«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тәмле һыуы менән рәхмәт әйткән кеүек



30.10.2012 Тәмле һыуы менән рәхмәт әйткән кеүек

Тәмле һыуы менән рәхмәт әйткән кеүек
ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡы шишмә буйын әкиәт донъяһына әйләндерҙе
ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Хафиз улы Харисов июль айында шишмәләрҙе тергеҙеү, тәртипкә килтереү тура­һында ҡарар ҡабул иткәйне. Ошо көндәрҙә шул конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм беренсе урынға иҫке мөхәмәт ауылы халҡы сыҡты.
Иҫке Мөхәмәт шишмәһе күптән ярҙам һорай кеүек ине. Эшҡыуар Шәүҡәт Ғәниев шиш­мә башын яңыртты, таҡта, буяу бирҙе. Вадим Зарипов, Әмерхан Сәғитов, Малик Шакировтарҙың оҫта ҡулдары инеш тирәһен әкиәт донъяһына әйләндер­ҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр­ҙәре, «Күңел сыңы» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм йәш хужабикә Лариса Оморҙаҡова шишмә буйын таҙартты, буяу эштәрен башҡарҙы. Элек тә ауылы­быҙ­ҙа күңелде тар­тып торған күркәм урын тағы ла йәмләнде, матурайҙы.
«Аҡҡан һыу − бар һыуҙарҙан да сәләмәтерәк һыу», − тигән боронғолар.
Һәр йортта мал-тыуар өсөн элек-электән ҡоҙоҡ булһа ла, дин тотҡан өләсәйҙәребеҙ яңы тыуған сабыйҙы ҡойондорорға ла, хатта мунсаға ла Әй йәки шишмә һыуын ғына ташытты. Йыназаны әйтеп тораһы ла түгел… Һуңғы йылдарҙа ихаталарҙағы ҡоҙоҡтар ҡороно, Әй йылғаһы күҙгә күренеп һайыҡты, әммә шишмәбеҙ ағыуын дауам итте. Шишмәле ауыл – бәхетле ауыл ул. Был яҡтан иҫке мөхәмәттәргә уңыш юлдаш: мәңгелек шишмәбеҙ бар.

Сәриә ЯРУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға