«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү мотлаҡ»,



06.11.2012 «Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү мотлаҡ»,

«Балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү мотлаҡ»,
– ти Асҡарҙа турис­тик маршруттар асҡан Лилиә һәм Лидар Әхтәмовтар
Күптәребеҙ тормошҡа зарланып алыр­ға ярата. Бик йыш ҡына был аҡса, эш мәсьәләһенә барып тоташа. Эшебеҙ оҡшаһа, эш хаҡыбыҙ хушһынырлыҡ түгел, эш хаҡы оҡшаһа, ете ҡат тиреңде түгеп, иртәнән кискә тиклем ал-ял белмәй бил бөгөргә кәрәк, тигән булабыҙ. Ял булмауы ғына түҙерлек, тик вәғәҙәләнгән эш хаҡын тулыһынса түләйәсәктәренә ышаныс ҡайҙа? Аҡсалы ерҙә ғауғаһыҙ ҙа булмай, етәкселек менән уртаҡ тел табыуы ла еңел түгел, әленән-әле ҡайҙандыр билдәһеҙ штрафтары ла килеп сығып тора. Ғөмүмән, эш табыуы үҙе бер проб­лема ул. Юғары белем хаҡындағы диплом менән дә хатта. Ике диплом менән дә. Ә дипломһыҙ? Белгестәр түгел, таныш-белештәр заманы бөгөн. Еңел тормошҡа өмөт итеп өйрәнгәндәр ҙә аҙ түгел. Шулай ҙа үҙ тырышлығы, үҙ көсө менән нимәгәлер өлгәшеүсе, маҡсаттар ҡуйып, алға ынтылыусылар ҙа байтаҡ. Әммә маҡсаттарың изге, уйҙарың аҡ булһа ғына эш уңа, аҡса ла, ҡәнәғәтлек тә килтерәлер. Үҙ мәнфәғәттәреңде генә ҡайғыртыуҙан туҡтап, башҡалар өсөн дә ниндәйҙер һәйбәт эш эшләргә тырышыуың юҡҡа китеүе мөмкин түгел. Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Лидар Әхтәмовтарҙың ғаиләһе менән танышҡас, был фекерем тағы ла нығына төштө.
Бер мәл улар ғаиләләре менән ҡыҙҙарының тыу­ған көнөн билдәләгәндә, балалар­ҙың күңелен күреү ниәте менән Ас­ҡар­ҙағы бөтә кафеларҙы, ял урындарын йөрөп сыға. Әммә район үҙәгендә балалар өсөн бер ниндәй ҙә күңел асыу саралары ойошторолмауы асыҡлана. Ә балаларҙы компьютер алдынан сығарып, спортҡа ылыҡтырыу, ата-әсәләр менән бергә ял итеү мөмкинлеген дә тыуҙырыу мөһим бит. Әхтәмовтар тәүәккәлләп эшкә тотоноп ҡарарға була. Документтар юллап, дәүләт ярҙамы алалар. Махсус кейемдәр һәм ҡоралдар һатып алғандан һуң, пейнтбол клубы асып ебәрәләр. Клуб тигәс тә, ниндәйҙер ”текә” спорт клубы түгел, ә бары тик ял итергә теләүселәргә тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял итеү мөмкинлеге биргән ярыштар ойоштора улар. Өлкән ҡыҙҙары Регинаға татлы мамыҡ әҙерләй торған ҡорамал һатып алалар. Ул атаһы менән бергә йөрөп, һабантуйҙарҙа был шәкәрле мамыҡты һатып, үҙенә байтаҡ аҡса эшләй. Ата-әсәһе ҡыҙға үҙенең тәүге эш хаҡына хыялындағы квадроциклды алып бирә. Тырыш ғаилә бәләкәй генә аҙымдарҙан башланған был эштәрен яйлап ҡына үҫтереүгә өлгәшә. ҡышҡыһын һырғалаҡ ойошторалар. Уның эргәһенә бәләкәй генә кафе-магазин да ҡуйылған. Өшөгән балалар инеп, йылы сәй, төрлө тәмлекәстәр, татлы мамыҡ, поп-корн менән һыйлана ала унда. Былтыр Яңы йылға тиклем балалар тимераяҡтарҙы прокатҡа алып йөрөгән булһа, байрамдан һуң күптәре үҙҙәренең конькиҙары менән килгән. «ҡайҙан алдығыҙ, тип һорағайным, балалар, беҙ ҡыш бабайҙан коньки һораныҡ, тип яуапланы», − тип көлөп һөйләй Лидар. Эшҡыуарҙар балаларҙың ҡыҙыҡ­һыныуы артыуына ҡыуана ғына. Ғөмүмән, улар аҡса артынан ҡыуыусы кешеләр түгел. Һырғалаҡҡа инеү бушлай, конькиҙарҙы прокатҡа алыу ҙа, кафелағы тәмлекәстәр ҙә ҡиммәт түгел, татлы мамыҡ 25 һум булһа, ярты литрлы стакандағы попкорнды 5 һумға алырға була. Төрлө ҡыҙыҡлы акциялар, бушлай сәй эсеү ҙә ойошторалар. Улар кешеләрҙе арзан хаҡтары менән генә түгел, ихласлыҡтары менән дә арбап тора. Балалар менән уртаҡ тел таба беләләр, һәр саҡ улар тормошоноң уртаһында ҡайнайҙар.
Эште башлап китеүе генә ауыр, аҙаҡтан яйға һалынһа, ул үҙенән-үҙе үҫә, емештәрен бирә башлай, яңынан-яңы идеялар тыуа, улар тормошҡа ашырыла тора. ҡышҡылыҡҡа балаларға ял ойошторҙолар, ә йәйгеһен уларға Асҡарҙа һыу инергә урын юҡ. Әхтәмовтар тиҙ генә был мәсьәләне лә сисеп ҡуя – резина бассейн һәм бәләкәйҙәр өсөн батут. Быйыл йәйгеһен Асҡар эргәһендә ер алып, унда ял итеү урыны булдырыуға ла өлгәшкән улар. Туристик маршруттар ҙа ҡаралған. Унда Әбйәлилдән генә түгел, республиканың башҡа төбәктәренән дә ял итергә килеүселәргә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, рәхәтләнеп ғаилә менән бергә ял итергә, саф һауала күңел асыр­ға, төрлө ярыштар ойошторорға мөмкин. Киләсәккә пландары бының менән генә туҡтап ҡалмаҫ Әхтәмовтарҙың. Сөнки быйыл 11-селә уҡыусы Регинаның ниәте − туризм буйынса белем алып, районда ошо йүнәлеште үҫтереү.
Өлгөр кеше һәр ерҙә лә һынатмай. Әхтәмовтар ун йыл буйы тырышып эшләп, йорт һалып ингән. Лилиә уның тирә-яғын тултырып сәскә үҫтерергә ярата. ”Иң күркәм йорт”, “Иң матур сәскәлек” конкурстарында еңеп сығыуы йәш ғаиләнең егәрлелеге, матурлыҡҡа битараф булмауы тураһында һөйләй. Лилиә менән Лидар үҫеп килгән өс балаһын да шул юҫыҡта тәрбиәләй. Ата-әсәһенең эшһөйәрлек, бер-береһенә ҡарата ихтирам, тырышлыҡ сифаттарын һеңдереп үҫә улар.
Тормоштоң ниндәйҙер бер мәлендә байтаҡ йылдар буйы эшләгән эштәрен ташлап, ниндәйҙер яңы юҫыҡта үҙҙәренең көсөн һынап ҡарарға баҙнат иткән Лилиә менән Лидар яңылышмаған, тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Ата-әсәләрҙең, балаларҙың, ял итергә килеүселәрҙең ихлас рәхмәттәре лә шуға дәлил.
Ә беҙ тормошҡа зарланырға яратҡан булабыҙ...

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға