02.11.2012 һорау-яуап
Ниндәй куртка йылыраҡ?
ҡалын пальто йәки тун кейеп йөрөй алмайым – хәрәкәтте сикләй. Шуға ла 40 градус һыуыҡҡа ла сыҙарлыҡ куртка алырға ине. Ләкин быға тиклем осраған курткаларҙың барыһы ла һыуыҡ булды, ҡышын өшөтә. Әллә өҫкө кейемде һайлай белмәйем инде? Пуховикты нисек дөрөҫ һайларға икән?
Руслан САБИТОВ.
Өфө ҡалаһы.
Был куртканы юҡҡа ғына пуховик тип йөрөтмәйҙәр. Исеменә ҡарағанда, ул һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙың мамығы менән генә йылытылырға тейеш булып сыға. Куртка өсөн төрлө ҡоштарҙың мамығы ҡулланыла. Иң йылы куртка – поляр диңгеҙ өйрәге мамығынан эшләнгәне. Әлбиттә, уның хаҡы ла бик юғары.
Һалҡындар үҙәккә ныҡ ҡына үткән төбәктә йәшәһәк тә, ҡышты ул тиклем үк йылы булмаған курткала ла сығырға мөмкин. Шуға ла эсенә ҡаҙ, аҡҡош, өйрәк мамығы тултырылған курткаларҙы ғына алырға ла була. Тик беҙҙә мамыҡтың үҙен генә курткаға һырыу өсөн бик йыш ҡулланмайҙар, уға башҡа төрлө материалдар ҙа ҡушыла. Әгәр «polyester», «wool» йәки «cotton» тигән һүҙҙәр яҙыла икән, бындай кейемде пуховик тип әйтеп булмай, улар йылы курткалар ғына. Уны кизе-мамыҡ, йә булмаһа, ябай ғына синтепон һалып һырыйҙар. Әгәр куртканың этикеткаһында«down» тип яҙыла икән, белегеҙ – уның эслегенә 100 процентҡа ҡош мамығы тултырылған. Ә инде мамыҡ менән ҡауырһындар ҡушылған осраҡта этикеткаға «feather» тигән һүҙҙәр яҙыла.
Иң йылы һәм сифатлы ҡиммәт пуховиктар Канадала тегелә. Унда курткаларҙы һырыу өсөн тик поляр диңгеҙе өйрәге мамығы ғына ҡулланыла. Тышын да һыу ҙа, ел дә үтмәҫлек итәләр. Тик ул бик ҡиммәт тора, мәҫәлән, 30 мең һум тирәһе. Был иң арзандарының береһе генә әле.
ҡаным – “беренсе”
Ябығыр өсөн ҡан төркөмө буйынса төҙөлгән диета ҡулланырға кәрәк, тип кәңәш бирҙеләр. ҡаным беренсе төркөмгә ҡарай. Миңә ниндәй диета кәрәк икән?
Ләйсән АБДРАФИҡОВА.
Дүрт ҡан төркөмө бар. Уларҙың иң һирәк осрағаны – дүртенсе, иң күбе – беренсе. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, беренсе төркөм ҡан иң боронғо, ул тәүтормош кешеләренең дә тамырҙарында булған. Бөгөн Ер шарында йәшәүсе кешеләрҙең 45 процентының ҡаны беренсе төркөмгә ҡарауы билдәле. Был кешеләрҙең бөтәһе лә тиерлек ит, балыҡ ризыҡтары ашарға ярата, улар араһында вегетариандар юҡ тиерлек. Күпселек осраҡта бутҡа кеүек файҙалы аҙыҡтарға битарафтар. Шуға ла уларҙа йыш ҡына ашҡаҙан сире күҙәтелә. Әммә ябығырға теләүселәр өсөн ҡан төркөмө буйынса төҙөлгән диета фәнни яҡтан тулыһынса тикшерелгән тип әйтеп булмай. Шуға ла һеҙҙең һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ауыр.
Шуныһы ҡыҙыҡ – Көнбайышта һәм Рәсәйҙә беренсе түгел, икенсе төркөм ҡанлылар күберәк.
ҡабаҡ ярҙам итерме?
ҡабаҡтың бик файҙалы йәшелсә икәнлеген беләм. Унан ниндәй битлектәр эшләргә була икән?
Әлфиә МӘХМҮТОВА.
Бөрйән районы.
ҡабаҡты үҫтереү ауыр түгел. Беҙҙең республикала ул йыл һайын уңа тип әйтергә була. Был йәшелсәне, аҙыҡ итеп ҡулланыуҙан тыш, косметика сараһы итергә лә мөмкин. ҡабаҡ сәс ҡойолоуын туҡтатырға ярҙам итеүе менән бик ҡиммәтле. Уның составында А һәм С витаминдары күп, шулай уҡ цинк та бар. Бынан тыш, ҡабаҡ сәсте ҡабарта, төҫөн матурайта.
Сәс төптәрен нығытыусы битлек
Ике ҡалаҡ ҡабаҡ һуты, ике ҡалаҡ бал, бер йомортҡа һарыһын ҡушып, еүеш сәс төбөнә һөртөргә. Битлек кәмендә ярты сәғәт тотола, һуңынан һыу менән йыйып төшөрөргә кәрәк.
Зәйтүнле битлек
Дүрт ҡалаҡ иҙелгән ҡабаҡ, бер ҡалаҡ зәйтүн майы, бер йомортҡаны ҡушып, ҡоро сәскә һөртөргә. ҡатнашманы бер сәғәт тоталар, башты полиэтилен менән ҡаплап торорға кәрәк. Битлек шампунь һәм йылымыс һыу менән йыуыла.
Аҙыраҡ ашарға ине!
Мин аппетитты күтәргән аҙыҡтарҙы ашауҙан туҡтарға теләйем. Уларҙың исмлеге бармы икән?
Айнур ФӘХРИЕВ.
Нуриман районы.
Аппетитты кәметкән аҙыҡтар әллә ни күп булмаһа ла, ашарға мәжбүр иткәндәре етерлек.
Аппетитты күтәреүсе иң күп ҡулланған нәмәләр – төрлө тәмләткестәр, тоҙ, борос һәм башҡалар. Шуға ла күберәк ашарға этәргән аҙыҡтарҙан бөтөнләй баш тарта алмаҫһығыҙ. Магазиндан һатып алынған ҡайһы бер аҙыҡтарға ҡушылған натрий глютаматы тураһында айырып әйтке килә. Был матдәне ярымфабрикаттарға бигерәк күп ҡушалар. Күп ашатыуҙан тыш, ул организм өсөн зарарлы булыуы менән дә ҡурҡыта. Составында ошо матдә булған аҙыҡ-түлекте мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланығыҙ.
Шулай уҡ маринадланған аҙыҡтар ҙа аппетитты күтәрә. Ғөмүмән, тоҙланған, маринадланған, ҡаҡланған аҙыҡтар ашҡаҙанда һут бүленеүен көсәйтә һәм шуның һөҙөмтәһендә кеше күп ашай. Лимон, әскелтем алма, тоҙло кәбеҫтә лә ашауын кәметергә теләгәндәр өсөн дуҫ түгел.
Һәр кем һиҙгәндер – татлы аҙыҡ ашап алғандан һуң бер нәмә лә ашағы килмәй. Ләкин был бик аҙға ғына. Күп тә үтмәй, татлы аҙыҡтар аппетитты күтәреп ебәрәсәк. Шулай уҡ кофе, спиртлы эсемлектәр эсеү ҙә күп ашата.
Иң иҫәре лә беҙ түгел!
“Рәсәйҙең ике проблемаһы бар – иҫәрҙәр һәм юлдар” тигән лаҡапты көнкүрешебеҙҙән бер төрлө лә алып ташлап булмаҫ инде. Шулай ҙа белге килә − беҙҙең юлдар, ысынлап та, иң насарымы икән?
Руфина ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Нефтекама ҡалаһы.
Рәсәй юлдары, көнләшерлек үк булмаһа ла, донъя кимәлендә ҡарағанда иң насарҙан да түгел. Насар юлдар тураһында һөйләгәндә, планетабыҙҙың иң хәйерсе илдәре лидер булыр, тип уйламағыҙ. Иң сифатһыҙ автомобиль юлдары Молдовала икәнлеге асыҡланған. Унда юлдарҙың 95 проценты авария хәлендә тип билдәләнә. Ә бит Молдова көнбайыш илдәренә ҡарай. Был илдә автоһәләкәттәр бик йыш күҙәтелә, шунлыҡтан ул был насар күрһәткес буйынса ла лидер булып тора.
Туҡтауһыҙ һуғыштар арҡаһында Африканың Чад тигән дәүләтендә лә юлдар бик насарланған. Бер генә инвестор ҙа юлдары ныҡ насар булған был илдәргә ярҙам итергә теләмәй. Шуға ла насар юллы дәүләттәрҙә йәшәргә мәжбүр булған халыҡҡа сабырлыҡ теләргә генә ҡала.
Аноним буламы?
Мин аноним рәүештә ВИЧ-инфекцияһына тест үтергә теләйем. Башҡортостанда был инфекцияны асыҡлау өсөн аноним анализ биреп буламы икән?
Айрат.
Һәр кешенең был анализды аноним рәүештә бирергә хаҡы бар. Улай ғына ла түгел, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә СПИД-үҙәктәр эшләй, унда шылтыратып ҡына ла бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Унда профессионалдар тупланған, кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтергә икәнен яҡшы беләләр.
Бынан тыш, коммерция клиникаларында ла ВИЧ-инфекцияһына аноним тест эшләйҙәр. Унда ла бер ниндәй документтарһыҙ барырға мөмкин. ҡағиҙә булараҡ, аноним анализдар өсөн аҡса түләргә тура килә. Ә паспорт менән бушлай ҙа бирергә була.
Өфө ҡалаһында Цюрупа урамындағы 86-сы йортта (һүрәттә) СПИД-ҡа һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшеү, уларҙы иҫкәртеү буйынса республика үҙәге урынлашҡан. Унда аноним рәүештә анализ бирергә мөмкин.
Тональ крем эҙенән нисек ҡотолорға?
Тональ крем − макияж өсөн алмаштырғыһыҙ сара. Тик бер проблеманы юҡҡа сығарам тип, икенсеһенә юлығабыҙ – крем кейемгә буяла ла, нисек кенә йыуһаң да, бөтмәй аптырата.
Тональ кремдан ҡалған тапты нисек бөтөрөргә икән?
Лилиә МОСТАФИНА.
Баймаҡ районы.
Тональ кремдан ҡалған тапты күреп ҡалыу менән кейемдең бысранған еренә 10 процентлы нишатыр спирты ҡойоп, 7 – 8 минут самаһы тотоғоҙ. Бына һуң уның өҫтөнә аш содаһы һибергә лә, йылымыс һыуҙа йыуырға кәрәк.
Күршенең ҡаралтылары нисә метрҙа булырға тейеш?
Күршем мунсаһын беҙҙең йортҡа терәтеп тиерлек һалып ҡуйҙы. Йорттар, мунсалар, һарайҙар бер-береһенән нисә метр алыҫлыҡта төҙөлөргә тейеш? Моғайын, норматив документтар барҙыр бит инде?
Вадим МӘҡСҮТОВ.
Өфө районы,
Шамонин ауылы.
Әлбиттә, мунса йортҡа терәтеп һалынмай, объекттар төҙөлөшөн көйләүсе норматив документтар бар һәм уларҙа барыһы ла аныҡ аңлатылған.
Һеҙҙең йорт күрше участка сигенән кәмендә өс метр алыҫлыҡта ултырырға тейеш. ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫралған һарай кәмендә дүрт метр алыҫлыҡта төҙөлә. Башҡа хужалыҡ объекттарын бер метр алыҫлыҡта ғына ла төҙөп ҡуйырға мөмкин. Бейек итеп үҫкән ағастар ҙа күршегә яҡын булмаһын, улар кәмендә дүрт метр йыраҡлыҡта ултырһын. Бәләкәйерәктәре ике метрҙа ғына үҫһә лә була.
Йорт менән бәҙрәф, йорттан ситтә ҡаҙылған баҙ араһында кәмендә 12 метр ер ҡалдырылырға тейеш. Ә бына мунсаны йорттан кәмендә 8 метр алыҫлыҡта төҙөйҙәр, был ҡағиҙә душҡа, саунаға ла ҡағыла. Бәҙрәф менән ҡоҙоҡтоң араһы 8 метр булырға тейеш.
Йорт урамдан кәмендә биш метр алыҫлыҡта төҙөлә. Йорт ҡына түгел, башҡа хужалыҡ объекттары ла шундай уҡ алыҫлыҡта ултыртыла.
Кәртә менән ҡапҡа 1,5 метрҙан да бейек булмаһын. Ике участка араһындағы кәртәне “һуҡыр” итеп эшләмәйҙәр, икенсе яҡ күренеп торһон. Объекттар магистраль газ үткәргесенән кәмендә 250 метр алыҫлыҡта булырға тейеш.