«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Төҙөлөш ойошмалары үҙ башына шаша



16.11.2012 Төҙөлөш ойошмалары үҙ башына шаша

Өфө полицияһы 12 ноябрҙә баш ҡаланың Фурманов урамындағы 15-се йортта сыҡҡан янғын буйынса «Яуыз ниәт менән яндырыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ут тулыһынса 1935 йылда төҙөлгән ике ҡатлы 16 фатирлы йорттоң ҡыйығын юҡҡа сығар­ған. Һөҙөмтәлә 63 кеше йәшәү урын­һыҙ ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындан зыян күргән ғаиләләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының ғәҙәттән тыш хәлдәр фондынан бүленгән ваҡытлыса торлаҡта йәшәйәсәк.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, йортто яндырғандар, тип иҫәпләй. Сөнки фажиғә булған иртәлә күрше йорттар­ҙың да подъездарында ут сыға, тик уны ваҡытында һүндереп өлгөрәләр. „ҡыҙыл әтәс”тән зыян күргән йорттар тиҙҙән һүтелергә тейеш булған. Был кварталды күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн „СИФ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тендерҙа еңеп алған.
Күрәһең, төҙөлөш ойошмаһы йорттар һалынасаҡ майҙансыҡ тиҙерәк бушаһын һәм аҡсаһын яндарында ҡалдырыр өсөн проблеманы еңел генә хәл итмәксе булған. Төҙөлөш майҙанында ҡамасаулаған йорттарҙы яндырыу хәҙер Өфөлә модаға ла әйләнеп китте, ахыры. Янғын электр сымынан сыҡҡан, тигән сәбәп табыла ла, бар ғәйеп йорт хужаларына өйөлә, улары иһә үҙ сиратында үҙҙәренә үҙҙәре йәшәргә урын табырға мәжбүр, ғәйепһеҙ булыуҙарын бер нисек тә судта иҫбат итә алмайҙар.
Әле прокуратура „СИФ” ойошмаһының торлаҡ төҙөүгә рөхсәттәрен, төҙөлөш өсөн нисек ер алыуҙарын тикшерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға