«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шылтыратығыҙ. һорағыҙ



02.10.2012 Шылтыратығыҙ. һорағыҙ

Ә беҙ һәр саҡ һеҙҙе тыңларға әҙер
«Йәшлек» аша туғанымды таптым»
Рәсимә инәй СӘЛӘМОВА, Баймаҡ районының Билал ауылынан:
− Гәзитегеҙҙә Ейәнсура райо­нынан Гөләйфә Рамаҙа­нованы ҡотлаған иғлан сыҡҡайны. Ул минең туғаным, атайымдың аға­һының ҡыҙы. Гөләйфә хаҡында, ҡайҙа, нисек йәшәй, тип йыш ҡына уйлана инем. Һуңғы тапҡыр үҫмер сағында әсәһе Мәрғизә еңгә менән килеп киткәйнеләр. Балала­рының ҡотлауын уҡып, ысын күңелдән шатландым. Гөләйфә һеңлем беҙгә ҡунаҡҡа килһен, Билалда уның туғандары бик күп, миңә мотлаҡ шылтырат­һын.
Хөрмәтле Гөләйфә Йәрмөхә­мәт ҡыҙы, Рәсимә инәйҙең телефон номерын редакцияға шылтыратып белә алаһығыҙ.

«ҡыҙыу линия»ға шылтыратырға мөмкин

Зәбир СӘҒИТОВ, Әбйәлил ра­йо­нының Асҡар ауылынан:
− 24 йәшлек инвалид дәүләт финанслауы программаһына ҡушылып, йыл һайын 2000 һум аҡса күсереп барһа, был осраҡта дәүләт был аҡсаны инвалидлыҡ пенсияһына ҡушып түләйәсәкме?
Пенсияны дәүләт финанслауы программаһына ярашлы, йыйылып килгән иғәнәләр дәүләт иғәнәләре менән арттырылып, пенсия йәшенә еткәс кенә, йәғни ҡатындарға – 55, ирҙәргә 60 йәштән түләнә башлаясаҡ, ә инвалидлыҡ пенсияһына ҡушып түгел. Пенсия фондының ҡыҙыу ли­нияһы – 8-800-505-5555 (шылтыратыу бушлай).

«Ана ауам, бына ауам...»

Гөлнәфис САБУРОВА, Архангел районының Аҙау ауылынан:
− Беҙҙең ауылға электр уты үткән быуаттың 70-се йылдарында үтте. Шул ваҡыттан бирле электр бағаналарының бер тапҡыр ҙа алмаштырылғаны юҡ. Ауылда электр сымдары бына-бына ауыр­ға торған бағаналарҙа тартылып тора. Минең баҡсамда 45 градусҡа ҡыйшайған бағана терәтеп ҡуйылған. Беҙ үҙебеҙҙе дары мискәһе өҫтөндә ултырған шикелле тоябыҙ. Иҫкән елдән дә ауырға торған бағаналар көн дә ҡурҡыныс тыуҙыра.
Архангел районы «Теплосеть» муниципаль унитар предприятие­һы директоры Андрей Колес­ников: «Архангел районы буйынса өс тораҡ пунктында — Аҙау, Малиновка һәм Архангел ауылдарында иҫке электр бағаналарын алмаштырыу буйынса проект күптән әҙер. Әлегә ошо йүнәлештәрҙең төрлө урындарында (йәмғеһе 13 километрлыҡ арала) бағаналар алмаштырылды, комплектланған биш трансформатор подстанцияһы ҡуйылды. Әлегә Мәскәүҙән проектты финанслау өсөн аҡса бүленгәнен көтәбеҙ. Аҡса бүленһә, ремонтлаусы ойошма менән, проектта ҡаралғанса, 20 миллион һумлыҡ ремонт эштәренә килешеү төҙөләсәк», − тип яуап бирҙе.

Мулланың кейеме
ниндәй төҫтә булырға тейеш?

Нәйлә ЗАМАНОВА, Благовар районының Языков ауылынан:
– Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан мәсеттә никахта булғайным. ҡап-ҡаранан сапан кейгән муллалар һис күңелгә ятманы. Беҙҙең мосолмандың төҫтәре йәшел һәм аҡ, ни эшләп йәшел сапан, аҡ сәллә кеймәҫкә? Берәй дин әһеле һорауыма яуап бирһен ине.
Диниә назаратынан Артур хәҙрәт яуап бирә: «Муллаларға, хәҙрәттәргә һәм башҡа дин әһелдәренә аныҡ төҫтәге кейем кейеү мәжбүри түгел. Мосолмандың төп өс төҫө бар— аҡ, ҡара һәм йәшел. Башҡа төҫтәр ҙә лайыҡлы, Аллаһы Тәғәлә быны салауат күпере төҫтәрендә күрһәткән. Шулай ҙа иң яратҡан төҫөбөҙ аҡ булырға тейеш. Сөнки ул − таҙалыҡ, паклыҡ билдәһе. Йома намаҙына аҡ төҫтәге кейем кейергә тырышыу − маҡтаулы эш. Никах мәлендә лә йәштәргә аҡтан кейенеү зарур, ә шаһиттарға, был парға Хоҙай ризалығын бирһен, тип теләргә кәрәк. Мулланың кейеме был изге эштә бөтөнләй ситтә тороп ҡа­лыр­ға, ә уның һөйләгән вәғәздәре, доғалары мөһим булырға тейеш».

Һорауҙарҙы Лилиә ХӘЛИТОВА
ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға