«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ағинәйҙәр булһын кәңәш бирергә



16.11.2012 Ағинәйҙәр булһын кәңәш бирергә

Ағинәйҙәр булһын кәңәш бирергә
Сибайҙа тәүге тапҡыр шундай үҙенсәлекле байрам – “Сибайымдың ағинәйҙәре” тигән конкурс ойошторолдо. Был сараны, ысынлап та, байрам тиергә тулы нигеҙ бар.
Ағинәйҙәрҙең сәхнәлә үҙ-үҙен тотошона хайран ҡалып тамаша ҡылды килеүселәр. Конкурста ҡаланың мәғариф ветерандары һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусылар көс һынашты. Халҡыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына хас барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙендә туплаған ине улар. Йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлә, шул тиклем рухлылар, әҙәпле, сабыр инәйҙәр.
Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәндәр­ҙең барыһы ла Сибайҙа билдәле кешеләр.
Фәниә Сарбулатова − 43 йыл ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға арнаған, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Фәрзәнә Фәтҡуллина − БДУ-ның Сибай институтындағы музыка кафедраһы доценты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәниә Хәмитова, Светлана Буранбаева, Ғәлимә Әхмәтова, Зәһүрә Байтүрина − Рәсәйҙең мәғариф алдынғылары, Сәғиҙә Байназарова − мәғариф ветераны.
“Сибайымдың ағинәйҙәре” Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды һәм ул ғаилә менән таныштырыуҙан башланды. Бәйгеселәрҙең аш-һыуға оҫталығы баһаланды. ҡорама ҡорау буйынса ла ярыш үткәрелде. Ағинәйҙәрҙең халыҡ йырҙарын шул тиклем оҫта башҡарыуы бөтөнөһөн дә һоҡландырҙы. Улар аҡ күлдәк кейеп, аҡ яулыҡ ябынып, ҡулдарына тәсбих тотоп, өгөт-нәсихәт, мөнәжәттәр уҡыны.
Ағинәйҙәрҙе баһалау еңелдән булманы. Һәр береһе ҡабатланмаҫ шәхесте айырып ҡара! Шуға ла жюри бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла “Ағинәй” таҫмаһы таҡты, иҫтәлекле бүләктәр тапшыр­ҙы. Ошо конкурс менән ҡалала ағинәйҙәр клубына нигеҙ һалынды. Иң тәүге ағзалар, әлбиттә, сәхнәлә тамашасыларҙы аһ иттергән инәй­ҙәр ине.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға