«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Белдереүе



06.11.2012 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Белдереүе

Рәсәйҙә октябрҙең һуңғы көндәрендә эшҡыуар-олигарх Михаил Про­хоровтың ауыҙынан сыҡҡан провокацион һүҙ аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итте. “Граждан платформаһы” партияһы съезында сәйәсмән булып маташҡан миллиардер Рәсәй составындағы милли республикаларҙың булыуы һөҙөмтәлелеген шик аҫтына ҡуйҙы.
ҡасандыр Рәсәй президентына кандидат булып йөрөгән кешенең ил Конституцияһына ревизия яһарға саҡырыуы аптырата.
Беҙ, башҡорттар, үҙ дәүләтселегебеҙҙе 1917 – 1920 йылдарҙағы ваҡиғалар – революция һәм граждандар һуғышы осоронда барлыҡҡа килтереүселәр, 455 йыл элек Рәсәйгә ҡушылғандан алып, Рәсәйҙең үҙаллылығы өсөн иҫәпһеҙ ҡорбан биреүселәр, нигеҙһеҙ рәүештә Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошон үҙгәртергә саҡырып, ғәм халыҡ массаһына еткереүҙе бер ниндәй ҙә ҡалыптарға һыймаған алйотлоҡ тип һанайбыҙ.
Михаил Прохоровтың милли республикаларҙы һәм округтарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән сәйәси инициативаһы – абсурд. Конституция хоҡуғы йәһәтенән ҡарағанда – дәүләткә ҡаршы.
Публикаға тәғәйенләнгән, шовинизм менән һуғарылған, тоталитар империяны тергеҙеүҙе көҫәгән тәҡдим ижтимағи-сәйәси һәм милләт-ара хәлде тотороҡһоҙландырасаҡ, дәүләт берлеген тарҡатыуға килтерәсәк. Тап шуның өсөн дә әлеге кеүек саҡырыуҙар енәйәткә тиң булырға тейеш…
Олигархтың, милли республикалар­ҙың булыуы иҡтисади йәһәттән маҡсат­һыҙ, тигән фекере бөтөнләй ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Амбициялары хәтерен юйған әфәнде Башҡортостан, Татарстан, Яҡут (Саха) кеүек республикаларҙың федераль ҡаҙнаның ҡеүәтле донорҙары булыуын иҫәпкә алырға ла теләмәй.
Михаил Прохоров рус халҡын, рус мәҙәниәтен һаҡлаусы ролен үтәмәксе була, әммә уға һәм уның кеүек бүтән олигархҡа рус халҡы, ғөмүмән, халыҡтар мәнфәғәттәре бөтөнләй ят. Эш­ҡыуарҙың тәҡдиме Рәсәйҙең федератив ҡоролошон милли республикалар­ҙы бөтөрөп үҙгәртергә теләүсе провокациялар сылбырының бер өлөшө генә. Уға тиклем дә милли төбәктәргә Жи­риновский атлы әфәнде яҫҡынып маташ­ҡайны инде. РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының башҡалары тарафынан да шундайыраҡ һүҙҙәр ишетелә башланы. Беҙҙең юғарыла ултырыусы сәйәсмәндәрҙең быны ишетмәмеш булыуы насар.
Интернет киңлеген ҡарағыҙ – унда мил­ли республикаларҙы юҡ итеүгә йү­нәлтелгән ксенофобия ярылып ята. “Төньяҡ Кавказ республикалары айырыла ҡалһа, “һикермәһендәр өсөн” Башҡортостан, Татарстан, Якутия кеүек стратегик йәһәттән мөһим республикаларҙы бөтөрөү оптималь эш булыр ине...” – тигән саҡырыуҙар ғына ни тора.
Михаил Прохоровтың дәүләткә ҡар­шы барған тәҡдименә яуап итеп, беҙ Рәсәй Федерацияһының прогрессив ижтимағи ойошмаларын “Граждан платформаһы” партияһына бойкот иғлан итергә, РФ етәкселеген ил ҡануниәтенә ярашлы, ксено-, нациофобияны пропагандалауҙы иҫкәртеү буйынса саралар күрергә саҡырабыҙ.
(Бер аҙ ҡыҫҡартып бирелә).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға