«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кешегә мөмкинлек биреү мөһим



13.11.2012 Кешегә мөмкинлек биреү мөһим

Парламентарийҙар “Рәсәй Феде­рацияһында физик культура һәм спорт тураһында”ғы Федераль закон­ға үҙгәрештәр индереү тирәләй фекер алышты.
Проект инициативаһы республика парламентының Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан тәҡдим ителгән. Үҙгәрештәр шәкәр диабеты менән сирләүселәргә ҡағыла. Бөгөн әлеге диагнозды 70 меңдән ашыу кеше йөрөтә. Улар араһында балалар иҫәбе – 650. Шуныһы үкенесле: был һан үҫә.
Диабет менән сирләүселәр ара­һында спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны ла арта. Күптәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Меди­цина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, физкультура менән шөғөлләнеү ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрә. Федераль законға диаспорт төшөнсәһен индереп, ауырыуҙарға донъя күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге биреү ҡарала. Әле Паралимпия уйындарына шәкәр диабеты менән сирлеләр төркөмө индерелмәгән.

(Шәкәр диабеты хаҡында
6-сы биттә уҡығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға