«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Моряктарҙы тәрбиә мәсьәләһе борсой



16.10.2012 Моряктарҙы тәрбиә мәсьәләһе борсой

Моряктарҙы тәрбиә мәсьәләһе борсой
Диңгеҙ-океандар Баш­ҡортос­тан ярҙарын йыумаһа ла, ул үҙенең моряктары менән дан тота. Бихисап яҡташыбыҙ Посейдон хакимлығында лайыҡлы хеҙмәт итте һәм итеүен дауам итә.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Республика диңгеҙ йыйылышы уҙҙы. Унда йәмә­ғәт һәм ветерандар ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар, курсанттар ҡатнашты. Сараға Башҡор­тос­танда тыуып үҫкән, әммә исем­­дәре бар Рәсәйгә билдәле биш генерал һәм ун ике адмирал, бер Советтар Союзы һәм алты Рәсәй Геройы килгәйне. Йы­йылыш 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың иҫтәлегенә арналды.
Тәүҙә Өфөнөң Еңеү паркында тыныс һәм һуғыш мәлдәрендә һәләк булған Башҡортостан моряктары иҫтәлегенә төҙөләсәк мемориаль комплексҡа тәүге таштар һалынды. Унда герой-моряктарҙың исеме яҙыласаҡ, ул өс йыл дауамында төҙөләсәк.
Көндөң икенсе ярты­һында “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш уҙҙы. Бина фойеһында ойошторол­ған тематик күргәҙмә сараға килгән мәктәп уҡыусылары һәм курсанттар өсөн бик фәһемле булды.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе К. Тол­качев республика Президенты Р. Хәми­тов­тың сәләмләү хатын уҡып ишеттергәс, Башҡортос­тан­дағы хәлдәр менән таныштырҙы. Килгән ҡунаҡтар 1812 йылғы Ватан һуғышының фәһемле ваҡиғалары, хәрби-патриотик тәрбиә, ил-донъя яңылыҡтары тураһында ентекләп һөйләне. Рәсәй Геройы, авиация армияһы берләшмәһе начальнигы, полковник Риф Сәхә­бут­динов егеттәрҙең әрме хеҙмәтенән ҡасыуына борсолдо. “Уларҙы дәүләт хеҙмәтенә яҡын килтерергә ярамай”, – тигән фекерен еткерҙе. Совет­тар Союзы флоты адмиралы Н. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы начальнигы урынбаҫары, адмирал Игорь Мөхәмәтшин да йәш быуынды тәрбиәләү темаһына туҡталды. “Бө­гөн балалар Рәсәй тарихын белмәй. Ошо фәнде уҡытыуға ҙур иғтибар биреү мөһим. Белем усаҡтарында “Рәсәй та­рихында Башҡортос­тан­дың роле” тигән дисциплина индерергә кәрәк. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яҡташтарының батырлыҡтары хаҡында белеп, үрнәк алып буй еткерергә тейеш”, – тине ул.
Артабан Генералдар клубы ойошторолдо. Уның етәксеһе итеп отставкалағы генерал-ма­йор Рәүил Кирәев билдәләнде. Башҡортостан­дың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһә­ҙиев әйтеүенсә, яңы барлыҡҡа килгән Генералдар клубында хәрби хеҙмәт, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре күтәреләсәк. Бынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге һәм БДБ илдәрендәге шундай уҡ ойошма менән бәйләнеште нығытырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек барлыҡҡа килә. Клуб тәрбиә биреүҙе яңы кимәлгә алып сығыр, тигән өмөт бар.
Сығыштарҙан һуң бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Диңгеҙселәр йыйылышы бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ
фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға