«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йөк ташыр өсөн – юл, сирлеләргә − дауахана



13.11.2012 Йөк ташыр өсөн – юл, сирлеләргә − дауахана

Ауырғазы районы үҙәгендә кирбес етештереүсе “ҡыҙыл таш” предприятиеһы төҙөлә. Ул 300 кешене эш менән тәьмин итәсәк.
Объектты һалыу 2008 йылда башланһа ла, көрсөк сәбәпле туҡталып ҡала. Бары Италиянан ҡорамалдарҙың бер өлөшө генә ҡайтарылған була. Бөгөн бөтә кәрәкле ҡорамал һатып алынған, уны монтажлау бара, бер миллиард һумлыҡ инвестиция үҙләштерелгән, йәнә 300 миллион һум табылһа, предприятие киләһе йәйгә эш башлаясаҡ. Унда йылына 80 миллион дана бинаның тышҡы йөҙө өсөн кирбес һәм күҙәнәкле блок етештереләсәк. Урындағы бал­сыҡ, ҡом, бысҡы онтағы ҡулланыласаҡ. Әле заводҡа пилорама ла алынған.
Шуныһы бар: предприятие бар ҡеүәтенә эшләй башлаһа, Талбазы ауылы аша көнөнә йөк тейәлгән алтмышҡа яҡын “фура” үтәсәк. был юҫыҡта урау юл талап ителә. Рөстәм Хәмитов БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировҡа әлеге проблеманы хәл итергә ҡушты.
Ауырғазыға сәфәрендә Президент ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында ла булды. Ул яңыраҡ ҡына сафҡа индерелгән һәм 19 йылға иҫәпләнгән. Әммә сүпте сорттарға айырыу һәм эшкәртеү линияһы етмәгәнлектән, полигон тиҙерәк туласаҡ. Был мәсьәләне хәл итеү талап ителә.

Әйткәндәй

Талбазыла Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһының яңы хирургия корпусын ҡараны. Ул ун йыллап самаһы төҙөлгән.
Өфө менән Стәрлетамаҡ араһында “Һәләкәттәр медицинаһы” профиле буйынса бер генә лә учреждение булмаған. Шунлыҡтан тап Талбазыла хирургия блогы төҙөргә ҡарар ителгән дә, әммә төҙөлөш артыҡ оҙаҡҡа һуҙылған.
Трассанан тәүлегенә 10 – 11 меңләп машина үтә. Табиптар әйтеүенсә, әлеге дауаханала хирургия бүлегенең 85 проценты – юл-транспорт һәләкәтендә зарар күреүселәр.
Бөгөн яңы корпус ҡабул итеүгә әҙер тиерлек, эске биҙәү эштәре һәм медицина ҡорамалдарын урынлаштырыу ҡалған.
«Быйыл корпус эш башлар­ға тейеш», – тине, һығымта яһап, Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға