«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тормош үҙе бәйге бит ул…



16.11.2012 Тормош үҙе бәйге бит ул…

Тормош үҙе бәйге бит ул…
Самолет осош һыҙығынан айырылып күккә күтәрелеүгә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә: түбәндә − шау-гөр килгән Өфө, ә ҡаланан ситкә таҫмалай юлдар һуҙыла. Һәр саҡрымы таныш Өфө − Октябрьский юлы. Саҡрымдар ғына түгел, тормош юлы кеүек ул…
Роза Шәфиғуллинаның бала сағы Йәрмәкәй районында уҙа. Атаһы Нәсим ағай шул төбәктә геология-разведка идараһында эшләй. Һуңғараҡ ғаилә Октябрьский ҡалаһына күсә. Яңы ерҙә йорт күтәреп нигеҙләнеп, инде тормош яйға һалынды тигәндә, атаһы менән әсәһе донъя ҡуя.
Ғаиләләге биш малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булған Роза теремек булып буй еткерә, яҡшы уҡый, комсорг була. Йыш ҡына “мин комсомолка”, ”мин корчагинка” тип ҡабатлар­ға ярата. ҡыҙ уҡытыусы булырға хыяллана. Ә әсәһе уны ул саҡта иң абруйлы һөнәр – инженер итеп күрергә теләй. Роза авиация техникумын уңышлы тамамлағас, кейәүгә сыға.
Тәүге балалары донъяға килергә һанаулы ғына көндәр ҡалғас, йәш ғаилә Төрөкмәнстанға удар комсомол төҙөлөшөнә юллана. Унда улар газ конденсаты ятҡылыҡтарын үҙләштерә. Уңған һәм сая Розаны комсомол секретары итеп һайлайҙар. Илдең төрлө яғынан килгән йәштәргә үрнәк була Башҡортостан ҡыҙы. 1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан уны Мәскәүгә юлланған делегация составына һайлайҙар. Шунда уларҙы СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте министры Борис Щербина ҡабул итә. Ул Роза Шәфиғуллинаға заманындағы иң яҡшы “ФЭД” фотоаппаратын бүләк итә.
Йәштәрҙе тыуған яғы тарта, улар тиҙҙән Октябрьский ҡалаһына ҡайта. Роза ОЗНО заводына урынлаша, контролерҙан иҡтисад һәм производствоны ойоштороу бюроһы начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник институтында белем ала.
Ғаиләлә икенсе бала тыуа. Роза яҡшы хеҙмәткәр, ике ҡәйнәгә уңған килен, хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй булыу өсөн бар тырышлығын һала. Дәртләнеп эшләп йөрөгәндә, үҙгәртеп ҡороу елдәре тормошҡа үҙ төҙәтмәләрен индерә. Заводта хәл ауырлаша. Шул саҡ Роза үҙенең төҙөлөш кооперативын асыр­ға ҡарар итә. Ун өс йәшлек улы Марат менән бер магазиндың күтәрмәһен цемент менән ҡатыра – был уларҙың беренсе заказы була. Һуңғараҡ эшсе коллектив туплап, ҙурыраҡ заказ ала башлайҙар. Эш яйға һалынды, тигәндә генә илебеҙҙә дефолт була. Эшселәренә эш хаҡы түләү өсөн Розаға хатта фатирын һатырға тура килә. Уның ҡарауы, халыҡ алдында намыҫы саф килеш ҡала. “Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, кешене рәнйетергә ярамай”, – ти Роза Нәсим ҡыҙы.
Артабан ул дөйөм туҡланыу предприятиеһына эшкә урынлаша. Эшкә өлгөр ханым ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошманы алдынғылар рәтенә сығара. Шуға уны Рәсәйҙең I Эшҡыуарҙар съезына делегат итеп ебәрәләр. Роза Шәфиғуллинаға Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельцин менән осрашыу бәхете тейә.
Тормош гел уңыштарҙан, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тормай. Уның һикәлтәләре, киҫкен боролоштары әҙәм балаһын төрлөсә һынай. Розаға шундай мәлдә Өфөгә, балалары янына күсергә, яңы шарттарға күнегергә тура килә. Тәүҙә ул сәнәғәт предприятиеһында иҡтисад буйынса урынбаҫар булып эшләй. Шунан үҙ эшен асыу ниәте менән Себер тарафтарына юл тота. Роза Нәсим ҡыҙы “Ноябрьск­нефтегаз” акционерҙар йәмғиәтенең бер департаментының етәксеһе тапшырған эште тиҙ һәм сифатлы башҡара һәм шунда хеҙмәт юлын дауам итә. Ул үҙенең “Урал­нефтегазспец­монтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора. Ун бер йыл буйы тотороҡло үҫеш алған компания яғыулыҡ табыу сәнәғәте компаниялары заказдары буйынса монтажлау, капиталь ремонтлау, сервис хеҙмәтләндереүе менән шөғөлләнә. Төп заказсылары – “Ноябрь­скнефтегаз”, “Мурав­ленковс­к­нефть”, “Газ­промнефть”, “Баулынефть”, “Татнефь”, “Сибента” кеүек абруйлы компаниялар. Ямал-Ненец Автономиялы Округындағы Муравленко ҡалаһында, республиканың Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында “Уралнеф­тегазспецмонтаж”дың производство базалары бар. Коллективта алтмышҡа яҡын юғары квалификациялы белгес эшләй.
Предприятие заманса технологияларға һәм алдынғы фәнни ҡаҙаныштарға нигеҙләнә. Йәмғиәттең белгестәре үҙҙәре лә фәнни асыштарға башланғыс һала. Мәҫәлән, улар­ҙың патенты буйынса “УИПНС” нефть скважиналарының продукцияһын үлсәү ҡорамалы эшләнгән. Ул бик ышаныслы, үҙебеҙҙә етештерелгән деталдәрҙе файҙаланырға мөмкин. Иң мөһиме, “УИПНС” яйланмаһы “Юлдаш” тибындағы ҡорамалдарҙы эксплуатациялау урынында эште туҡтатмайынса модернизациялау мөмкинлеге бирә.
“Уралнефтегазспецмонтаж” компанияһының уңыштары – ул Роза Нәсим ҡыҙының тырыш хеҙмәт емеше. Юғалып ҡалмайынса, моратына ирешә алғанына бик шат ул. Балалары өсөн дә күңеле тыныс, икеһе лә оло тормошта үҙ юлын тапты. Улы – медицина фәндәре кандидаты, әле докторлыҡ диссертацияһын яҙа. ҡыҙы Гүзәл һәм кейәүе әлеге предприятиела эшләй. Ейәндәре үҫә.
... Уйҙарға бирелеп, самолеттың ике сәғәт осҡаны һиҙелмәгән дә. Тәгәрмәстәр ҡырыҫ та, бәрәкәтле лә Себер еренә төшөүгә Роза башҡараһы эштәрҙе, эшлекле осрашыуҙарҙы күңеленән барлап сыҡты. Йылдар уның йәшлек матурлығына, нәзәкәтлелегенә ҡағылмаған. Ирҙәр генә күтәрерҙәй яуаплылыҡ йөкмәгән Роза Шәфиғуллинаға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Роза Нәсим ҡыҙы: “Тормош – ул үҙе бәйге. Ә унда һынатмаҫ өсөн бар яҡтан да әҙер булырға, үҙ көсөңә ышаныс кәрәк. Йәш ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙем бар. Һынауҙарға бирешмәгеҙ, көслө рухлы булығыҙ, бер ҡасан да өмөт усағығыҙҙы һүндермәгеҙ”, – тине ихлас күңелдән.
Эльвира ИЛЬЯСОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға