02.11.2012 Йәмғиәттә ир-аттың роле кәмейәсәк?..
3 ноябрь – Бөтә донъя ирҙәр көнө. Һеҙ ҙә белмәй инегеҙме? Минең өсөн дә яңылыҡ булды был. Баҡһаң, ир-аттар көнө 23 февраль генә түгел икән дә! Ил һаҡлаусыларға арналған датанан тыш, Бөтә донъя ирҙәр көнөн дә байрам итеүҙе 2000 йылда СССР-ҙың элекке башлығы Михаил Горбачев уйлап тапҡан. Ә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Михаил Сергеевичтың ирҙәргә ҡарата «дискриминация»ны юҡҡа сығарыуын хуплай һәм Бөтә донъя ирҙәр көнөн билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итә.
2000 йылдан Гамбург ҡалаһында Бөтә донъя ирҙәр премияһын тапшырыу тантаналары уҙғарыла. Был премияның лауреаттары тип фән, мәҙәниәт, сәйәсәт, бизнес өлкәһендә өлгөлө холоҡло, лайыҡлы ир-атты билдәләгәндәр. Лауреаттар араһында – Рим папаһы Иоанн Павел II, Пол Маккартни, Стивен Спилберг, Ален Делон, Морган Фримен, Майкл Джексон һәм башҡалар. 2006 йылда премия бөтөрөлә, ә байрам ҡала.
Һуңғы ваҡытта, бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ир-егеттекенә ҡарата күпкә юғары, тигән ҡараш тыуҙы. Ғаилә лә был хәл күҙәтелә – ҡатын күберәк эшләй, уның хеҙмәт хаҡы ла иренекенән күп. Нескә зат хеҙмәт карьераһында бик тиҙ оло уңыштарға ирешә. Ә япон ғалимдары, ир енесе тиҙҙән бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ, тигән асыш яһаны! Тимәк, тиҙҙән ир-егеттең роле йәмғиәттә аҙ һәм бәләкәй генә булып ҡаласаҡ?! ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙ прогресы көндән-көн алға ынтыла...
Гүзәл СИТДИҡОВА, шағирә, журналист, йәмәғәт эшмәкәре:
– Бының һис ғәжәбе юҡ, динебеҙ ҙә был хаҡта әйтә бит. Ахырызаман яҡынайған һайын ир-егет һан буйынса ла кәмейәсәк, тиелгән.
Әммә ир-егеттең роле кәмейәсәк, тигән менән килешмәйем. Киреһенсә, улар өҫтөндә яуаплылыҡ артҡандан-арта барасаҡ.
Резеда ВӘЛИЕВА, Сибай ҡалаһы:
– Ир-егеттәр эскелек менән мауығыу, ихтыяр көсөнөң аҙлығы арҡаһында ауырлыҡҡа тиҙ бирешеүсән. Көслө зат тигәнебеҙ көсһөҙгә әйләнә башланы, ҡатын-ҡыҙ дилбегәне үҙ ҡулына алмай ни эшләһен? Быға ир-егеттәрҙең бик тиҙ күнегеүен әйтеп тораһы юҡ. ҡатын эшләй, ашата, машина йөрөтә, бала ҡарай... Әммә мин япондар һүҙенең дөрөҫлөккә сығыуын һис тә теләмәйем, был хаҡта уйлауы ла ҡурҡыныс. Ир ир булып ҡалырға тейеш. Уларҙың абруйын арттырыу бөгөнгө йәмғиәттең төп бурысы булырға тейеш. Мин атай баш булған ғаиләлә тәрбиәләндем. Атай абруйы көслө булды, әле лә шулай. Атай ҡайтмайынса өҫтәл артына ла ултырмай инек. Уның бер ҡарашынан ҡурҡып торҙоҡ, ә йоҙроҡ менән ҡотто алыу, өркөтөү һис ҡасан да булманы, атайыбыҙҙың бер һүҙе, ҡарашы етте. Ғүмер буйы эсмәне, тартманы. Атай-әсәй ябай эшселәр, бөгөн хаҡлы ялда, кемеһенең эш хаҡы күберәк булғандыр, белмәйем хатта. Хәҙер уларҙың тәрбиәһе беҙҙең холоҡ-фиғелдә – карьера тип өҙгөләнмәйбеҙ, иң беренсе урында − ғаилә. Яңыраҡ ҡына тормошҡа сыҡтым, ирем атайым кеүек үҙ абруйы менән баш булһын, ғаиләһен ҡарарҙай аҡса таба алһын ине тип теләйем.
Илсиә ҒАЙСИНА, Белорет районы:
– Япондарҙың фекере менән килешмәйем. Шулай уҡ, ир-аттың роле бөгөн бик бәләкәй, тигән ҡараш та дөрөҫ түгел. ҡатын-ҡыҙ барыһына ла өлгөрә икән, бары тик бөгөнгө йәмғиәт үҙенең яңы талаптарын ҡуя. Ваҡыт, кешеләр, йәмғиәт үҙгәрә – шул ғына. Элекке кеүек түгел, беҙҙең заман ҡатын-ҡыҙы әүҙем, етеҙ һәм уға үҫеш өсөн барлыҡ шарттар бар.
Дилә АРЫҪЛАНБАЕВА, Өфө ҡалаһы:
– Был фекер менән тулыһынса килешәм. Ирҙәр үҙҙәренең күп кенә өҫтөнлөгөн юғалта бара. Етлекмәгән организм кеүек. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә был «оло бала»ны ла тәрбиәләргә тейеш?
Тарихтан ҡараһаң, бөйөк ирҙәрҙең артында һәр саҡ уларға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп тороусы ниндәйҙер ҡатын булған. Минең ғаиләмдә лә етди, мөһим ҡарарҙар тик минең һүҙҙән сығып ҡабул ителә.
Әйткәндәй, бынан тыш, көслө заттың тағы бер байрамы бар. Тик көлә күрмәгеҙ, уныһы – Халыҡ-ара ирҙәр көнө, ике аҙна үткәс, 19 ноябрҙә билдәләнә. Был дата ла БМО тарафынан ҡабул ителгән һәм АҡШ, Австралия, Һиндостан, Сингапур, Мальта, Тринидад, Тобаго Республикаһы һәм Көньяҡ Африкала популяр. ҡасандыр Брежнев туған халҡына, КПСС-ты һәм ирҙәрҙе һаҡлағыҙ, тигән аманат әйтеп ҡалдырған, имеш. Советтар Союзының Коммунистар партияһын, ҡыҙғаныс, һаҡлай алманыҡ, исмаһам, ирҙәрҙе һаҡлап алып ҡалайыҡ, йәмәғәт!
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.