«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Маҡсаттарға табан юл ярып...



06.11.2012 Маҡсаттарға табан юл ярып...

Маҡсаттарға табан юл ярып...
Һәр кем үҙ яҙмышы, үҙ тәҡдире менән донъяға килә, тиҙәр. Кемдер бының менән килешә алмай, үҙен туҡтауһыҙ һынауҙарға дусар итә. Бәғзе берәүҙәр тормошон аллы-гөллө сәскәгә күмергә, заман менән бергә атларға тырыша, ә кемдер барыһына күнеп, тыныс ҡына ғүмер итә. Киләсәге тураһында хыялланып ҡына ҡалмай, уны ысынбарлыҡҡа яҡынайтыу өсөн ҡыйыу аҙымдар яһаған йәштәр һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уята. Тап ошондай егеттәр­ҙең береһе – Радик Ғиззәтов.
Радик – Гөлдәр һәм Ғаффар Ғиззәтовтарҙың бәхетле ғаиләһендә икенсе бала. Яҡындары менән өйҙә башҡортса аралашҡанға күрә, ҡала мөхитендә тәрбиәләнеүенә ҡарамаҫтан, егет әсә телен яҡшы белә, хөрмәт итә. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, ул үҙендә актерлыҡ таланты барлығын белһә лә (ике йыл рәттән “Иң яҡшы роль” номинацияһында еңеүсе була), сәнғәт юлын һайламай, ә Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетында уҡырға ҡарар итә.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Студент йылдарын бушҡа үткәргән, илке-һалҡы йөрөгән егет-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, Радик бер урында оҙаҡ тапаныуҙы яратмай. Үҙенең белемен камиллаштырыу өсөн уҡыу йортонда үткәрелгән һәр фәнни-ғәмәли конференцияла әүҙем ҡатнаша, уңышлы сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта академия, ҡала кимәлендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа ла уҡытыусыларға ярҙамсы була, сәхнә менән дуҫлығын өҙмәй. Академияла башҡорт КВН командаһын булдырыуға ла Радик күп көс һала. Бөгөн дә республикабыҙҙа киң билдәле булған “Страйк” командаһының етәксеһе, “Күңелле йәшәйбеҙ” тапшырыуында ла йыш ҡатнаша.
Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлеге менән айырылып тора. Факультеттың профсоюз ойошмаһын етәкләүҙе лә тилбер, зирәк егеткә ышанып тапшыралар. Стәрлетамаҡ ҡалаһының башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары вазифаһын да иңенә ала егет. Вузды ҡыҙыл дипломға тамамлаған, һәр яҡтан әүҙем замандашыбыҙҙы аспирантураға башҡорт теле буйынса уҡырға саҡыралар.
Бөгөн дә Радик әүҙем, яуаплы, һәр саҡ хәрәкәттә булған йәштәрҙең береһе. Әлеге ваҡытта ул радиола эшләй, шул уҡ ваҡытта диссертация яҙыу менән дә шөғөлләнә. Ул ғына түгел, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары булып тора, ҡалабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Йәштәрҙең: “Ваҡыт еткереп булмай”, − тигән һүҙҙәрен өнәп бөтмәй ул. Кешене хыялдары, шул нигеҙҙә ҡоролған пландары һәм уларҙың тормошҡа ашыуына өмөт йәшәтә. Радиктың да уйҙары, киләсәккә пландары байтаҡ. Тырыштарға ғына уңыш йылмая. Ә Радик тап шундай егеттәрҙең береһе.

Альбина ҡОТЛОГИЛДИНА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға