«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Октябрь байрамын беҙ байрам итәбеҙ…”



06.11.2012 “Октябрь байрамын беҙ байрам итәбеҙ…”

“Октябрь байрамын беҙ байрам итәбеҙ…”
Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы – егерменсе быуат­тың артабанғы тарихҡа йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе.
1917 йылдың революцион рухтағы йыл булыуын беләбеҙ. Февраль революцияһында Нико­лай Икенсе тәхетенән ҡолатыла ла Ваҡытлы хөкүмәт булдырыла. Был маҡсаттарға ирешелде тигән һүҙ түгел, шунлыҡтан митингылар, пикеттар, демонстрациялар дауам итә.
Иҫке стиль менән 25 – 26 октябр­ҙә (яңыса 7 − 8 ноябрь) ҡораллы ихтилал ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт тә ҡолатылып, власҡа күпселеген большевиктар тәшкил иткән төркөм килә. Юлбашсы Владимир Лениндың оҙаҡ йылдар дауамында һәр бер милләттәшебеҙ телендә “Ленин бабай” булып йөрөүе лә яҡында ғына ҡалған тарихта.
Октябрь революцияһына төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр өсөн – граждандар һуғышына килтереүсе милли һәләкәт, икенселәргә − кешелек тарихында бөтә донъяға йоғонто яһаусы, капиталистик булмаған юлды һайлаусы ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға.
“Бөйөк Октябрь революцияһы донъя тарихының яңы дәүеренә нигеҙ һалды, − тип яҙа һуңынан Ленин үҙенең хеҙмәттәрендә. – Был яңы дәүер – капитализмдың юҡҡа сығыуы һәм социализм менән коммунизмдың еңеүе”.
Бөгөн беҙ бары тарих биттәрен байҡап, революцияның теге йәки был әһәмиәтен, йә кире яғын ғына билдәләй алабыҙ. Шулай ҙа әлеге өлкән быуын шул шауҡымда оҙаҡ ваҡыт яҡты йылдарға, коммунизмға барҙы, киләсәккә өмөтө ҙур булды. Был, һис шикһеҙ, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ирешергә нигеҙ биргәндер.
Ирекһеҙҙән бөгөнгө эшһеҙлек кимәле үҫеүен, халыҡтың битарафлыҡҡа, өмөтһөҙлөккә бирелеүен, заман афәттәре – наркомания, эскелек, ришүәтселектең сәскә атыуын хафаланып иҫкә төшөрәһең.
Революцияның тәүге айҙарында совет власының башҡарған эштәре:
* Оппозиция гәзиттәренең күбе­һе ябыла, эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенә ҡаршы эшләргә саҡырыусы баҫмалар тыйыла.
* Һигеҙ сәғәтлек эш көнө тура­һында декрет ҡабул ителә.
* Рәсәй халыҡтарының тигеҙлеге, үҙбилдәләнешкә, үҙ аллы дәүләт төҙөүгә хоҡуғы, әҙселекте тәшкил иткән милләттәрҙең ирекле үҫеше тураһында декларацияға ҡул ҡуйыла.
* “Рәсәйҙең һәм Көнсығыштың бөтә мосолмандарына” тигән мөрәжәғәт менән барлыҡ милли һәм мәҙәни учреждениелар, мосолмандарҙың йолалары ирекле һәм тейелгеһеҙ тип иғлан ителә.
* Рәсәй әрмеһе ябайлаштырылып, ефрейторҙан алып генералға тиклем “революцион армия һалдаты” тигән абруйлы исем йөрөткән әрме булыуын күҙ уңында тотоусы “Бөтөн хәрбиҙәрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләү тураһында” декрет баҫыла.
* Бушлай медицина ярҙамы һәм белем алыу булдырыла.
* ҡатын-ҡыҙҙар ижтимағи тормоштоң бөтөн тармағында ла ир-ат менән тиң хоҡуҡҡа эйә була.

Бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең “Хәтирә­ләр”ендә революцияны телгә алып үтә.
“Большевиктар Петроградта хакимлыҡ итә башлау менән, Рәсәй ҡул аҫтындағы милләттәрҙең үҙаллылығын таныуҙары хаҡында икенсе ноябрҙә тарихи декларация ҡабул итте. Башҡорт Мәркәз шураһы, был хаҡта кәңәшләшеп, иғлан ителгән декларациянан файҙаланып маташмаҫҡа һәм халыҡты бындай пропаганданан алданыуҙан ҡурсалап, 11 ноябрҙә тарихҡа ингән “Беренсе фарман”ды (“Приказ №”1) нәшер иттек. Бынан һуң дүрт көн үткәс, Башҡортостандың мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итеп, милли хөкүмәт төҙөнөк”, − тип яҙа ул.
Тимәк, революция шаңының, ысынлап та, дөйөм массаға йоғонто яһауы бәхәсһеҙ.

Революцияның йәнә бер үҙенсәлеге: Рәсәйҙең эшсе класы эксплуатацион һәм яҡлауһыҙ кластан идарасы һәм етәксе баҫҡысына күтәрелә. Совет власы урынлаштырылғас та халыҡтың наҙанлығын бөтөрөүгә (өлкәндәр ликбез тигән төшөнсәне яҡшы иҫләйҙер), белем алыуға булышлыҡ иткән саралар күрелә башлай, мәғариф учреждениелары күпләп асыла, мәҙәниәт, фән, сәнғәт ҡаҙаныштарын бөтә халыҡ байлығына әйләндереү маҡсаты ҡуйыла.
Алғараҡ китеп, шуны әйтеү урынлылыр: нисек кенә күңелгә ауыр булмаһын, бөгөнгө ҡулайлаштырыу заманында тап мәғариф менән мәҙәниәт өлкәһе зыян күреүен тоябыҙ ҙа баһа! бикле торған күпме ауыл клубы, ябылған мәктәптәр бер ҙә уйҙырма түгел бит.

Революцияның милли әһәмиәте:
− Ул Рәсәй йәмғиәтенең хеҙмәтсәндәр мәнфәғәтенә дөйөм көрсөктән сығыуына, феодализм, капитализм ҡалдыҡтарын бөтөрөүгә юл аса.
− Рәсәйҙе империалистик һуғыштан һәм сит илгә бәйлелектән сығарып, үҫештең бойондороҡһоҙ юлын һайлай.
− Хеҙмәтсәндәрҙең сәйәси власын урынлаштыра, халыҡтың бөтөн яҡлап, шул иҫәптән ижади үҫешенә мөмкинлек бирә.
Халыҡ-ара әһәмиәте:
− Европа һәм Азия илдәрендәге халыҡтар азатлығы өсөн революция серияларына башланғыс бирә.
Бөтә донъя тарихи әһәмиәте:
− Власҡа йәмғиәтте тамырынан үҙгәртерлек хеҙмәтсән халыҡ вәкилдәре килә.
− Революцион тулҡындар баҫымы аҫтында капитализмдың тарҡалыуы, уны социалләштереү, демократлаштырыу процесы башлана.

95 йыл элек булған революцияны бөтөнләй үк тарихтан һыҙып ташлау дөрөҫ булмаҫ ине. Эйе, Коммунистар партияһы власта түгел, ә үҙе бар, тик уның әлеге маҡсаттары барыбер үҙгәрҙе. Өлкән быуынға элекке КПСС-ты, совет власын яманлап бер һүҙ әйт, күңелдәренә шул тиклем ауыр алыр­ҙар. Сөнки нисәмә йыл шул мөхиттә йәшәлгән, кисерелгән, юлбашсыларға шул тиклем ныҡ ышанып, һуҡыр рәүештә тиерлек эйәрелгән. Ә Советтар Союзының ҡаҙаныштары һуң?! Америка һәм Көнбайыш юҡҡа ғына беҙҙең илгә ҡаршы доктриналар ижад итмәгән бит! Үкенескә күрә, шул доктриналар (Ален Даллестыҡын интернеттан уҡығыҙ) әкренләп бойомға аша бара. Бәлки, быға 7 ноябрҙең бөгөн инде байрам түгеллеге лә ниндәй­ҙер кимәлдә йоғонто яһайҙыр.
… Ил буйынса әле лә уң ҡулын алға әйҙәп һуҙған Ленин һәйкәлдәре тора-тороуын. Йылдар үтер, уларҙы, бәлки, икенсе хакимдар­ҙың таш һынына алмаштырырҙар, исеме лә онотолоуы ихтимал. Халыҡ та ваҡыты-ваҡыты менән ниҙәндер ҡәнәғәт тә булмаҫ. Тарих ниндәйҙер кимәлдә ҡабатлана, тиһәләр ҙә, күп ҡорбанға килтергән революциялар ҡабат кәрәкмәҫ тә. Бөгөн ошо турала хәбәрҙәр байтаҡ ауыҙҙан сыҡһа ла…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға