«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хәйбулла йәштәре шаяртырға ярата



06.11.2012 Хәйбулла йәштәре шаяртырға ярата

Хәйбулла йәштәре шаяртырға ярата
Хәйбулла районында КВН йәштәр һәм уҡыусыларҙың иң популяр уйынына әүерелде. Сөнки отҡорҙар һәм тапҡырҙар уйынында ҡатнашыусылар үҙҙәренең һәләтен, оҫталығын, фантазияһын, таһыллығын сағылдыра.
1 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары араһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу йылына арналған “Алға барыу­сылар” исемле КВН үткәрелде. Сараны йәштәр комитеты, мәҙәниәт бүлеге һәм “Нур” үҫмерҙәр клубы ойошторҙо. Райондың алты командаһы чемпион исеменә лайыҡ булыу өсөн кө­рәште. Командалар визит карточкаһы, күнекмә, ви­део­конкурс бәйгеһендә көс һынашты. Уларҙың һәр береһендә бай фантазия, һүҙ үткерлеге һәм сәхнәлә үҙҙәрен ҡыйыу тота белеү кеүек сифаттар сағылды. Көйәрмәндәр үҙ сиратында командаһы өсөн ал­ҡыш­­тарын йәлләмәне.
Береһенән-береһе шәп сығыш яһаусылар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү жюри ағзаларына еңелдән булманы. Шулай итеп, “Әү­ҙем ҡатнашыусы” номинацияһына Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы һәм Уфимский мәктәбе командаһы лайыҡ булды. 3-сө урынды – 1-се Аҡъяр урта мәктәбе, 2-се урынды – Подольск мәктәбе, 1-се урынды 110-сы һөнәрселек училищеһы командалары яулаһа, гран-при хаҡлы рәүештә 2-се Аҡъяр урта мәктәбе командаһына бирелде. Жюри ағзалары иң оҫта уйынсыларҙы ла номинациялар менән билдәләп үтте. “Иң яҡшы капитан” – Рөстәм Туҡбаев (110-сы һөнәрселек училищеһы), “Тамашасы һөйөүе” – Владислав Демидов (Подольск мәктәбе), “Талант оҫтаһы” – Азамат Рәхимғолов (Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы), “Иң яҡшы уйынсы” – Элина Вахитова (2-се Аҡъяр урта мәктәбе) һәм Венер Юланов (Уфимский мәктәбе).
Дүрт сәғәт дауам иткән уйын тамашасылар өсөн ҙур байрамға әйләнде. Ысынлап та, Хәйбулла районы йәштәре үҙҙәренең дәртле, әүҙем, отҡор икәнен был сарала тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.

Т. Аманов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға