«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ЧУПАКАБРАМЫ, ӘЛЛӘ УБЫРМЫ?



16.11.2012 ЧУПАКАБРАМЫ, ӘЛЛӘ УБЫРМЫ?

ЧУПАКАБРАМЫ, ӘЛЛӘ УБЫРМЫ?
Берәүҙәр был йән эйәһен – ҡанатлы, икенселәр буйы ике метрлыҡ гигант тип һүрәтләй
Быйыл республиканың байтаҡ ҡураһындағы малдарҙы бер кем дә күрмәгән билдәһеҙ йән эйәһе ҡырып сыҡты. Был хаҡта “Йәшлек” гәзите лә яҙҙы, башҡа киң матбуғат саралары ла ситтә ҡалманы. Һүҙебеҙ − бер төн эсендә быуып үлтерелгән кәзә-һарыҡ тураһында. Уларҙы ниндәй хайуан ҡырып сыҡҡанын аныҡ ҡына билдәләүселәр һаман да юҡ. ҡоторған эттәр тураһында ла, сүл бүреләре хаҡында ла һүҙҙәр булды. Ләкин был бәләнең сәбәбен асыҡлаусылар һаман да табылмай. Шуға ла, малдарға быға тиклем бөтәбеҙгә лә мифик зат булараҡ ҡына таныш булған чупакабра ташланған, тип имеш-мимеш хәбәрҙәр таралыуына нигеҙ ҡала.
Чупакабраны халыҡ “кәзә вампиры” тип тә йөрөтә. Шулай ҙа, дөрөҫлөктән алыҫлашмаҫ өсөн, чупакабра хаҡында Википедиянан өйрәнмәй булмаҫ. Унда яҙылыуынса, “чупакабра − фәндә билдәле булмаған йән эйәһе”. Уны “ҡала легендаһы персонажы” тип атарға була. Ә “ҡала легендаһы” тигән һүҙбәйләнеш уйҙырманы аңлата. Испан теленән тәржемә иткәндә, чупакабра кәзә ҡанын эсеүсе йән эйәһе булып сыға.
Башҡортса
убыр була икән

Башҡорт фольклорында “убыр” тип аталған йән эйәһе тураһында яҙмалар бар. Был һүҙҙе көндәлек тормошта ла йыш ҡулланабыҙ. Шулай уҡ уны “шайтан”, йә “әүермән” тип тә атайҙар. Фольклор яҙмаларында күренеүенсә, убыр кешеләргә сир алып килә, малдың ҡанын эсә. Ул хатта балаларҙы ла урлай, тип ышаныусылар булған. Леген­далар буйынса, көндөҙ убыр кеше ҡиәфәтендә йөрөй, ә инде төндә эт, бесәй, йә булмаһа, ярғанатҡа әүерелә. Уны тотоп үлтереү генә аҙ, убырҙың тәненә имән ағасынан эшләнгән ҡаҙыҡ сәнсергә кәрәк, имеш. Фольклор инде быныһы, шуға ла факттарға күсәйек.
Әлеге ваҡиғалар буйынса кешеләрҙе иң аптыратҡаны – малдар үлтерелгән ерҙә ҡан булмауы. Был факт буйынса Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына ҡараған зоология кафедраһы профессоры, биология фәндәре докторы Мукамил Баянов: “Эт, ҡоторған булһа ла, ҙур һа­рыҡтар­ҙы быуа алмай. Бигерәк тә бер нисә һарыҡты бер юлы. ҡағиҙә булараҡ, бүре үҙенең ҡорбанын муйынынан һығып, ҡаты итеп баҫып тороп быуа. Быуылған кәзә йәки һарыҡтың ҡаны тиҙ генә ойоша һәм ергә ағып төшөп өлгөрмәй. Мал­дарҙың үлтерелгән урындарында ятып ҡалыуын да аңларға була – бүреләр улар­ҙы һарайҙың тар тәҙрәләре аша сығара алмай”, − тип аңлатма биргән-биреүен. Тик был һүҙҙәргә ҡаршы сығыу­сылар ҙа бар. Сөнки, һунарсылар билдәләүенсә, көҙгә табан оло бүреләр йәш тоҡомдаштарын мал быуырға өйрәтә башлай. Ләкин бындай дәрестәр барған урын ҡанға тула, һарыҡ-кәзә ҡаны ойошоп өлгөрмәй − ағып сығып, бөтә тирә-яҡҡа тарала.

Чупакабра Башҡортостанды ярата

ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Рәсәй чупакабра һөжүменә дусар булыусы илдәр араһында лидер булып тора. Етмәһә, быйыллы-былтырлы Башҡортостан халҡы ла серле йән эйәһе тураһында йышыраҡ уйлана башланы. Ни тиһәң дә, республиканың әле был, әле икенсе урынында малдар төнгө ҡурҡыныс ҡунаҡтар һөжүменән зыян күрҙе. Әллә нисәмә баш мал “һә” тигәнсе ботарланып ятып ҡалды. Тик улар­ҙың башына кем еткәнлеген берәү ҙә күрмәгән дә, белмәгән дә булып сыҡты. Чупакабрамы ул, әллә инде ҡоторған этме – Хоҙай үҙе генә белә. Шулай ҙа халыҡтың ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай – беҙҙең һарыҡ-кәзәгә лә чупакабра атлы убыр һөжүм иткән, тип уйлаусылар бар.
Был йән эйәһенең барлығы-юҡлығы тураһында аныҡ һәм фәнни нигеҙләнеп раҫланған мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа Ер шарының теге йәки был өлөшөндә әленән-әле чупакаб­раны күреүселәр булғанлығы тураһында хә­бәр итәләр. Йыш ҡына эт, төлкө, шакал да кеше кү­ҙенә ошо убыр ке­үек күренә. Би­герәк тә тышҡы ҡиәфәте ниндәйҙер сир йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында башҡалар­ҙан айырылыбыраҡ торған йәнлектәр хаҡында имеш-мимеш тарала.
Билдәһеҙ йәнлектән зыян күргән халыҡ әйтеүенсә, иң тәүҙә чупакабра беҙҙең республиканың Пермь крайы менән сиктәш ауылдарында күренә башлаған. Күрҙем ауылында, башлыса, йорт ҡуяндары һәм бәрәндәр һәләк була. Уларҙың барыһының да муйынында аңлашылмаған йәрәхәттәр табыла һәм ҡаны һурылып бөткән була. Етмәһә, чупакабра бәләкәй балаға ла һөжүм итергә маташҡан, тигән хәбәр тарала. Һуңынан Балтас районында ла билдәһеҙ йәнлекте күреүселәр барлығы асыҡлана. Күптәр был хәлдән һуң малын ҡырға ҡыуырға, бәшмәк, еләк йыйыу өсөн ауылдан ситкә сығырға ҡурҡа башлай. Бынан тыш, Башҡортостанда серле йәнлекте Стәрлетамаҡ, Салауат, Неф­текама ҡалаларында, Өфө­нөң Дим биҫтәһендә, Калинин, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет райондарында күреүселәр бар, имеш. Тик улар был хаҡта асыҡ итеп һөйләмәй, шуға ла был кешеләр­ҙең һүҙенә әллә ни ышанғы ла килмәй.

Тәүҙә –
һалҡыныраҡ ерҙә

Чупакабра иң тәүҙә республиканың көньяҡ райондарында күренә башлаған тип һанала ине. Ләкин Башҡортостандың төньяҡ райондарында йәшәүселәр, үҙ­ҙәренә генә хас булғанса сабырлыҡ һаҡлап, убырҙың улар яғында быға тиклем үк күренеүе тураһында дыу ҡуптармаған булып сыҡты. Ни бары башҡа райондарҙа ла ошоға оҡшаш хәл булғандан һуң ғына убыр тураһында һөйләй башлағандар.
Төньяҡ райондарҙа быға тиклем күренмәгән йәнлектең ур­ман аша елдереп барғанлығын да, төндә бәҙрәфтә ултыр­ған егеткә һөжүм итергә маташыуын да һөйләйҙәр. Тик был һүҙҙәрҙең осона сығырлыҡ түгел – барыһы ла имеш-мимеш хәбәр кимәлендә генә. Ләкин утһыҙ төтөн сыҡмауын онотмайыҡ.

Убыр тыуған урын

Бәләкәй генә Пуэрто-Рико утрауында йәшәүселәр әллә ни сағыу күренештәргә өйрәнмәгән. Был әле лә шулай, ундағы халыҡ рәхәт, һил тормошта йәшәй. Шулай ҙа тап ошо ярымдәүләттә халыҡ беренсе тапҡыр чупакабра тураһында һөйләй башлаған.
1975 йылдың иртә яҙында урындағы крәҫтиән Хуан Алон­соның ҡураһында мәңге күҙәтелмәгән хәл була. Төндә йоҡлап ятҡанда ғаиләләге бөтә кешеләр ҙә мал ябылған һарайҙан аң­лайышһыҙ тауыш ишетә. Шул уҡ ваҡытта малдарҙың ҡот осҡос тауыш менән аҡырыуы ла һауаны яра. Тик был тауыштар шундуҡ тына, һарайға табан ашыҡ­ҡан кешеләр үҙҙәре лә ҡоттары осоп туҡтап ҡала – иҙән тултырып үлтерелгән мал ята, тәндәре тураҡланып, төрлөһө-төрлө яҡҡа ташланған. Хужалар бер нәмә лә аңламай − һарайҙың бөтә ишектәре лә бикле, малдарҙы тамаҡлаған йән эйәһен бер кем дә күреп өлгөрмәгән.
Шаңҡып ҡалған кешеләр тәндәре бер нисә өлөшкә бүлгеләнеп бөткән малдарҙың ҡаны бөтөнләй күренмәүенә тәүҙә иғтибар итмәй.
Әлбиттә, бындай хәлде күргән осраҡта иң тәүҙә малға ҡырағай йәнлектәр һөжүм иткән, тип кенә уйларға була. Тик шуныһы – Пуэрто-Рикола бер ваҡытта ла ҡырағай йәнлектәр булмаған. Биге­рәк тә мал­дар­ҙы үлтерерлек ҙур йәнлектәр. Етмәһә, йыртҡыс­тарҙы иң тәү сиратта үлтерелгән малдарҙы тамаҡлап ҡуйыу ҡыҙыҡһын­дырыр­ға тейеш бит инде. Тик бер генә малдың тәне бер генә ерҙән дә ашалмаған. Һәм иң мөһиме – һарайҙың иҙәнендә лә, стенаһында ла ҡан бөтөнләй юҡ. Аңлашылыуынса, малдарҙың ҡанын ниндәйҙер йәнлек тулыһынса эсеп бөткән.
ҡурҡыуҙан шаңҡып ҡалған кешеләр иҫтәренә килеп тә өлгөрмәй – утрауҙың икенсе өлөшөндә лә шундай уҡ хәл ҡабатлана. Был юлы үлтерелгән малдарҙың күпселеген кәзәләр һәм быҙауҙар тәшкил итә. Бынан һуң да малдарҙың ҡанын ағыҙмай ғына үлтереү осраҡтары йыш ҡабатлана, халыҡ тамам ҡурҡыуға төшә. Кешеләр билдәһеҙ януар үҙҙәренә лә ташланыр тип хәүефләнә.
Тик йәй үтеү менән был ҡот осҡос хәл, нисек ҡапыл башлан­ған булһа, шулай уҡ ҡапыл туҡтап ҡала. Әкренләп халыҡ был хәлде онота ла башлай. 20 йыл үткәс, ошо уҡ утрауҙа әлеге хәлдәр ҡабатлана, был юлы малдарға һөжүм ике йыл буйы дауам итә. Халыҡ, ҡурҡыуын ситкә ҡуйып, билдәһеҙ йән эйәһен тотоп үлтереү маҡсатында засада ойоштора. Тик улар бер нимәне лә тота алмай. Шулай ҙа йәнлекте күреүселәр табыла.
Ул ваҡытта билдәләүҙәренсә, чупакабра − ҡуйы йөн менән ҡапланған йән эйәһе. Уның күҙҙәре ҙур һәм иң ҡыҙығы – ике аяғында ла, дүрт аяғында ла йөрөй ала. Был ҡан эскес йән эйәһе алғы ике аяғын кешеләр ҡулы менән нисек идара итһә, шулай уҡ тота ала, имеш. ҡыҫҡаһы, был убыр, кеҫәртке һәм маймыл араһындағы бер йән эйәһе кеүек булып сыға. Әммә ул ябай кешенән күпкә таһыллыраҡ, көслөрәк, маймылдан аҡыллыраҡ кеүек күренә.
Тора-бара убыр ниндәйҙер мөғжизә менән Кариб диңгеҙе аша үтеп сығып, Америка ҡитғаһында күренә башлай. Үҙәк Америка ла был йәнлектең һөжүменә дусар була. Чупакабра хатта үгеҙ һәм һыйырҙарҙы ла үлтерергә тотона, уларҙың да ҡаны бөтөнләй ҡалмай.
Чупакабраны ҡанатлы итеп күреүселәр ҙа бар. Уның буйы 170 сантиметр, тип тә әйтеүселәр табыла.
ҡыҫҡаһы, серле йәнлек беҙҙең планетала көндән-көн артҡандай тойола башлай. Берәүҙәр, чупакабра АҡШ-тың хәрби базаларында серле шарттарҙа үткәрелгән генетик эксперименттар һөҙөмтәһендә килеп сығып, урамға ҡасҡан, тип һанай. Икенселәр убырҙы сит планета вәкиле тип уйлай. Уларса, чупакабра сит планетанан килеп, кире осоп китеп йөрөй. Хәҙер инде был билдәһеҙ йәнлектең ҙурҙарын ғына түгел, балаларын да күрә башлағандар. Шулай, имеш.

Бармы-юҡмы?

Шулай ҙа, ысынлап та, бармы икән Ер йөҙөндә чупакабра-убыр, әллә юҡмы? Моғайын, юҡтыр. Әлбиттә, күптәр, был йән эйәһен үҙ күҙҙәрем менән күр­ҙем, тип ышандырырға тырыша. Тик нишләптер чупакабраны төрлө кеше төрлөсә һүрәтләй – берәүҙәр уны бәләкәс кенә итеп күрә, икенселәр, ике метрға етерлек гигант, тип ышандыра. Берәүҙәр уны, ҡанатлы, ти, икенселәр арҡаһын крокодилдыҡы кеүек итеп һүрәтләй. Чупакабра ысынлап та барҙыр, улай­һа? Кем үлтергән һуң меҫкен кәзә-һарыҡты?
Чупакабраның барлығына ышандырырға тырышыусылар берҙән-бер генә факт килтерә − йөҙәрләп үлтерелгән мал. Улар­ҙың ҡаны ергә аҡмауы күптәрҙә төрлө һорау уята. Малдарҙың ни рәүешле үлтерелеүен күргән-белгән кеше юҡ. Һәм иң мөһиме – чупакабраның фотоһын килтереп халыҡҡа күрһәтеүселәр табылмаған. Шуға ла был убыр хаҡындағы хәбәрҙәр имеш-мимеш кенә булып ҡала бирә. Латин Америкаһының чупакабраһы ҡар кешеһе, Лох-несс ғифрите кеүек персонаждар менән бер рәткә ҡуйыла. Моғайын, ул да ошо персонаждар кеүек үк мифик зат ҡына булып ҡалыр, әммә бер ваҡытта ла онотолмаҫ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға