«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Салауатта Ғашиҡтар эскәмйәһе барлыҡҡа килде



30.10.2012 Салауатта Ғашиҡтар эскәмйәһе барлыҡҡа килде

Салауатта Ғашиҡтар эскәмйәһе барлыҡҡа килде
Мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа дан йырлаған иҫтәлекле урын “Салауат­быяла” предприятиеһы алдындағы фонтан янында урынлашҡан. Эскәмйә ике ҡатлы үтә ныҡ быяланан яһалған. Уны тиҙ генә ватыу йә емереү мөмкин түгел.
Йәштәр тормоштарының иң бәхетле көнөндә ошо эскәмйәгә бергә ултырып теләк теләһә, никах ныҡлы һәм ғүмерлек буласағына ышана. Ғашиҡтар өсөн эскәмйәне тантаналы асыу Эльвира һәм Володяның туй көнөнә тап килде. Улар тәүгеләрҙән булып Ғашиҡтар эскәмйәһенә ултырып, мәңге бергә булырға вәғәҙә биреште.
− Ғашиҡтар осраша торған иҫтәлекле урындар бик күп ҡалала бар. Ғәҙәттә, бер-береһен һөйгән ике йәш кеше тап ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйыша, тойғолары тураһында белдерә, ҡауыша. Салауаттағы Ғашиҡтар эс­кәмйәһе лә мәңгелек мөхәббәт символы булып, бер-береһен һөйгәндәр өсөн осрашыу урынына әйләнәсәгенә ышанабыҙ, − ти “Салауат­быяла” йәмғиәтенең реклама һәм РR бүлеге етәксеһе Людмила Баязитова.

Рима ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға