй дәлилдер.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти Фәрҙәнә Рәхимова. Уны ауылда, шаяртып, «Урман ҡорто» тип тә йөрөтәләр икән. Ауыл ағаслыҡҡа терәлеп кенә ята. Ундағы тәбиғәттең йомартлығы-ы! Фәрҙәнә инәй андыҙ йыйһынмы, әлморонмо, еләкме – һәр нәмәнең файҙаһы бар. Хатта малға әкәләккә (имән сәтләүеге) лә йөрөй икән.
«Урманға барһам, шәбәйәм дә китәм, сәнсеп торған билем дә ауыртмай, һулыш та иркенәйә, – был һүҙҙәрен әйткәндә инәйҙең урманды ысын яратыуы айырым-асыҡ күренде: йыйырсыҡтарын яҡтыртып, көлөп ебәрҙе хатта. – Балалар ҡалаға ҡунаҡҡа алып китһәләр, шул урманымды, һыу буйҙарын һағынып ҡайтам».
Хәтерләрлек ваҡиғалары күп уның. Һәр береһе – ғаиләһе тарихы. Матур тарих, ейәндәргә, бүләләргә түкмәй-сәсмәй һөйләрлек. Үҙе әйтеүенсә, оло йәшкә етеүен абайламаған да. Хатта бер әйткәне лаҡап булып та ҡалған: балалары 70 йәшен үткәрергә ҡайт­ҡас, атаҡ-атаҡ, бик ҡабалан булды бит был эш, тип һәммәһен дә көлдөргән ул. Шулай инде – ҡәҙерен белгәндәргә ғүмер матур, тик ағын һыуҙай. Фәрҙәнә инәй Рәхимова кеүектәр иһә матур ҡартлыҡ өлгөһө. Арабыҙҙағы инәй-бабайҙарҙың һәр береһе үҙен шундай бәхетле тойһон ине. Уларҙы бәхетле итеү иһә беҙҙең, уларҙың балаларының, бурысы.

«Әсәйебеҙ – һоҡланғыс кеше»

Фәрҙәнә инәйҙең ҡыҙҙары Рәүфә менән Айһылыу, үҙҙәре әсә кешеләр, әсәләренән һәр нәмәнән өлгө алырға тырыша. «Мин әсәйемде һоҡланғыс кеше тип иҫәпләйем. Бер ваҡытта ла арымай ул, төшөнкөлөккә бирелгәнен дә хәтерләмәйем. Ауылға ҡайтһаҡ, нисек кенә ҡәҙерләмәй беҙҙе! Иртәнсәк уның тәмле ҡоймаҡ еҫтәренә уянабыҙ. Һәр ваҡыт көр кәйефтә йөрөй, бер ҡасан да кемделер яманлап һөйләп ултырғанын ишетмәҫһең», – ти Рәүфә.
Килен-кейәүҙәре өсөн ул бейем, ҡәйнә түгел, ә әсәй. Килене Зәлиә әйтеүенсә, ауылда бөтә туғандар өсөн терәк ул. Килен, тип бер ҙә йомшамай, эшкә өйрәтеү алымдары ла үҙенсәлекле – үҙе шундай итеп башҡарып ҡуя, ғүмергә онотмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡала. Һәр хәл-ваҡиғанан аҡыл менән сыға белә. «Беҙҙең ҡыуанысҡа оҙон-оҙаҡ, иҫән-һау йәшәһен!» – ти балалары.

«Туған йәнле инәйебеҙ»

Румия Насретдинова: «Инәйем ете балаһынан башҡа тағы ла етәүҙе үҙенең йылы ҡанаты аҫтына ала. Атай-әсәйем Рифҡәт һәм Роза менән Гәрәй бабайым һәм Фәрҙәнә инәйем бик татыу булдылар. ҡунаҡҡа килгәндә шуға иғтибар итә торғайным: эшләгәнен күрмәй ҙә ҡалабыҙ – өҫтәлгә бәлештәр тиһеңме, пирожкиҙармы, теҙеп ултырта һала.
Ә уның ҡоротоноң ниндәй тәмле булғанын белһәгеҙ! Мәскәүҙәге дуҫтарыбыҙ бер тәмләп ҡараны ла, гелән шуны килтереүебеҙҙе һорайҙар. Шатлыҡ өләшеүсе лә ул, шаян да инәйебеҙ. Шуға күңеле лә йәш».

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға