«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кем автомобилде «сисендергән»?



02.11.2012 Кем автомобилде «сисендергән»?

Кем автомобилде  «сисендергән»?
Формалағы кешеләргә беҙ, совет осоронда тәрбиәләнгән ба­лалар, айырым ҡарашта инек − улар Сергей Михалковтың «Дядя Степа милиционер»ы кеүек иң күркәм сифаттарҙы үҙҙәрендә туплағандай тойолдо. Әммә полиция, суд, приставтар системаһы хеҙмәткәрҙәре абруй­ын юғалтҡандан-юғалта бара һәм инде уларҙы бер ниндәй ҙә мундир ҙа, реформалар ҙа ҡотҡармаҫ һымаҡ. Сөнки улар әүәлгесә үҙҙәренең яманатын үҙҙәре һата. Әйтәйек, яңыраҡ ҡына Саҡмағош районында бер приставтың эше судҡа тапшырылды: ул бурысты ҡаплау өсөн түләнгән утыҙ мең һумды дәүләт ҡаҙнаһына тапшыраһы урынға, аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалған. Ярай ҙа уны «бысраҡ» ҡулынан ваҡытында тотоп өлгөргәндәр, ә күпме осраҡта граждандар формалағы кешеләрҙән зарар күреп тә, улар­ҙың ғәйебен раҫлай, тотош системаға ҡаршы көрәшә алмай, бар нәмәгә ҡул һелтәп, булғанды оноторға тырыша? Сираттағы бер хат тап ошо хаҡта ине. Унда бәйән ителеүенсә, суд приставтары аресҡа алынған машинаның бөтә яңы деталдәрен иҫкегә алмаштырып бөткән. Хат авторы менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙек.
− Был ваҡиға башҡаларға һабаҡ булыр тип уйлайым, − ти йәш ҡатын, машина хужаһы. − 2008 йылда кредитҡа автомобиль һатып алдым. Ул саҡта мин эшләнем, түләргә форсатым булды. Ләкин эш хаҡын тотҡарлағас, бер нисә ай кредитты ҡаплай алманым. Шуға ла суд автомобилде һаҡ аҫтына алырға ҡарар сығарҙы. Районыбыҙҙың суд приставтары борсолмаҫҡа ҡушты, машинаны тартып алмайбыҙ, йөрөгәс йөрө, тик ваҡытында аҡса түләргә онотма, тип иҫкәртте. Тап шул ваҡытта декрет ялына киттем һәм шыпа аҡсаһыҙ ҡалдым. Ағайым миңә ярҙам итеү маҡсатында, машинаны үҙенә алды ла, уның өсөн үҙе түләргә тотондо. Ләкин кредитты ваҡытында түләмәгәс, бурыс ныҡ артҡайны, шуға ла банкының ике вәкиле менән суд приставы килеп, машинаны алып китте.
− Был законлы рәүештә эшләндеме: бүнәтәйҙәр саҡыр­ҙылармы, опись төҙөлдөмө, актта бар нәмәне деталләп күрһәттеләрме?
− Эйе, ике кеше бүнәтәй итеп саҡырылды. Опись эшләп, акттың күсермәһен миңә тоттор­ҙолар. Ләкин актта бар нәмәне тәфсирләп яҙмағайнылар. Машина шундай, төҫө шундай һәм шуның менән бөттө. Ә авто эсендә нимәләр бар, деталдәр­ҙең номеры − былар тураһында бер һүҙ ҙә юҡ ине.
− Ә банкыға ниндәй сумманы түләргә те­йеш инегеҙ? Әлегә бурысты ҡаплай ал­майым тип, сәбәптәрен күр­һә­теп, ҡарар­ҙы кисектереүҙе һорап, судҡа ғариза яҙғайнығыҙмы?
− Маши­на­ны 306 мең һумға һатып алдым. Яҡынса 100 мең һумды түләнем. Ләкин бөтә проценттары менән банкыға һаман да 304 мең һум ҡайтарырға бурыслы инем. Әйтерһең дә, түләгәндәрем елгә осоп тик торған. Судьяға килеп, түләүҙәр­ҙе кисектереү тураһында һорағайным, ул, ҡаңғырма, машинаңды һат та ҡуй, тип кәңәш итте. Түләргә хәлеңдән килмәгәс, нимәгә ул машинаны һатып алдың, тигәс, боролдом да китеп барҙым.
Артабан ни булғанын һөйләйем әле. Кисен теге өсәү машинаны алып киткәс, уны штрафтуҡталҡаға ҡуйып, икенсе ҡалаға, банкыға алып киткәнсе махсус һаҡсыға тапшырырға тейеш инеләр. Ләкин банк вәкилдәре Өфөгә ашыҡҡан, шуға ла егеттәр, ярай, иртәгә үҙебеҙ банкыға алып барырбыҙ, тип машинаны район үҙәгендә суд приставтары бинаһы янында алып ҡалған. Ике көндән машинаны һатыуға сығарырға тейешле банк вәкиле килеп еткән, һәм егеттәрҙең машиналағы автомагнитоланы ҡутарып алып торғанын күргән. Ниңә магнитоланы алаһығыҙ, тигәс, машина хужаһының суд приставтарына бурысы бар, тип ниндәйҙер ҡағыҙ күрһәткәндәр (ысынында иһә, минең уларға бер ниндәй ҙә бурысым юҡ ине). Банк вәкиле аптыраған да, машинаны алып китәм, тигәс, оҙаҡ ҡына ваҡыт уны ҡабыҙа алмай яфаланған. Яңы аккумулятор урынына иҫкене ҡуйған булғандар. Мең эт бәләһе менән машинаны ҡабыҙып ебәреп, күрше ҡалаға, банкыға барып еткән. Машина унда ике ай торҙо. Ағайым аҡса түләп, уны алыр­ға барғас, иҫе киткән − бөтә яңы деталдәрҙе алып, улар урынына иҫке-моҫҡоно ҡуйып бөткәндәр.
− Ә, бәлки, машинағыҙҙы банк хеҙмәткәр­ҙәре «сисендергәндер»?
− Юҡ. Беренсенән, банк вәкиленә шылтыратып, машинаны һатмағыҙ, үҙебеҙ һатып алабыҙ, тип иҫкәрттек, хатта кеҫәһенә бер аҙ аҡса ла һалдыҡ. Икенсенән, ул беҙгә үҙе машинаның мөшкөл хәлдә булыуын әйтте (тик ниндәй кимәлдә икәнен үҙ күҙебеҙ менән күргәс кенә аңланыҡ). Хәйер, ул беҙҙең машина менән «бысранып» та тормаҫ ине. Ә бына, мәҫәлән, машинамдың ковриктарын бер суд приставының автомобилендә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ғариза яҙғас, прокуратура хеҙмәткәрҙәре килеп, суд приставтарының документтарын ғына тикшерҙе лә вәссәләм. Маши­наларын тикшерһәләр, мин үҙемдең машинамдың әйбер­ҙәрен шунда уҡ таныр инем. Әйткәндәй, машинаға арест һалынғанға тиклем бер аҙна элек кенә беҙ уға капиталь ремонт эшләткәйнек.
Ағайым машинаны килтергәс, саҡ ултырып иламаным: автомагнитола ла, ковриктар ҙа юҡ, әллә ниндәй хан заманындағы аккумулятор... Шәмдәренә тиклем иҫкегә алмаштырғандар. Түҙмәнем, киттем приставтарға. Кем тейҙе машинама, тип төпсөнә башлағайным, беҙ түгел, тип иңбаштарын һикерттеләр. Йә­нәһе лә, беҙҙән киткәндә машина нормаль хәлдә ине, бәлки, банкыла «сисендергән­дәр­ҙер». Өҫтөгөҙҙән ялыу яҙам, тигәс, яҙ, барыбер бер ни ҙә иҫбатлай алмаясаҡһың, тинеләр.
Шулай ҙа, донъяла ғәҙеллек булырға те­йештер бит, тип уларҙы судҡа бир­ҙем. Ике ай буйына мине билдәһеҙлектә тотҡандан һуң, судтан яуап килде, имеш тә, суд приставтарының бөтә документтары ла тәртиптә, һеҙҙең уларға бер дәғүәгеҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Бына шулай.
Иң мөһиме, бер минең генә машинамды түгел, башҡаларҙың да һаҡҡа алынған автомобилдәрен суд приставтары шулай талай икән. Быны ябай халыҡ «йота» ла ҡуя, сөнки, ысынлап та, бер нисек тә енәйәттәрен иҫбатлап булмай. Егерме бишәр мең һум эш хаҡы алып тороп, һаман кеше талайҙар, оятһыҙҙар.
Барыһы ла бур, тип әйтеп булмай, араларында намыҫлы кешеләр ҙә барҙыр, ләкин кеше рәнйешенә батып, нисек йәшәмәк кәрәк, тип аптырайым. Тамаҡтарына торһон, тим ятҡан-торған һайын. Ғәҙеллек юҡтыр ул...
Уның ҡарауы, хоҙай бар − ул урланған, таланған нәмәнең хаҡын барыбер ҡайтарта, үҙҙәренән булмаһа, балаларынан, тинем (кешенең рәнйеше алыҫ ебәрмәй, быны әллә күпме миҫал иҫбатлай). Намыҫһыҙ бәндәләрҙән зарар күреп, ысын күңелдән рәнйегән водителгә беҙ хәҙер бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ, ә бына юристар биргән кәңәштәр, бәлки, башҡалар­ҙы хаталарҙан аралар:
− мөлкәткә арест һалынғанда мотлаҡ бүнәтәйҙәр саҡырылыр­ға тейеш;
− мөлкәткә арест һалынып, опись төҙөлгәндә, приставтан актҡа автомобилегеҙҙең бөтә үҙенсәлектәрен дә индереүҙе талап итегеҙ: резинаның туҙыу дәрәжәһе, күпме километр юл үтелгән (пробег), автомагнитоланың номеры һәм исеме һ.б.;
− Һеҙгә опись актының күсермәһен иртәгәнән дә һуңлатмай бирергә тейештәр;
− пристав мөлкәттең хаҡы 30 мең һумдан ашмаған осраҡта ғына уны үҙ аллы баһалай ала;
− приставтың баһаһы менән ризалашмай, үҙегеҙҙең аҡса­ғыҙ­ға эксперт саҡырта ала­һығыҙ;
− суд приставтары аҡса эҙләп, һеҙҙе тентей алмай. Уларға үҙ иркегеҙ менән генә биргән аҡсаны алыу мөмкинлеге бирелә. Аҡсаны квитанция буйынса (24-се һанлы форма) рәсми теркәп, һеҙгә мисәт һәм ҡултамға ҡуйыл­ған, тейешенсә тултырыл­ған квитанцияның бер өлөшөн (корешок) бирергә тейештәр.

Әйткәндәй

Бурыс ҡайтарыуҙы кисектереүҙе һорап яҙған ғаризаны судҡа биргәс, ғариза күсермәһенә суд канцелярияһынан уның ҡабул ителеүе тураһында штамп ҡуйҙыртығыҙ. Шул документ менән приставтарға килеп, башҡарыу сараларын (исполнительные действия) кисектереү тураһында ғариза яҙығыҙ. Мөлкәттән аресты алмаһалар ҙа, уны һата алмаясаҡтар.
Судҡа ни өсөн бурысығыҙҙы ваҡытында түләй алмауығыҙ тураһында дәлилдәр килтереп (эш хаҡының кәмеүе, ғаилә ағзаларының һаны артыуы, атай-әсәйегеҙҙе ҡарауығыҙ хаҡында белешмәләр һ.б.), түләүҙе кисектереүҙе һорағыҙ. Ғәҙәттә, бындай ғаризалар ыңғай хәл ителә.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға